-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Октябрь 2010, 17:05

Үәт, ҡыҙыҡ!

«Уҡырға, уҡырға һәм тағы бер тапҡыр уҡырға!» практикала бер имтиханды һәм уны ике тапҡыр ҡабаттан тапшырыуҙы аңлата».

«Уҡырға, уҡырға һәм тағы бер тапҡыр уҡырға!» практикала бер имтиханды һәм уны ике тапҡыр ҡабаттан тапшырыуҙы аңлата».
* * *
Аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар иҫәр булыуҙарын үҙҙәре лә белә.
* * *
– Мин, – ти бер 40-тан үткән ир, – үҙ ғүмеремдә ике эш башҡарҙым: ул үҫтерҙем һәм өй һалдым.
– Ә ағас? – ти танышы.
– Ағас менән айырылышып йөрөйбөҙ...
* * *
Аңлатманан.
«Ялған саҡырыу буйынса килгән милиция хеҙмәткәрҙәренә юл сығымдарын ҡаплау өсөн үҙҙәренә енәйәт ҡылырға тура килде...»
* * *
Рәсәй – донъяла 2012 йылда ике тапҡыр – иҫке һәм яңы календарь буйынса донъя бөтә торған берҙән-бер ил.
* * *
Будильник шылтырағас, кеше тәмлерәк һәм тынысланыбыраҡ йоҡлап китә.
* * *
– Мин ике ставкаға эшләйем, – ти берәү дуҫына.
– Минең дә эш хаҡым казинола ике ставкаға ғына етә, – тигән дуҫы.
* * *
Төндә бер ир күрше фатирҙа көслө музыка аҡырыуына йоҡлай алмай. Һәм: «Хәҙер инеп кәрәктәрен бирәм!» – тип, күршеһенең ишеген шаҡый. Үҙенән ике тапҡырға таҙараҡ, шкафтай ир кеше ишек аса.
– Музыкағыҙҙы бер аҙ баҫмаҫһығыҙмы икән, йоҡларға ҡамасаулай, – ти ир ҡыйыуһыҙ ғына.
– Ябыр инем дә ул, тик уны минән дә таҙараҡ икенсе кеше тыңлай шул, саҡырайыммы үҙен! – ти теге.
– Юҡ, юҡ, борсомағыҙ, иртәгә эштә йоҡлармын әле, – ти ир.
* * *
Байрамдың икенсе көнө. ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаны туҡтата.
– Эстеңме?
– Юҡ.
– Ниңә?
* * *
ҡарт пациентты бик оҙаҡ ҡарағандан һуң, табип:
– Минеңсә, һеҙ 90 йәшкә тиклем йәшәрһегеҙ, – ти.
– Миңә 90 йәш бит инде, – ти ҡарт ҡысҡырып.
– Бына бит, – ти табип ҡәнәғәтлек менән, – дөрөҫ әйткәнмен.
* * *
– Һөйөклөм, – ти ир ҡатынына, – һин бешергән балыҡ һурпаһында ниндәй балыҡ йөҙөп йөрөй?
– Һиңә минең ашым оҡшамаймы ни? – тип асыулана ҡатын.
– Оҡшай ҙа ул, тик ул балыҡ бит ашымды ашап бөтөрөп бара.
* * *
Ике ир һөйләшә:
– ҡатыным тын алырға ла ирек бирмәй, – ти беренсеһе.
– Ә минеке, киреһенсә, – ти икенсеһе, – ҡайтып инеүем була, шунда уҡ: «Өр әле!» – тип тын алырға ҡуша.