-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Ғинуар 2011, 13:53

Шиғриәттең аҡ шоңҡары

ҡояшлы ер,Йондоҙло күк,Аҡ ырыҫлы далаҡасан булһа ла бер мәлдә

Шиғриәттең аҡ шоңҡары

ҡояшлы ер,
Йондоҙло күк,
Аҡ ырыҫлы дала
ҡасан булһа ла бер мәлдә
Һәр кемдән дә ҡала.
Донъя фани, әҙәм ғүмере –
Нәҡ бер серле йомғаҡ,
Йылдар аша ярһып-ярһып
Елеп китә йыраҡ.
Елә йомғаҡ, ә кешенең
Ерҙә балҡый эше.
Тимәк, яҡты эше менән
Үлемһеҙ бит кеше!

Мин ошо шиғри юлдарымды күңелемдән генә ҡабатлайым да, үҙенең яҡты эше менән үлемһеҙлеккә хоҡуҡ яулаған кеше, йәшләй генә ауыр сирҙән вафат булған атаҡлы шағир Ғәлимов Сәләм (1911 – 1939) хаҡында тулҡынланып уйлайым. Эйе, уның ғүмере үтә ҡыҫҡа булды. Әммә ул йөрәк түрҙәрендә «ун ғүмерҙә бөтмәҫ йәшәү дәрте» балҡытып йәшәне, янып-ялҡынланып ижад итте.
Ул башҡорт шиғриәтенә өр-яңы бураҙналар һалған һәм шуларға күңеленең илаһи моң орлоҡтарын сәсеп, йомарт ижадының тос көлтәләрен йәһәтерәк йыйып алырға ашҡынған оло йөрәкле, тынғыһыҙ шағир ине. Үкенескә күрә, ижадсы бөтә хыялдарын да тормошҡа ашыра алманы. Ләкин Ғәлимов Сәләмдең әҫәр­ҙәрен бөгөн дә уҡыусы берсә һоҡланып, берсә рухланып, берсә уйланып, берсә моңланып, берсә зауыҡланып ҡулына ала. Бары ун йылға ла тулыр-тулмаҫ ижад дәүерендә ул башҡорт шиғриәтенә «Шоңҡар», «Бала», «Өс йыр» кеүек бына тигән поэмаларын, гүзәл шиғырҙарын, йылдар уҙһа ла, һис ҡасан да саң-туҙан ҡунмай, тутыҡмай торған күңел ынйы­ларын ҡалдырҙы. Уның ялҡынлы әҫәрҙәрен мәктәп балалары яратып ятлай, һәүәҫкәр­ҙәр, нәфис һүҙ оҫталары уларҙы сәхнәләргә сығып һөйләй, шиғырҙарына композиторҙар яңы йырҙар ижад итә.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге, йәғни утыҙынсы йылдар башҡорт поэзияһындағы оло ҡаҙаныштар туранан-тура уның исеме менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Улай ғына ла түгел, яуҙарҙан һуңғы осорҙа ла, бөгөнгө көндәрҙә лә уның әҫәрҙәренең тәьҫир көсө, йоғонтоһо, ижадының балҡышы һис тә кәмемәне. Киреһенсә, ялҡынлы шағирҙың шиғриәте, ваҡыт һынауҙарын үтеп, йылдан-йыл тағы ла баҙығыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ була бара.
Ләкин был бәхәсһеҙ хәҡиҡәткә тоҫҡап зәһәр уҡ атыусылар ҙа юҡ түгел шул. Һуңғы ваҡытта эфир тулҡындары аша Ғәлимов Сәләм хаҡында йәнде тырнаған сығыштар ҙа ишетелеп ҡала. Шулай уҡ ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә арҙаҡлы әҙиптең оло хеҙмәтен бигүк өнәмәгән мәҡәләләр күренгеләй. Бәғзе берәүҙәр шағирҙың яҡты исеменә ҡара тап төшөрөргә, уның әҫәрҙәренә күҫәк күтәрергә маташа. Ә минең уларға, йөрәгем асырғанып: «Үҙ заманының сағыу көҙгөһө булған атаҡлы шағирҙың ижадын кәмһетмәгеҙ, мәңгелек йоҡоға талған йән эйәһенең рухын рәнйетмәгеҙ», – тип әйткем килә.
Һәр әҙиптең әҙәбиәттә үҙ урыны бар. Ә Ғәлимов Сәләм – Аҡмулла, Бабич, Ниғмәти кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе ул.
Шиғриәтебеҙ йондоҙо Ғәлимов Сәләмде үҙ ғүмеремдә, исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа күрергә насип булманы. Ә шулай ҙа уның исеме миңә көмөш ҡыңғыраулы мәктәп йылдарынан бирле таныш. Хәтеремдә, Темәс педагогия училищеһында уҡыған осорҙа, әҙәбиәт уҡытыусыһы беҙгә «Шоңҡар» поэмаһын ятлар­ға ҡушҡайны. Һабаҡташтарым менән бергә мин дә уны тиҙ арала ятланым. Һыҙылып сыҡҡан ҡурай моңо шикелле был әҫәр күңелгә үҙе үк ағылып килеп инде. Әҫәрҙәге төп образ менән бер ҡатарҙан бурыл ат образы ла йөрәгемә уйылып ҡалды. Күк Ирәндек һырттарында йәки ҡылғанлы яландарҙа, кешнәшеп-сырҡырашып йөрөгән йылҡы өйөрҙәрен күргән һайын ошо йылҡылар араһынан йомро тояҡ таныш бурылды эҙләй торғайным. Көмөш йүгәнемде шылтыратһам, ҡолаҡтарын ҡайсылап, бына-бына ул минең яҡҡа боролоп ҡарар ҙа, буҙ ялдарын елгә ялбырлатып, яныма сабып килер кеүек тойола ине.
