-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Сентябрь 2010, 15:45

Уйҙарығыҙ изге булһын

Бер ир автобуста бара, үҙенең башында: «Тирә-йүндә тик ахмаҡтар, етәксем – тиле, һаран, балалар – ялҡау, күршеләрем – насар, ҡатыным – йүнһеҙ», – тигән уй. Артында «һаҡлаусы-фәрештә»һе ҡулына блокнот менән ҡәләм тотоп, бөтәһен дә теркәп бара: «Бөтәһе лә йүнһеҙ, етәксем тегеләй, балалар – былай, ҡатын...», ә үҙе, һуң былар­ҙың бөтәһе лә булды бит инде, ниңә тағы был турала ҡабатларға кәрәк икән, тип аптырай һәм: «Әгәр һорай икән, тимәк, уның теләген үтәргә кәрәк», – ти. Шуның өсөн уйҙарығыҙ һәр саҡ матур, изге, күңелегеҙ тыныс булһын... Һәм, иң мөһиме, яҡындарығыҙҙы яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ!Р. ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Бер ир автобуста бара, үҙенең башында: «Тирә-йүндә тик ахмаҡтар, етәксем – тиле, һаран, балалар – ялҡау, күршеләрем – насар, ҡатыным – йүнһеҙ», – тигән уй. Артында «һаҡлаусы-фәрештә»һе ҡулына блокнот менән ҡәләм тотоп, бөтәһен дә теркәп бара: «Бөтәһе лә йүнһеҙ, етәксем тегеләй, балалар – былай, ҡатын...», ә үҙе, һуң былар­ҙың бөтәһе лә булды бит инде, ниңә тағы был турала ҡабатларға кәрәк икән, тип аптырай һәм: «Әгәр һорай икән, тимәк, уның теләген үтәргә кәрәк», – ти.
Шуның өсөн уйҙарығыҙ һәр саҡ матур, изге, күңелегеҙ тыныс булһын... Һәм, иң мөһиме, яҡындарығыҙҙы яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ!
Р. ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.