-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Февраль 2011, 14:21

Үәт, ҡыҙыҡ!

Йыр дәресендә уҡытыу­сы:– Бөгөн опера хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Кем белә, нимә ул опера?– Мин беләм, – тип ҡул күтәрә Ирек. – Дуэлдә бер кеше икенсеһен үлтерә, ә тегеһе ҡолағансы, оҙаҡ итеп йырлай!

Йыр дәресендә уҡытыу­сы:
– Бөгөн опера хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Кем белә, нимә ул опера?
– Мин беләм, – тип ҡул күтәрә Ирек. – Дуэлдә бер кеше икенсеһен үлтерә, ә тегеһе ҡолағансы, оҙаҡ итеп йырлай!

* * *
– Һине өйләнгәнһең икән тип ишеттем.
– Эйе.
– Бала хаҡында план ҡормайһығыҙмы әле?
– Икенсеһен мотлаҡ планлаштырасаҡбыҙ...
* * *
Ике фермер һөйләшә:
– Мин үҙемдең иген һаҡ­лағыстарымды янғын һәм боҙ ҡатыш ямғырҙан страховкаланым, – ти бе­ре­һе.
– Йә, ярай, янғын менән бөтәһе лә аңлашыла, ә бына рашҡыны нисек булдырмаҡсы булаһың һуң? – тигән икенсеһе.

* * *
Иртәнге аш ваҡытында ҡатыны – иренә:
– Белеп торам, бөгөн ниндәй көн икәнен онот­ҡанһың!
– Юҡты һөйләмә, ниндәй көн икәнен мин бик яҡшы беләм, –ти ире эре генә һәм эшкә сығып йүгерә.
Сәғәт унынсы яртыла ишектә ҡыңғырау шылтырай. ҡатын ишекте асһа, матур ҡыҙыл рауза сәскәләре ята.
Сәғәт тап берҙә тағы ҡыңғырау шылтырай. Ишек асылыуға – ҡатындың иң яратҡан шоколадтары. Сәғәт өстә ҡыңғырау тағы ла шылтырай һәм иң яҡшы дизайнерҙар теккән күлдәк килтерәләр. ҡатындың шатлығы эсенә һыймай, иренең ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Һәм бына ишектә ире күренә.
– О, ҡәҙерлем, – тип, уның муйынына ташлана ҡатын. – Тәүҙә – сәскә, шунан – шоколад, аҙаҡ – күлдәк! Был минең ғүмеремдәге иң бәхетле Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө булды.
* * *
Таможнялағы хеҙмәткәр:
– Һеҙҙең алтынығыҙ бармы?
– Бар.
– Ә пистолетығыҙ?
– Бар.
– Ә наркотиктар?
– Бар.
– О, ҡалай шәп, ә һеҙҙең менән фотоға төшөргә мөмкинме?

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Һиңә Әҡлимә нисек? – ти береһе.
– Минеңсә, ул бик алсаҡ һәм яҡшы хужабикә, – тигән икенсеһе.
– Ә Нәзирә хаҡында ни уйлайһың?
– Бик изге күңелле әсә һәм тоғро ҡатын.
– Юҡ, һинең менән бер кем хаҡында ла йүнләп һөйләшеп ултырып булмай, – тигән беренсеһе.