-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
9 Ноябрь 2010, 13:09

Аң-белем хаҡында

Һәр кемдең күңелендә осо-ҡырыйы күренмәгән донъя ята. Беҙҙән ошо киңлектә яңы асыштар һәм үҙгәрештәр өсөн бер аҙ урын ҡалдырыу ғына талап ителә.Йәш кеше остазға килә һәм:– Уҡытыусым булһағыҙсы, – ти. – Миңә тормоштоң асылын аңларға ярҙам итегеҙ.– Яҡшы, – ти уҡытыусы. – Үҙең хаҡында һөйлә.Йәш кеше үҙенең бик күп нәмә хаҡында белеүе, ҙур-ҙур асыштары хаҡында һөйләй.

Һәр кемдең күңелендә осо-ҡырыйы күренмәгән донъя ята. Беҙҙән ошо киңлектә яңы асыштар һәм үҙгәрештәр өсөн бер аҙ урын ҡалдырыу ғына талап ителә.
Йәш кеше остазға килә һәм:
– Уҡытыусым булһағыҙсы, – ти. – Миңә тормоштоң асылын аңларға ярҙам итегеҙ.
– Яҡшы, – ти уҡытыусы. – Үҙең хаҡында һөйлә.
Йәш кеше үҙенең бик күп нәмә хаҡында белеүе, ҙур-ҙур асыштары хаҡында һөйләй.
Остазы тыңлағандан һуң уға тәүге өйгә эш бирә. Әммә йәш кеше остазы менән килешмәй, ул был эште насар тип уйлай. Үҙен, быларҙан инде күптән өҫтөнмөн, тип хис итә. Остазы нимә генә тәҡдим итмәһен, йәш кеше кире ҡағып, мәсьәләне үҙенсә хәл итә лә ҡуя, ти.
Шул саҡ аҡыл эйәһе егеткә буш стакан тоттора һәм шарап ҡоя башлай.
Тәүҙә стакан яртылаш, аҙаҡ ситтәренә тиклем тула, ә остазы шарапты һаман ҡоя ла ҡоя. Тәүҙә йәш кеше быны тыныс ҡына күҙәтә, әммә бер аҙҙан түҙмәй:
– Етте, беҙ шарапты ғына әрәм итәбеҙ! – тип ҡысҡырып ебәрә.
– Эйе, тап минең һымаҡ, һинең менән ваҡытымды бушҡа үткәрәм. Бик күп нәмә өйрәтә алыр инем, әммә һин ошо стакан һымаҡ тулыһың, – ти аҡыл эйәһе.
Шул саҡ егет:
– Улай булғас, әлегә тиклем белгәндәрем бер нәмә лә тормаймы ни? – ти.
– Уйҙарың һине ошондай кимәлгә еткергән, бөгөнгә нимәләр беләһең, шуларҙы һиңә биргән. Тик әгәр ҙә тағы ла күберәк белергә теләһәң, бер нәмәгә лә ирешә алмаясаҡһың. Әлегә кит! Минең яныма ҡасан яңы белемгә эйә булырға әҙер булаһың, шунда килерһең! – тигән остаз.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.