Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
30 Ноябрь 2010, 16:02

Үәт, ҡыҙыҡ

Бик күп ваҡыт осрашмаған ике ҡатын осраша. Береһе:– Шунан, һеҙҙең Инсаф менән теге ваҡыттарҙағы бөтәһен дә шаҡ ҡатырған, көнләштергән мөхәббәтегеҙ нисек?– Эй, бөтәһе лә үтте.– Нисек, һеҙ башҡаса осрашмайһығыҙмы ни?– Осрашабыҙ. Беҙ бит ярты йыл элек өйләнештек.

Бик күп ваҡыт осрашмаған ике ҡатын осраша. Береһе:
– Шунан, һеҙҙең Инсаф менән теге ваҡыттарҙағы бөтәһен дә шаҡ ҡатырған, көнләштергән мөхәббәтегеҙ нисек?
– Эй, бөтәһе лә үтте.
– Нисек, һеҙ башҡаса осрашмайһығыҙмы ни?
– Осрашабыҙ. Беҙ бит ярты йыл элек өйләнештек.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти йәш кәләш, – һин мине мәңге яратасаҡһыңмы?
– Белмәйем, – ти кейәү, – был һорауыңды һин миңә йөҙ йылдан һуң бирерһең.

* * *
– Илгиз, һин нисек шулай күп көләмәс уйлап сығараһың ул? Мин, мәҫәлән, улай булдыра алмайым.
– Өйлән...
* * *
– Илнур, hин парашют менән нисә тапҡыр hикер­ҙең?
– Бер.
– Бәй, бәй, бында, 15 тапҡыр, тип яҙылған бит.
– Ә-ә, ҡалған 14-ен беҙҙе самолеттан этеп тө­шөргәйнеләр, бәлки, шу­ла­рын да иҫәпләгәндәр­ҙер?
Читайте нас в