-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Октябрь 2010, 15:40

Ике һабан

Һарайҙа ике һабан тора: береһе ныҡ тутыҡҡан һәм бик йәмһеҙ, ә икенсеһе ҡояшта күҙҙең яуын алырлыҡ булып ялтырай.Тутыҡҡаны ялтыраған һабанға көнләшеп ҡарай. Бер көн, түҙмәйенсә, былай тип һорай:– Был бер ҙә дөрөҫ түгел. Беҙ һинең менән бер үк төрлөбөҙ. Әммә һин шундай матур, ялтырап тораһың, ә мин – юҡ. Һиңә ундай матурлыҡ ҡайҙан килә? Минеңсә, тигеҙлек булырға тейеш.

Һарайҙа ике һабан тора: береһе ныҡ тутыҡҡан һәм бик йәмһеҙ, ә икенсеһе ҡояшта күҙҙең яуын алырлыҡ булып ялтырай.
Тутыҡҡаны ялтыраған һабанға көнләшеп ҡарай. Бер көн, түҙмәйенсә, былай тип һорай:
– Был бер ҙә дөрөҫ түгел. Беҙ һинең менән бер үк төрлөбөҙ. Әммә һин шундай матур, ялтырап тораһың, ә мин – юҡ. Һиңә ундай матурлыҡ ҡайҙан килә? Минеңсә, тигеҙлек булырға тейеш.
Ялтыр һабан көлә һәм:
– Эйе, дөрөҫлөк булырға тейеш! Мин иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙа эшләйем һәм шуның өсөн ялтырайым. Тутығып ятырға ваҡытым да, теләгем дә юҡ, – ти.
Уңғандар эшләр өсөн төрлө ысулдар уйлап таба, ә «соҡор елкә»ләр үҙҙәренең ялҡаулығын аҡлар өсөн төрлө һылтау эҙләй.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.