Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Ғинуар 2011, 13:52

«Төнгө hунар»

Студент йылдарында төрлө ҡыҙыҡлы мажараларға тарыйhың. Уларҙың күбеhе ятаҡ тормошо менән бәйле.Бер заман беҙҙең бүлмәлә сысҡандар күбәй­ҙе. Көндөҙ был йән эйәләре йоҡлай, ә төндә «уйын»ға сыға. Төнө буйы беҙгә йоҡларға ҡамасаулайҙар. Оҙаҡламай был хәл беҙҙе ялҡыта башланы, сығырыбыҙҙан сыға яҙҙыҡ. Бер мәл ҡыҙҙар менән hөйләштек тә «hунар»ға сығырға булдыҡ. Бөтә бүлмәләр буйлап сысҡан баҫтыр­ҙыҡ, егеттәр «баҫтырыр» урынға сысҡан тотабыҙ. Йүгерә торғас, тоттоҡ бит бер мәхлүкте. Баҡтиhәң, ул Гүзәл Әмиргә бүләк иткән өй ҡомағы икән. Егеттәрҙән ҡыҙҙар бүлмәһенә ашарға эҙләп сыҡҡандыр инде бахыр хайуанҡай.Альбина МИҢЛЕБАЕВА,БДУ-ның I курс студенты.

Студент йылдарында төрлө ҡыҙыҡлы мажараларға тарыйhың. Уларҙың күбеhе ятаҡ тормошо менән бәйле.
Бер заман беҙҙең бүлмәлә сысҡандар күбәй­ҙе. Көндөҙ был йән эйәләре йоҡлай, ә төндә «уйын»ға сыға. Төнө буйы беҙгә йоҡларға ҡамасаулайҙар. Оҙаҡламай был хәл беҙҙе ялҡыта башланы, сығырыбыҙҙан сыға яҙҙыҡ. Бер мәл ҡыҙҙар менән hөйләштек тә «hунар»ға сығырға булдыҡ. Бөтә бүлмәләр буйлап сысҡан баҫтыр­ҙыҡ, егеттәр «баҫтырыр» урынға сысҡан тотабыҙ. Йүгерә торғас, тоттоҡ бит бер мәхлүкте. Баҡтиhәң, ул Гүзәл Әмиргә бүләк иткән өй ҡомағы икән. Егеттәрҙән ҡыҙҙар бүлмәһенә ашарға эҙләп сыҡҡандыр инде бахыр хайуанҡай.

Альбина МИҢЛЕБАЕВА,
БДУ-ның I курс студенты.
Читайте нас: