-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Ноябрь 2010, 14:47

Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике дуҫ осраша. Береһе:– Беләһеңме, мин кисә бер ҡыҙҙы күрҙем, күҙҙәре – виноград, ауыҙы – бешкән еләк, ә инде тиреһе персик һымаҡ. Минеңсә, был – мөхәббәт.– Нимә һөйләйһең, ниндәй мөхәббәт? Һиңә витамин етешмәй, тиҙ арала емеш-еләк ашай башла.

Ике дуҫ осраша. Береһе:
– Беләһеңме, мин кисә бер ҡыҙҙы күрҙем, күҙҙәре – виноград, ауыҙы – бешкән еләк, ә инде тиреһе персик һымаҡ. Минеңсә, был – мөхәббәт.
– Нимә һөйләйһең, ниндәй мөхәббәт? Һиңә витамин етешмәй, тиҙ арала емеш-еләк ашай башла.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти егет, – мин кисә табипта булдым. ҡурҡма, бөйөрөмдә – таш, ә йөрәгемдә һине таптылар.

* * *
– Наҙгөл, һин – минең тәүге яратҡан ҡыҙым.
– Йә, Хоҙай, тағы ла башланғыс.

* * *
– Һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ! Мин инде егерме йыл кейәүҙә, әммә элекке һымаҡ һаман да тик бер генә ирҙе яратам.
– Һеҙҙең ирегеҙ ҡалай бәхетле.
– Бында иремдең бер ҡыҫылышы ла юҡ. Ул хатта уның хаҡында белмәй ҙә.

* * *
– Ғәли, ҡатыныңды яратаһыңмы?
– Әлбиттә. Ул бер ере менән дә башҡаларҙан кәм түгел дә инде.

* * *
«Билдәһеҙ ҡыҙ, сыҡ юлыма! Мин – таҡыр башлы, һимеҙ, иҫәр бер әҙәм. Әммә берәйһе миңә ғашиҡ булһа, иртән тороп зарядка эшләй башлаясаҡмын һәм китап уҡыясаҡмын».

* * *
Ире сираттағы ғауғанан һуң ҡатынына:
– Әгәр ҙә ҡайһы ваҡыт иҫбатлауыңса, мине ысынлап та яратһаң, һин миңә түгел, ә башҡа берәй­һенә кейәүгә сыҡҡан булыр инең...