-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Ноябрь 2010, 14:51

Үәт, ҡыҙыҡ!

Судья – айырылышырға ғариза биргән ирҙән:– ҡатынығыҙ менән низағтар ҡасаныраҡ башланды?– 1980 йылдың 15 майында.

Судья – айырылышырға ғариза биргән ирҙән:
– ҡатынығыҙ менән низағтар ҡасаныраҡ башланды?
– 1980 йылдың 15 майында.
– Бик күптән икән, ә был көн нисек хәтерегеҙҙә ҡалды?
– Нисек ҡалмаһын инде, был бит беҙҙең туй көнө.

* * *
– Һеҙгә нисә йәш?
– Миңә 30 йәш тулды.
– Яҡшы, яҡшы, ә нисәнсе йылда?

* * *
– Ни өсөн һеҙ шулай күп алдашаһығыҙ?
– Үҙегеҙ һорауҙы күп бирәһегеҙ бит.

* * *
Бармен – милиционер­ға:
– Бынауы әҙәм аҡтығы араҡыны бушҡа ҡойоуҙы талап итә, үҙен участкағыҙға алып китегеҙсе.
– Ниңә? Беҙҙең участкала ла араҡы бушҡа таратылмай.

* * *
Телефон аша һөйләшеү:
– Һаумы, Ғәли! ҡасан миңә бурысыңды бирә­һең?
– Аҡсаны Вәли аша ебәрәйемме әллә?
– Юҡ, юҡ, Вәлигә бирә күрмә, уға үҙемдең бирәсәгем бар!

* * *
– Ә хәҙер һеҙ, тәрбиәле ир-егет булараҡ, миңә өйләнергә тейешһегеҙ!
– Тәрбиәле кеше булараҡ, мин күптән өйләнгән!

* * *
– Әкиәттәге бабай нисек шул тиклем ҙур команда йыйған?
– Һәр береһенә берәр шалҡан вәғәҙә итеп!

* * *
– Мин – иҫәр...
– Эйе.
– Әҙәм аҡтығы! Бер аҙ бәхәсләшһәң дә булыр ине инде!..

* * *
Ғәжәп: йылдан-йыл теш пасталары яҡшырғандан-яҡшыра, ә тештәр насарлана...

* * *
– Иремдең тыуған көнөнә нимә бүләк итергә белмәйем. Уның миңә кәрәк булған бөтә нәмәһе лә бар.

* * *
– Атай, ниңә самолетта бизнес-кластар шул тиклем ҡиммәт тора?
– Сөнки улар алыҫыраҡ, бейегерәк һәм тиҙерәк оса.