“...Был, ғөмүмән, беҙҙә һүҙ сәнғәтенең көрсөк кисереүен күрһәтә. Беҙ тау башына менеп еттек шикелле. Ул тауҙар Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева бейеклектәрендә ине... Ләкин менеп еткәндән һуң кире төшәһең. Әҙәбиәттә бөгөнгө герой ҙа, тетрәткес шиғри юлдар ҙа юҡ әлегә. Был бик үкенесле хәл...”
Ошондай һығымта яһаны Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәксеһе Хәсән Назар студенттар менән осрашыуҙа. Һуңғы арала әҙәби тормошобоҙҙа булған мөһим яңылыҡ: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһының “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Тулҡын” әҙәби түңәрәгенең Башҡортостан Яҙыусылар союзында шиғриәт секцияһы ағзалары менән осрашыуы ине ул. Секция рәйесе урынбаҫары Рәмил Йәнбәк үҙ сығышында билдәләп үтеүенсә, был күптән онотолғанды иҫкә төшөргәндән килеп сыҡҡан яңылыҡ ине. Сөнки уларҙың йәшлегендә бындай ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр, бер мәсьәләне уртаға һалып әңгәмә-бәхәстәр ҡороуҙар, шул ваҡытта үҙеңде ниндәйҙер ҙур бер ташҡын – башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген хәл итеүсе тулҡындың бер тамсыһы итеп тойоу кисерештәре әҙәби тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө булған. Бының өсөн хәҙерге студенттарҙың уҡытыусылары һәм етәкселәре – әҙәбиәт белгестәре Зәки Әлибаев менән Рита Фәтҡуллинаға рәхмәт әйтергә кәрәктер.
Шуныһы ҡыҙыҡ: тап шул Хәсән ағай әйткән фекерҙе мин “Ағиҙел” журналының 10-сы һанында Әмир Әминев менән Фәнил Күзбәковтың әңгәмәһендә лә таптым. “Академик Ғайса Хөсәйеновтың, прозабыҙ бик түбән кимәлдә шул әле, тигән фекере менән тулыһынса килешәм. Ғалим-әҙип үҙенең был борсолоуын тәүгә әйтмәй. Мин үҙем дә ошо турала күп тапҡыр яҙғаным, проза секцияһы рәйесе вазифаһын атҡарғанда съезд, йыллыҡ дөйөм йыйылыш трибуналарынан һөйләгәнем булды... Күренеш тип нарыҡларлыҡ айырым әҫәр ҙә күренмәй, дөйөм күтәрелеш барһа ла, бик яй бара”, – тип баһалай Әмир ағай проза өлкәһендәге бөгөнгө хәлдәрҙе. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, быны “диагноз” тип атап, артабан “прогноз” тигән асыҡлама килергә тейеш һымаҡ – йә... Йәғни дауаларғамы, юҡмы? Беренсе осраҡта иһә, нисек дауаларға, тигән һорау баҫырға тейеш һымаҡ.
Ошоға бәйле ижади түңәрәктәрҙең төп асылын билдәләүсе бөйөк аҡыл эйәһенең әйткәнен иҫкә төшөрҙөм: бәхәстәрҙә тыуа хәҡиҡәт. Бәлки, Сократ был осраҡта хаҡлы ла түгелдер, әллә тыуған, әллә тыумаған хәҡиҡәт тураһында тағы ла әллә күпме бәхәс алып барырға булалыр, әммә шуныһы хаҡ: тап бәхәстәрҙә ысын хәл-торош асыҡлана! Быны, әйтәйек, ике шахмат генийының әллә ҡасан уйналған партияһын берәй ғәҙәти түңәрәктә яңынан тикшереп ултырыу менән сағыштырырға булыр ине: әгәр был тегеләй йөрөгән булһа... ә ул былай яуап бирһә... һ. б. Һәм, ниһайәт, күмәк көс менән, ул осраҡта башҡа бер нисек тә уйнарға мөмкин булмағанын асыҡлап, генийҙың ысынлап та генийлығы иҫбатлап ҡуйыла.
