-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Декабрь 2010, 18:30

«Йөрәгемдә минең ут ҡабыныр! Йөрәгемдә яныр Ер һәм Күк!»

Шәжәрә урманыУралтауҙың ҡуйынынаҺыйынып үҫә шәжәрәм.Олоно төҙ, ҡаты уның,Тамырҙары ныҡ, тәрән.

Шәжәрә урманы

Уралтауҙың ҡуйынына
Һыйынып үҫә шәжәрәм.
Олоно төҙ, ҡаты уның,
Тамырҙары ныҡ, тәрән.

Ботаҡтары шәжәрәмдең
Тирә-яҡҡа йәйелгән.
Ямғыр яуһа – ышыҡ улар,
ҡояш янһа – күләгә.

Шәжәрәмдә – бер япраҡ мин,
Тамырымдан һут алам.
Өҙөлә ҡуйһам, һарғаямын,
Донъя йөҙөнән юғалам.

Шәжәрә лә йәшәй алмай,
Ерҙә яңғыҙ үҫһә ул.
Йәшен уны һәләк итә,
Йә язалай ел-дауыл.

Тамыр йәйеп буй еткерһә,
Ырыуҙаштар эргәлә.
Шаулап тора шәжәрәләр, –
Бер-береһенә терәлә.

ҡуйы ғына урман булып
Шәжәрәбеҙ таралһа,
Башҡорт тигән аҫыл халыҡ
Мәңге йәшәр Уралда!

Ситлектә

Ситлектәге ҡошмондор мин,
ҡараңғыла һарғаям.
Күрмәйем һис зәңгәр күкте,
Юҡ урманым, таш-ҡаям.

Белмәйем дә – нисек, ҡасан
Эләккәнмен ситлеккә,
Әллә шунда тыуғанмынмы,
Кемдәр килеп бикләгән?

Үҙ-үҙемде аңламайым –
Тиң буламмы бөркөткә,
Әллә бахыр ҡошсоҡмо мин? –
Осмағанмын бер күктә.

Ситлегемде ватып-емереп
Теләйем мин асырға.
ҡанаттарҙы ҡаға-ҡаға
Бейеклеккә осорға.
ҡанаттарым менән бөтмәҫ
Сикһеҙлекте ҡосорға.

Тәүге ҡар

Көҙөн ятҡан беренсе ҡар
Хәтерләтеп ҡуя яҙҙы.
Яҙҙы ҡаршылаған саҡта
Һуңғы ҡар ҙа шулай яуҙы.
Юҡ, хәтирә түгелдер был,
Иҫә бөгөн яҙғы елдәр!
Беренсе ҡар яуһа ғына
ҡауышаларҙыр миҙгелдәр.

Беренсе ҡар осраштыра
ҡабат яҙ менән көҙҙө.
Иҫеңдәме?
Ул тәү тапҡыр
Осраштырғайны беҙҙе.
Яндарымда булған инең
Беренсе ҡар кеүек үҙең.
Тәүге ҡарҙар менән бергә
Һин бит йылы яҙ килтерҙең.

Ул яҙ – тәүге һөйөү ине,
Тәүге ҡарҙай булды ап-аҡ.
Яндырҙы ла, туңдырҙы ла,
Тик сафлыҡҡа торҙо ҡаплап.
Күпме тәүге ҡарҙар яуҙы,
Тәүге һөйөү килмәй ҡабат.
ҡарҙар ирей, ә йөрәктә
Һаҡлана тәүге мөхәббәт.

Ут

Ниндәй ут булды ул янған утым,
Ниндәй усаҡ янған усағым?
Йылынып алам тиһәң, өшөттөрә,
Һыуынам тиһәң, ҡыҫа ҡосағы.

ҡаты ямғыр ҡойоп яуһынмы ул,
Елдәр иҫһенме,
Һүнмәй ут нуры.
ҡояш кеүек, бәлки, бейектер ул,
ҡояштан да, бәлки, юғары.

Ошо сәйер утты мин үҙем дә
Маташманыммы ни һүндереп?
Тик көслөрәк булды минән ялҡын
Һәм үҙенә ҡуйҙы күндереп.

Һин кил ошо утҡа,
Һәр саҡ һин кил,
Һыуыҡ булһа әгәр, өшөһәң.
Һинһеҙ бөгөн йәшәй алһам да мин,
Һин яндырған утһыҙ йәшәмәм.

Килер бер көн!

Килер бер көн!
Көндөң етер төнө!
Һәм шул төндә һуғыр бер минут! –
Йөрәгемдә минең ут ҡабыныр!
Йөрәгемдә яныр Ер һәм Күк!

Таң атҡанда,
Йөрәк-йыһан шартлар!
Яңы ғаләм ҡалҡыр ҡан-уттан!
Көлгә әүерелгән Ер ҙә, Күк тә
Бер гонаһһыҙ тыуыр ҡабаттан!
Килер бер көн!..

Мөнир ИҡСАНОВ.
Учалы ҡалаһы.