-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Ғинуар 2011, 14:23

Әйтһәм, белеп әйтәм

АҒИҘЕЛАғиҙелдәй ғәзиз йылға юҡ. Рәшит Назаров.

АҒИҘЕЛ

Ағиҙелдәй ғәзиз йылға юҡ. Рәшит Назаров.

Ағиҙелкәй, һин бит башҡорт
өсөн
Ысын-ысынында йән-әсә.
Сал тарихтан килгән
булмышыбыҙ
Һинең менән бара йәнәшә. Рәшит Шәкүр.

Ағиҙелем, Ағиҙелем —
Эй, минең гүзәл йылғам!
Шулай уйсан ағырһыңмы,
Килеп күрһәм мең йылдан? Шәрәф Әхмәмәт.

АЗАТЛЫҡ

Азатлыҡ һәм хәҡиҡәт өсөн көрәшкән халыҡтан өҫтөн көс юҡ.
Мостай Кәрим.

Азатлыҡтың юлы фажиғәле,
Үҙе ҡатлы-ҡатлы.
Азатлыҡ тик уйҙа ғына еңел,
Тик хыялда татлы. Мәүлит Ямалетдин.

Бәхет хаҡы күп ғүмерҙәр тора,
ҡәҙерле ул ирек шул ҡәҙәр. М. Хәй.

Азатлыҡты һорап алмайҙар,
Баһадирҙар уны даулайҙар. Мәҡсуд Сөндөклө.

Азатлыҡты һорап алмайҙар бит һәм бирмәйҙәр уны бурысҡа.
Әнғәм Атнабаев.

Донъяла һәр йөрәк
Тик теләй бер теләк!
Иҫтә тот, заман, ныҡ:
Ул теләк — Азатлыҡ! Азатлыҡ!
Азатлыҡ!
Рәми Ғарипов.

Кеше ғүмерендә иң ҡурҡынысы — эске азатлыҡтың юғалыуы.
Мәрйәм Бураҡаева.

О Азатлыҡ! Бары йөрәктә һин,
ҡылыс осонда һин әлегә!
Әруах ул былай ҙа бит азат,
Һин йән кеүек кәрәк йәнлегә! Факиһа Туғыҙбаева.

Ишәге булып хужаға ялланһаң,
Илама азатлыҡ һорап Алланан.
Риф Мифтахов.

Аҡ — ҡАРА

Төн — дөм ҡара. Тик баш ватма: төндөң табы ҡалмай аҡта.
Рәшит Назаров.

Аҡ янына ҡара төшмәһен,
ҡап-ҡара күҙгә аҡ төшмәһен. Рәшит Шәкүр.

Аҡ өҫтөнә ҡара тамһа, юйыу­ҙары еңел түгел.
Абдулхаҡ Игебаев.

ҡул ҡарайтмай, нимәнелер ағартам тимә.
Булат Рафиҡов.

Донъя булғас, төрлө саҡ була:
ҡап-ҡара ла хатта аҡ була. Рамаҙан Шәғәлиев.

Аҫлы ҡара булған әйберҙәргә
Күпме тап төшһә лә беленмәй,
ҡара әйбер өҫтөндәге ҡара
Таптар ситтән ҡарап күренмәй.
Мәжит Ғафури.

Айырма аҡҡа-ҡараға, бәхетле-
бәхетһеҙгә;
оронма өлөшө юҡҡа, киҙәнмә
тәхетһеҙгә.
Шәриф Бикҡол.

Аҡ-ҡаранан тормай тормош —
Бар төҫтөң һәр ҡайһыһы. Зөһрә ҡотлогилдина.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара