-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Ғинуар 2011, 14:22

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Алло, был зоопаркмы?– Эйе.– Һеҙҙең телефонды беҙгә ҡотҡарыусылар бирҙе.– Эш нимәлә?

– Алло, был зоопаркмы?
– Эйе.
– Һеҙҙең телефонды беҙгә ҡотҡарыусылар бирҙе.
– Эш нимәлә?
– Беҙҙең өйгә йылан ингән.
– Һеҙ хайуандарҙы яҡлау ойошмаһында тораһығыҙмы?
– Юҡ.
– Ә «Йәшелдәр» партияһында?
– Юҡ.
– Улайһа йыланды үҙегеҙ ҡыуып сығарығыҙ, бер ҙә булмаһа, берәй нәмә менән һуғып үлтерегеҙ...

* * *
Бик һуңлап ҡайтҡан ҡыҙын ишек алдында ҡаршы алған әсәһе:
– Нисек һиңә оят түгел, мин һинең йәшеңдә...
– Әсәй, һин минең йәштә булғанда миңә инде алты ай булған.

* * *
Йәш атай иртәнсәк ҡатынына:
– Бөгөн төндә балабыҙ бик ныҡ хырылданы, һин ишеттеңме? – ти.
– Борсолма, ҡәҙерлем, ул бит «тын ала торған памперс­тар», – тигән ҡатыны.

* * *
– Кисә кис яңылыш ноутбугымды иҙәндә ҡалдырғанмын. Карауат аҫтынан яртылаш күренеп торған. ҡәйнәм, үлсәү икән тип уйлап, үҙенең ауырлығын үлсәп ҡараған. ҡыҫҡаһы, албаҫты 150 килограмм тарта...

* * *
– Илгиз, һин кәрт уйыны өсөн бурысыңды алып килдеңме?
– Килдем, килдем, Әҡлимә Әхмәтовна. Әммә һеҙ хаҡлы түгел, тузды бит еңегеҙҙән сығарҙығыҙ.
– Шулай итмәһәм, һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙҙән мәктәпте ремонтлау өсөн нисек итеп аҡса алыр инем...

* * *
Ире уның иҫәрлегендә шикләнмәһен өсөн ҡатын-ҡыҙға бик ҙур аҡылға эйә булырға кәрәк.