-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Декабрь 2010, 17:30

Үәт, ҡыҙыҡ!

«Үҙемдең резюмымды яҙғас, уҡып сыҡҡайным, ултырып иланым... Сөнки үҙемдең ниндәй яҡшы кеше икәнлегемде әле генә аңланым».* * *«Бала-сағаны, бөтәһе лә ҡайҙан барлыҡҡа килә, ә ололарҙы, бөтә нәмә ҡайҙа була, тигән һорау борсой».

«Үҙемдең резюмымды яҙғас, уҡып сыҡҡайным, ултырып иланым... Сөнки үҙемдең ниндәй яҡшы кеше икәнлегемде әле генә аңланым».
* * *
«Бала-сағаны, бөтәһе лә ҡайҙан барлыҡҡа килә, ә ололарҙы, бөтә нәмә ҡайҙа була, тигән һорау борсой».

* * *
Улым ике йәшлек сағында үҙенең исемен «Бәпәй» – ти ине. Бер көн әхирәтем ҡунаҡҡа килгәс, улымдан: «Исемең кем?» – тип һораны.
– Бәпәй.
– Ә өләсәйең һиңә нисек өндәшә?
– ҡуянҡайым.
– Олатайың?
– Бесәйкәйем.
– Атайың?
– Тараҡан.
– Ә әсәйең?
Сабый, бер аҙ тынып торғас, көр тауыш менән:
– Ашарға! – тип ҡысҡыра.
* * *
Никахтағы тормош.
Тәүге бер-ике йыл – ире һөйләй, ҡатыны тыңлай.
Өс-дүрт йылдан һуң – ҡатыны һөйләй, ире тыңлай.
Биш-алты йыл үткәс – ир ҙә, ҡатын да һөйләй, күршеләр тыңлай.

* * *
Бер балыҡсы, һөнәре буйынса уҡытыусы, бәләкәй йәйен тота, уға ҡарап һоҡланып тора ла:
– Бар, өйөңә ҡайт һәм иртәгә атай-әсәйең менән кил! – тип балыҡты кире һыуға ебәрә.

* * *
«ҡатынымдың аҡса янсығымдағы фотоһы мине, уның урынында ҙур ғына сумма аҡса булһа, яҡшыраҡ булыр ине, тигән уйға һала».

* * *
– «Һәр кем һатып алырлыҡ торлаҡ» тигән программа нимәне аңлата?
– Әгәр ҙә Мәскәүҙәге фатирығыҙҙы һатһағыҙ, донъяның бөтә төбәгенән дә фатир һатып ала алаһығыҙ, тигәнде аңлата.

* * *
ҡайһы ваҡыт Никах йортонда «күҙ быуыусылар» (фокусниктар) эшләй, тип уйлайһың. Сөнки унда ярат­ҡан кеше менән инә­һең, ә икенсе көнөнә уны алмаштырғандармы ни?