Үҙебеҙҙең йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрҙөм. Бына, ауыл хужалығы институтының “Бөрөләр” тип аталған әҙәби түңәрәге. Шағир Муса Сиражи етәкселегендә айына бер тапҡыр йыйылған ете-һигеҙ кеше, кемдер яңы яҙып килтергән шиғырҙы тыңлай ҙа, уны энә күҙәүенән үткәрергә, анаграмма һымаҡ итеп ҡайтанан һүтеп йыйырға, идея-эстетик йөкмәткеләрен, тел үҙенсәлектәрен барларға керешеп китә. Берәү күрше әҙәбиәт менән сағыштырып ҡарай, икенселәре донъя кимәле бейеклектәренән фекер йөрөтә, өсөнсөләре үҙенсәлекле бер деталь генә таба алыуына ҡыуанып ултыра, дүртенселәр тарихтан оҡшашлыҡтар эҙләй. Һәм күмәк көс менән шул юҡ шиғырҙың юҡлығын тағы ла иҫбатлаған арала, ошо ҡаҙанда бер-ике сәғәт ҡайнап ултырған һәр ҡайһыһы үҙенсә “бешә”: кемдер белем һәм аҡыл йыя, кемдер иҫбатларға һәм тыңларға өйрәнә, кемдер үҙенең әле яҙылмаған шиғырына ошонда ниндәй баһа бирәсәктәрен самалай... Ни генә тимә, шәп һәм файҙалы нәмә ул бәхәс тигәндәре – ижади үҫеш юлы!
Тағы ла әҙерәк “бешә” биргәс, инде һәр ҡайһыбыҙ берәр китап йә бер нисә шиғри шәлкем авторы булып киткәс, йәғни үҙебеҙҙә кешегә күренерлек дарман тойғас, беҙ дуҫтарыбыҙ менән нисәмә кис-төндәрҙе шундай бәхәстәр артында үткәрҙек икән? Унда инде шиғыр техникаһы тигән “ваҡ-төйәк” юҡ – әңгәмә юҫығы шиғриәт һәм заман бейеклектәренә менә, донъя һәм халыҡ-ара кимәлдәргә сыға, шул күҙлектәрҙән башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге хәленә баһа бирелә, үҙебеҙ мәктәптә үк һеңдергән әҙәбиәт теорияһы ҡанундары һәм канондары шик аҫтына алына...
”Бөгөнгө йәштәрҙең мәғлүмәтлелегенә шик юҡ, ләкин баштарына һәр яҡлап шаулап яуған белемде ҡулланыу ысулдарын белмәй улар, – тип уйлап ултырҙым осрашыуҙа бер-бер артлы сығыш яһаған студенттарҙы тыңлай-тыңлай. – Улар бит мин бәләкәй саҡта белмәгән дә Аҡмулланы, Бабичты, Рәми Ғариповты мәктәптә үк ятлап сыҡҡан, һәр ҡайһыһы, баланың нимәгәлер һәләте барлығын тойған уҡытыусылары ҡушыуы буйынса, уларға эйәреп һәм оҡшатып шиғырҙар яҙып ҡараған... Ә ул ысулдарҙы фәҡәт үҙ-ара аралашыуҙа, фекерҙәшең һәм остазың менән бәхәстә, күп яҡлы тәжрибәләрҙә генә үҙләштерергә мөмкин. Тап шулар бит кешенең дөйөм аң кимәлен үҫтерә, ә уныһы был тормошта бер шиғыр яҙыу өсөн генә кәрәкме ни? Белем менән белеклектең беҙҙең тормошта икеһе төптө ике нәмә була барыуы шунан да күренә: 11 йыл буйы компьютер артынан тормай, әйләнәһендә тик иң алдынғы техника ҡамауында йәшәгән, бар эшен мәктәптә уҡыуға ғына йүнәлткән йәш кешеләр ҙә өйҙә ябай электр приборҙарын йүнәтеп йә көйләп ебәрә белмәй.
Беҙҙең әлеге темаға яҡыныраҡ килгәндә, хатта юғары белемле кеше лә өс һөйләмлек аңлатма йә ғаризаны яҙыр өсөн икенсе берәйһенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр, тиергә ҡала.
