Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Октябрь 2010, 17:07

«Йыл һайын алығыҙ бәпес – Яһамағыҙ тәнәфес!»

Тыуған илем БашҡортостанРәсәйҙә бер генә,Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыйВатаныбыҙ күгендә.

Тыуған илем Башҡортостан
Рәсәйҙә бер генә,
Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡый
Ватаныбыҙ күгендә.

Уның нурҙарын ҡапларға
Кемдәр генә ҡул һуҙмай,
Һимеҙ өлөш һоғонорға
Кемдәр генә ымһынмай.

Был айырыуса ныҡ һиҙелә
Бик яуаплы осорҙа.
Бына әле кисерәбеҙ
Беҙ нәҡ шундай осорҙар.

Тыуған илем – Башҡортостан
Атайсал менән бергә
Халыҡ иҫәбен алырға
Күптән инде әҙер ҙә.

Һай, перепись, перепись!
Башҡарасаҡ ҙур эшеңде
Көтә халыҡ, крепись!
Таҙа намыҫ бирһен көс!

Онотолмай Аҙнаҡайҙар,
Бөгөлмә һәм Аҡтаныш...
Тарих ҡатламында күмелеп,
ҡалды байтаҡ «аҡ тамыр».

ҡабатланмаһын бындай хәл,
Һай, перепись, перепись!
«Үҙ туғаның – үҙеңә яу», ти,
Хатта унан берегись!

Океан тулы акулалар,
Ә беҙ – гүйә ваҡ балыҡ,
«Беҙ үҙебеҙ ваҡ булһаҡ та,
Хайран ҡала күп халыҡ!»

Маҡтанмайыҡ, маһаймайыҡ,
Сос булайыҡ шулай ҙа,
Йыртҡыстар бит әүҙемләнә
Диңгеҙ буйраҡ булғанда.

Тыуған илем – Башҡортостан!
Дөрөҫ юлдан бараһың,
Тарихҡа айыҡ ҡарарға
Өйрәтеп балаларың!

«Ситтә» йәшәй ырымбурҙар,
Силәбеләр, барҙалар.
Әммә улар һәр ваҡытта
Башҡорт булып ҡалырҙар.

«Көнбайыштар» һәм «төньяҡтар» –
... Дүртөйлөләр, илештәр
Алдау, мәкер, хәйләләргә,
Хөсөтлөккә бирешмәҫ!

Һай, перепись, перепись!
Хәҡиҡәткә тоғро ҡалһаң,
Беҙ әйтербеҙ наконец :
– Һай, афарин, маладис!

Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.
* * *

Һай, перепись, перепись,
Иҫәп алыу – бер, ике, өс...
Башҡорт һанын арттыр, башҡорт,
Ал һин күберәк бәпес.

Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Хатта ана шул бәпес тә
ҡатнаша перепистә.

Йыл һайын алығыҙ бәпес –
Яһамағыҙ тәнәфес!
Шул саҡта булыр һөйөнөс
Беҙгә һәр саҡ перепись!

Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Бәләкәстәр ҙә перепистә
ҡатнашмай ҡалмай һис тә.

Бәпес алыр өсөн әгәр
Хәл ҡалмаһа, бөтһә көс,
Араҡы һәм һыра эсмә,
ҡаҙы аша, ҡымыҙ эс!

Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Халҡың ризығын ашаһаң,
Хәлең дә булыр, көс тә.

Ризығың мул булһын өсөн,
Көсөңдө йәлләмә һис.
Шул сағында халҡың әйтер:
– Һай, афарин, маладис!

Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Үрнәк ал һин шул бәпестән,
Һис ҡалма перепистән!

Һай, перепись, перепись,
ҡатнашҡандар – маладис!
ҡатнашмай ҡалғандар – пәдлис!
Таҡмаҡ бөттө нәкәнис.

* * *

Минең илем – Башҡортостан,
Йәшәгән ерем – Баймаҡ.
Тормошома зарланмайым,
Ашағаным – май, ҡаймаҡ.

Һай, лүҙер-ләритә,
ҡымыҙ тулы кәритә.
Шул ҡымыҙҙы алыу өсөн,
Таҡмаҡ яҙыу ҙа етә.

Рәхәт йәшәп ятҡан саҡта,
Аптыратты ҡоролоҡ.
ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш
Ун романға торорлоҡ!

Һай, лүҙер-ләритә,
ҡымыҙ тулы кәритә.
Бейәләр тибендә йөрөй,
«Йәшлек»тәр таҡмаҡ көтә.

Мал аҙығы әҙерләүгә
Бар көсөн һалды халҡым.
Ямғырҙар юҡ, ҡояш өтә,
Ә бөгөн килеп – һалҡын.

Һай, лүҙер-ләритә,
ҡымыҙ тулы кәритә.
Башҡортомдоң ҡымыҙына
Был донъяла ни етә?

Һөт һәм ҡымыҙ булһын өсөн,
Булһын өсөн май, ҡаймаҡ,
Мал аҙығы еткерербеҙ,
Күмәкләшеп көс һалһаҡ.

һай, лүҙер-ләритә,
ҡымыҙ тулы кәритә.
Ашығайыҡ, көндәр үтә,
Тиҙҙән һалҡын ҡыш етә.

Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.
Читайте нас: