-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Октябрь 2010, 15:17

Үәт, ҡыҙыҡ!

«ҡатын-ҡыҙ ғәйбәт һөйләй, ә ирҙәр мәғлүмәт менән алмаша...»

«ҡатын-ҡыҙ ғәйбәт һөйләй, ә ирҙәр мәғлүмәт менән алмаша...»

* * *
– Исемегеҙ нисек?
– Ирек Илгизович... бәлки, Ирековичтыр...
– Һеҙ, нимә, үҙегеҙҙең исемегеҙҙе лә белмәйһегеҙме ни?
– Мин беләм дә ул, тик бына әсәйем генә бер аҙ шикләнә...

* * *
– Этеңдең исеме нисек?
– Белмәйем, әйтмәй бит.

* * *
ҡатыны:
– Әгәр һиңә тағы бер ғүмер бирһәләр, ниндәй йәнлек булып йәшәгең килер ине?
– Эт булып, – ти ир.
– Тағымы ни? – ти ҡатыны, онотолоп китеп.

* * *
– Документтарығыҙ бармы?
– Ике паспортым бар.
– Рәсәйҙеке һәм сит илдекеме? – тип һорай.
– Юҡ, һыуытҡыс менән туҙан һурҙыртҡыстыҡы...

* * *
– Ханым, һеҙ ҡараҡты һүрәтләй алаһығыҙмы?
– Оҙон буйлы, пеләш башлы, һаҡаллы...
– Ирме, ҡатын-ҡыҙмы?..

* * *
Етәксе – хеҙмәткәренә:
– Әле нимә эшләйһең?
– Бер нәмә лә эшләмәйем.
– Эшең бөткәс тә минең кабинетҡа инер­һең.

* * *
– Ирек, банкыла иҫәбең бармы?
– Бар ҙа ул, бик күптән бар, әммә, үкенескә күрә, минең файҙаға түгел шул.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына, – компотты еләк-емештән генә әҙерләйҙәрме, әллә йәшелсәнәндәме?
– Йәшелсә компоты ул борщ була, – тигән ҡатыны.

* * *
«Склероз – иҫ киткес шәп ауырыу! Бер ерең дә ауыртмай һәм көн дә... яңылыҡ».

* * *
Төрмәне тикшергәндә инспектор бер тотҡондан:
– Һин ни өсөн бында? – тип һорай.
– Сығармайҙар бит, – тигән теге.