Уйлап ҡараһаң, тау башына менеп етеүҙе, Хәсән ағай әйтмешләй, бик үкенесле хәл, тип баһалаһаҡ та, фажиғә тип атап булмайҙыр. Тауҙан да бейегерәк тауҙар була, тик улар араһында һәр ваҡыт билән ятыуы мәғлүм. Киңерәк даирәлә ҡарап, әгәр ҙә кешелек үҙ йәшәйеше һәм үҫеше өсөн иң кәрәкле тип һанаған техник прогресты ғына алып ҡараһаҡ та, ул да бит берләм юлдан ғына бармай, упҡындарға етеп ҡырт өҙөлгән, диуарҙай ҡаяларға төртөлөп туҡтаған һуҡмаҡтар ҙа бихисап унда. Яҡыныраҡ килеп, башҡалар миҫалында ҡарағанда, донъя әҙәбиәтенә әллә күпме Нобель премияһы лауреаты биргән урыҫ әҙәбиәте лә бит ике быуат элекке Пушкин осорон үҙенең алтын дәүере тип һанай. Американдар һәм инглиздәр тураһында һүҙ ҙә юҡ, улар үҙҙәре бер нисә быуындан тап бөгөнгө әҙәбиәттәрен тарихта иң түбән кимәл тип баһаламаһа әле...
Студенттар сыға торҙо, берәм-берәм шиғырҙарын уҡый торҙо, ә мин, уларға ҡарап, өҫтәлдә ятҡан ҡулъяҙмаларын да байҡап, үҙ уйҙарым менән мәшғүл булдым. Әҙәбиәт секцияһының сәркәтибе булараҡ һәм “Аманат” журналында әҙәбиәт бүлеген алып барып, уларҙың күпселегенең иң тәүге шиғырҙары, ғөмүмән, барлыҡ башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәре минең ҡул аша үтеп, үҙ баһаларын күптән алыуы уларға мәғлүм түгел, әлбиттә. Алдан иҫкә алынған ике өлкән ағайҙың етди баһаламаларының сәбәптәре борсой мине. Ни өсөн йәш, һылыу егет һәм ҡыҙҙарҙың кеше алдына сығарған әҫәрҙәре араһында бер генә шиғыр ҙа уларҙың барыһы ла әле кисергән мөхәббәт темаһына түгел ине? Ни өсөн улар сыға ла, мәктәптә өҙлөкһөҙ ятлауҙарҙан үҙҙәре лә ялҡып бөткән ил, тыуған яҡ, тел, халыҡ тураһында дежур һүҙҙәрҙе һөйләүҙе өҫтөн күрә? Балаларҙың журналға яҙған шиғырҙарында әсәй һәм бесәй темалары өҫтөнлөк итеүе тәбиғи – улары кескәйҙәргә иң яҡын йән эйәләрелер. Уларынан, исмаһам, ихласлыҡ аңҡып тора. Ә ниңә тап халыҡ алдына сығарыр өсөн улар мотлаҡ үҙҙәренең аңына ла һыйып бөтмәгән юғары төшөнсәләрҙе һайларға тырыша һуң? Ятып ҡалғансы атып ҡал, тигән ниәттән эшләнмәйҙер был, күрәһең, Шиғыр тигән төшөнсә уларҙың аңында “фәҡәт шулай булырға тейеш” тигән образ тыуҙыралыр. Бәлки, теория уҡыуҙан айырылып (әгәр ул бөгөнгө мәктәптәрҙә булһа, әлбиттә), әҙәбиәтте өйрәнеүҙе әлеге шул беҙҙең йәш саҡтарҙағы түңәрәктәр, диспут-бәхәстәр форматына күсерергәлер?
Хәҙерге балалар әҙ уҡый, тигән фекер менән риза түгелмен. Ентекләп ултырып китап уҡымауҙары дөрөҫ, әммә хәҙер бит барлыҡ классик әҙәбиәт киноға, мультфильмдарға, ҡыҫҡаһы, экранға күсеп бөткән дә баһа. Улар йәшендә мин, күп булһа, мәктәп китапханаһынан таба алған тиҫтәләгән генә китапты һәм бер-ике гәзит-журналды ғына уҡый алғанмындыр. Ул ваҡытта, бигерәк тә Хәсән ағайҙар үҫеш кисергән ярты быуат элек, мәктәп программаһында әҙәбиәт дәрестәрендә үткән башҡорт яҙыусылары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине әле. Бер танышым әйтмешләй, беҙ илле йыллыҡ совет әҙәбиәтен өйрәндек, ә былары быуат ярым арауыҡты барлап сыға, тик шул уҡ дәрестәр дауамында... Шул уҡ Әмир ағай әйтергә яратҡанса, “галопом по Европе” була инде был.
