Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Октябрь 2010, 15:28

Замандарҙың рухи балҡышы

Еҙем-ҡаранда Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 130 йыллыҡ юбилейы билдәләндеЕҙем-ҡаранға китеп барыуыбыҙ. Эйе, Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылына. Тәүге халыҡ шағирының юбилей йылы быйыл, шуға күрә ҙур ғына йыйын йыймаҡсы ғафуриҙар.Оло юлға сығып, Иҙел башы яғына боролғас та, күҙҙе сағылдырып ҡояш килеп сыҡты. Тәнгә генә түгел, йәнгә рәхәт булып китте. Ни тиһәң дә, ҡояш ҡояш инде, бар донъя нурға сумды, беҙҙе оҙатып барған тирәк-сағандар бейеп тә киткәндәй, ялан-ҡырҙар йөҙөнә йылмайыу төҫө ингәндәй булды. Күк бейек, ҡояш мәленә ҡарап сағыу ғына, зарланаһы түгел.

Замандарҙың рухи балҡышы
Замандарҙың рухи балҡышы
Читайте нас: