-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Ноябрь 2010, 14:41

Үәт, ҡыҙыҡ!

Инструкция – ике осраҡта уҡый торған ҡағыҙ. Беренсеһе – уҡырлыҡ бер нәмә булмағанда, икенсеһе – бөтә нәмә ватылып бөткәс.

Инструкция – ике осраҡта уҡый торған ҡағыҙ. Беренсеһе – уҡырлыҡ бер нәмә булмағанда, икенсеһе – бөтә нәмә ватылып бөткәс.

* * *
ҡатыны олоғайып, сәстәре ҡойолоп, бөкрәйеп, йәмһеҙләнеп барған иренә күңелһеҙ генә ҡарай ҙа, көрһөнөп:
– Исмаһам, иртәнсәк урамға сығып йүгерә башлар инең, – ти.
– Мин йүгерһәм, инде кире әйләнеп ҡайта алмаясаҡмын, – тигән ир.

* * *
«Миңә һорауҙар бирмәһәгеҙ, мин дә алдашмам».

* * *
– Бынауы папирустағы иероглифты бер нисек тә аңлай алмайым, – ти йәш ассистент профессорға. Тегеһе папирусты әйләндереп ҡарай ҙа, ҡәнә­ғәтһеҙ рәүештә:
– Бында нимәһе аңлашылмай инде? Фирғәүен­дең табибы яҙған ябай рецепт бит был, – ти.

* * *
– ҡурҡыныс янағанда руль артындағы ҡатын-ҡыҙ нимә эшләй?
– Уның артына ҡаса!

* * *
ҡунаҡҡа йыйынғанда ире ҡатынына:
– ҡәҙерлем, ҡайһы күлдәкте кейәйем икән: ике төймәһе төшкәненме, яғаһы бысрағынмы, әллә инде ҡултыҡ аҫты һүтелгәненме? – ти.

* * *
– Һөйөклөм! – ти ир ҡатынына, – миңә матур һүҙҙәр табыуы бигерәк ауыр.
– Юҡҡа борсолма, – ти ҡатыны, – иң мөһиме, миңә кәрәкле аҡсаны тап.

* * *
Тәүҙә ул үҙенә ирҙе интернет аша эҙләне, ә аҙаҡ – Интерпол аша.

* * *
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙәге был тауарҙар, ысынлап та, Төркиәнәнме?
– Әлбиттә! Бына үҙегеҙ ҡайҙа етештерелгәнен ҡарағыҙ: «ООО «Маdе in Turkеy».

* * *
– Һеҙ оҫта саҡырттығыҙмы?
– Эйе. Беҙҙең аш-һыу бүлмәһендәге плитабыҙ ватылды.
– Һеҙ кәрәкле оҫтаны саҡырттыҡ тип уйлай­һығыҙмы?
– Әлбиттә. Һеҙ бит плитасы (плиточник).