Үҫмер сағымда йотлоғоп уҡыған поэма, тиҫтәләгән йылдар үтеп, сәстәремә сал төшкәс тә һаман да иҫемдән сыҡмай. Бына, исмаһам, әҫәр! Бәлки, ошо «Шоңҡар» поэмаһын илһамланып уҡыған, уны дәртләнеп ятлаған минуттарҙа йөрәгемә ялҡынлы шағир­ҙың ҡайнар хистәре күскәндер. Бәлки, ана шул хистәр тыуасаҡ моңдарымдың тәүге ауаздары булып, күңелем ҡылдарында тибрәп киткәндер. Ошо шағирҙың шиғриәтенә мөкиббән ғашиҡ булыу арҡаһында, бәлки, йәнемдә тәүге моңдарым яралғандыр.
Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдарымда ҡасандыр Ғәлимов Сәләмдәр тарафынан ойошторолған «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә ҡатнашыр­ға форсат булды. Батыр ҡош исеме менән аталып йөрөтөлгән был әҙәби-ижад түңәрәге ҡәләмдәш дуҫтарымдың, беҙҙең быуын яҙмышына ифрат һәйбәт, ыңғай йоғонто яһаны. Ул күңел усаҡтарын дөрләтергә – тылсымлы ут, ижадыбыҙға ҡот бирҙе.
«Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә даими ҡатнашыу, йәш ҡәләмдәштәр менән үҙ-ара фекер алышыу, дәһшәтле яу юлдарын үтеп, ярты донъяны урап ҡайтҡан Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли кеүек яугир шағирҙар менән аралашыу зиһенемә яҡты нур өҫтәне. Үҙем дә һиҙмәҫтән, ниндәйҙер бер эске талпыныу менән ҡәләмгә үрелдем... Үҙ ғүмеремдә инде мин байтаҡ ҡына шиғыр, йыр, парса, поэма, ҡобайыр яҙҙым. Әммә «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге булмаһа, шул түңәрәк эшенә бөтә булмышын һалған оло йөрәкле кешеләр үҙ мәлендә ярҙам ҡулын һуҙмаһа, йәштән үк шиғриәт ялҡынында дөрләп яна алмаҫ инем, үҙ һуҡмағымды, йырлы һуҡмаҡтарымды таба алмаҫ инем. Байтаҡ ҡына ҡәләмдәшем шикелле, мин дә – күңелемдә Ғәлимов Сәләм рухын йөрөткән «шоңҡар»сыларҙың береһемен. Ул – айырылғыһыҙ моңдашым, рухи юлдашым.
Ғәлимов Сәләмдең тыуған ерендә – ҡоншаҡ яҡтарында – бер нисә тапҡыр булдым. Шағир илендә уның яратҡан һомғол ҡайындары менән күрештем. Сылтырап аҡҡан тоноҡ шишмәләренән һыу эстем, һағыштарға күмелеп, шағир эҙҙәре буйлап үттем. ҡоншаҡтың наҙлы елдәренән, гүйә, ошо шиғри юлдарҙы ишеттем. Әйтерһең дә, ул Сәләмдең күңел ауаздары булып яңғырап килде:
Аҡ бәллеүле бишектән үк
Һуланым ерем менән,
Аунап үҫкән тупрағымды
Һуғарҙым тирем менән...
Тик юлым ҡыҫҡа булһа ла,
Йырҙарым китһен йыраҡ,
Ғүмерем һүнһә, һүнһен ҡапыл,
Атылған йондоҙ һымаҡ.
Эйе, зәңгәр күктә атылып һүнгән йондоҙ шикелле, Ғәлимов Сәләмдең ғүмере лә ҡапыл һүнеп ҡалды. Ләкин уның шиғриәте – халыҡ күңелендә! Тимәк, шағир – үлемһеҙ.
1968 йылда «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһы өсөн миңә Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелде.
Атаҡлы шағир хаҡында һөйләр һүҙем күп. Әммә уны кескәй мәҡәләлә генә әйтеп бөтөү мөмкин түгел. Ғәлимов Сәләмгә бағышланған был шиғырымда уға булған оло ихтирамым, ҡайнар хистәрем сағылыр.
Бер үк шишмә һыуын эсмәһәк тә,
Тыумаһаҡ та бер үк әсәнән,
Сер бүлешкән
ғәзиз ҡәрҙәшемдәй,
Яҡын тоям һине, Ғ. Сәләм!
Йә сәмләнеп, йәки кәйефләнеп,
ҡәләм алһам әгәр ҡулыма,
Шиғриәттең аҡ шоңҡары булып,
Рух өҫтәйһең кеүек моңома.
ҡан тамырҡайҙарым типкән саҡта,
Иҫән йәшәгәндә был ерҙә,
Таң нурына сорнап исемеңде
Данлап йырлармын мин ғүмергә!

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.