-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
23 Ноябрь 2010, 13:36

Үәт, ҡыҙыҡ!

– ҡәҙерлем, – ти егет, – һин миңә кешеләрҙе мәңгелеккә бергә бәйләй торған теге өс һүҙҙе әйт әле!– Һөйөклөм, мин ауырлы.

– ҡәҙерлем, – ти егет, – һин миңә кешеләрҙе мәңгелеккә бергә бәйләй торған теге өс һүҙҙе әйт әле!
– Һөйөклөм, мин ауырлы.

* * *
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы яратам, унан башҡа йәшәй алмайым, – ти егет.
– Минең кабинетымда нимә эшләйһең һуң? «Ерләү бюроһы» күрше урамда урынлашҡан бит!

* * *
– ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына, – һин минең серәкәйҙәрҙе ниңә яратыуымды белһәң икән.
– Ни өсөн?
– Һуң, улар бит ҡанды тик йәйгеһен генә һура.

* * *
Кәләш:
– Өйләнешкәс тә мине яратасаҡһыңмы?
Кейәү:
– Яратырмын, тип уйлайым. Сөнки миңә кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт оҡшай торғайны...

* * *
– Һин Иректе яратаһыңмы?
– Юҡ. Әммә мин яратмаған ир-егеттәр араһында ул – иң яратҡаным.

* * *
– ҡәҙерлем, һине беренсе тапҡыр күргәндә һиңә 10 000 000 доллар тапшырғайнылар, ә мин һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым.

* * *
ҡатын Мексика фильмының сираттағы серияһын ҡарап ултыра. Һәм иренә:
– Ана, ҡара әле, ҡатынын нисек итеп ярата, – ти.
– Ә һин уға бының өсөн күпме түләгәндәрен беләһеңме? – тигән ир.

* * *
– Нимессә «мин һине яратам» нисек була?
– Их либе дих.
– Ә инглиз телендә?
– Ай лав ю!
– Ә рәсәйҙәрсә нисек була?
– Әйҙә, әйҙә, тиҙерәк, эшеңдә бул.

* * *
– Илгиз, күреп торам, һин мине бөтөнләй яратмайһың. Хатта этеңде лә миңә ҡарағанда нығыраҡ яратаһың.
– Һөйөклөм, тыныслан инде, икегеҙҙе лә бер тигеҙ яратам...

* * *
– ҡәҙерлем, һин ниндәй ҡатын-ҡыҙҙы нығыраҡ яратаһың: аҡыллыларҙымы, әллә матурҙарҙымы?
– Тегеләрен дә, быларын да. Мин һине лә яратам...