Беҙҙең замандың тағы бер парадоксаль күренеше менән тап ошо кисәлә осраштым. Ул да булһа – аралашыу мәсьәләһе. Бынан алда ғына миңә “Шоңҡар” журналы алып барған блогта, унан “Йәшлек” гәзите сайтының “Әҙәбиәт” рубрикаһында тәүге китаптарын уҡыусы хөкөмөнә тапшырған башлап яҙыусы ижадсыларға баһа һәм кәңәштәр бирергә тура килгәйне. Әлеге осрашыуҙа ла күреп ҡалдым бит: “Тулҡын” әҙәби түңәрәгендә яҡташым, ауылдашымдың исеме күренә. Уға, моғайын, мәктәптә уҡығанда шиғырҙар яҙа башлағанда уҡ, ауылдашының, мәктәптәшенең кемлеген, ҡайҙа эшләгәнен уҡытыусылары әйткән дә булғандыр, башлап яҙыусыларға ярҙам итеү уның бурысы ул, тигәндәрҙер. Тик, халыҡ әйтмешләй, “Мөхәммәт тауға килмәне”. Ғөмүмән, мин бер ҡасан да шиғырҙарын тотоп редакцияға үҙе килгән йәш кешене хәтерләмәйем (элекке традиция буйынса, һәр редакцияла ла әҙәбиәт бүлеге һаман бар), ғәҙәттә, өлкән йәштәге, күңелендә “дарыһы” ҡалмаған кешеләр йөрөүсән. Шиғриәт секцияһында ҡәләмдәштәренең китап итеп әҙерләнгән йыйынтыҡтарын тикшергәндә лә уларҙың тиҫтерҙәре тыңлап, фәһем алып ултырыр өсөн килеп ултырмай. Ә уйлап ҡараһаң, шиғриәт секцияһының бер ултырышына килеп ҡатнашыу ул студенттарға юғары уҡыу йорттарында әллә нисә семинар-лекцияны алмаштырыр ине. Тап шул ваҡытта бынан бер нисә йыл элек Әхмәр Үтәбай менән БДУ-ла дәрестәр урынына барып тематик осрашыуҙар үткәреп йөрөгәнебеҙ иҫкә төштө. Уҡытыусыларҙың ижади ҡарашы булған, күрәһең. Был осраҡта кем кемдән күберәк алғандыр, әммә аралашыу барыбер үҙ емештәрен биргәндер, тим.
“Һеҙ шағир булып китмәҫһегеҙ, әлбиттә, әммә шуныһы ҡыуаныслы: барығыҙ ҙа шиғырҙы, шиғыр яҙыуҙың нимә икәнен аңлап ҡалырһығыҙ, уҡыусыларығыҙға ла уны аңлы рәүештә өйрәтерһегеҙ”, – тине Хәсән Назар сығышының аҙағында. Яҙыусылар араһында хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаусылар бихисап, әйтәгүр. Улар ҙа заманында ошондай түңәрәктәрҙә, осрашыуҙарҙа бешеккән. Ләкин һуңғы йылдарҙа шуға ла иғтибар иттерә: әҙиптәр араһында төп филологик белеме булмаусылар һаны арта. Улар мәктәп программаһы биргән әҙәбиәт белеме кимәлендә ҡалған, тигән уйҙан алыҫмын. Эш шунда: быларын уҡытыусылары махсус рәүештә тик яҙырға өйрәтеү маҡсатын ҡуймағандар, улар аҙағыраҡ яҙыуҙы үҙҙәренә маҡсат итеп алған һәм шуның өсөн әҙәбиәт донъяһын һәм тормошон ентекләп өйрәнергә керешкән.
Ошо урында берәйһенең миңә “ә талант?” тигән дәлилде лә ҡаршы ҡуйыуы ихтимал. Уныһы бөтөнләй айырым һөйләшеү темаһы икәнен иҫәпкә алырға тура килә. Ул турала беҙ, әгәр яңылышмаһам, философия тигән фән семинарҙарында ҡылыстарҙы сәкәштерә һәм телдәрҙе сарлай инек. Ундай бәхәстәр дөйөм аң, йәғни интеллектуаль кимәлде үҫтерергә ярҙам итһә лә, яҙыусының эше ана шул кимәлдәге кисерештәрен башҡа кеше ҡабул итерлек итеп ҡағыҙға күсереүҙән ғибәрәт икәнен онотмайыҡ. Ә бының өсөн уйлай, кисерә һәм фекерләй белеүҙән дә беренсерәк яҙа белеү кәрәк – Паустовский әйтмешләй, ҡулдың башты тыңлауы...
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.