-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
28 Август 2010, 20:44

Үәт, ҡыҙыҡ!

Ир кеше эт менән автобуста китеп бара. Бер ҡатын, асыуланып:– Әй, этегеҙҙе минең эргәнән алығыҙ, юғиһә, ана, минең өҫтөмдә бөрсәләр йөрөй, – ти.– Тузик, – ти ир, – кит унан, күрмәйһеңме ни ханымда бөрсәләр бар икән.

Ир кеше эт менән автобуста китеп бара. Бер ҡатын, асыуланып:
– Әй, этегеҙҙе минең эргәнән алығыҙ, юғиһә, ана, минең өҫтөмдә бөрсәләр йөрөй, – ти.
– Тузик, – ти ир, – кит унан, күрмәйһеңме ни ханымда бөрсәләр бар икән.

* * *
Ике ҡырмыҫҡа ағас башында һунар итә. Филде күреп ҡалалар. Береһе фил өҫтөнә һикерә, уны тешләргә маташа. Икенсеһе эре генә:
– Һин ситкәрәк китеп тор, хәҙер мин, һикереп, уның арҡа һөйәген һындырам, – ти.

* * *
Бер ир баҙарҙа эт һата. Һатып алырға теләүсе:
– Этегеҙ һау-сәләмәтме? – ти.
– Әлбиттә.
– Аҡыллымы?
– Бик тә.
– Тешләшмәйме?
– Һеҙ нимә, юҡ.
– Тоғромо?
– Әйтергә лә түгел, инде алтынсы тапҡыр һатам, – тигән ир, онотолоп китеп.

* * *
– Әйтегеҙсе, ғәйепләнеүсе һеҙҙе ҡасан носорог тип атаны? – ти судья.
– Тап йыл ярым элек, судья әфәнде.
– Ни өсөн йыл ярымдан һуң ғына уны судҡа бирергә булдығыҙ?
– Сөнки быға тиклем носорогты күргәнем булманы. Ә кисә зоопаркта күреп, иҫем китеп ҡоланым.

* * *
Әгәр ҙә һеҙҙең биҫтәгә яңы асфальт түшәһәләр, өйҙәрҙе ағартһалар, яңы ҡоймалар ҡуйһалар һәм береһе лә эргәгеҙгә килмәһә – тимәк, һеҙ Германияла.

* * *
Социологтың беренсе ҡағиҙә­һе: йәмәғәтселек фекерен асыҡлау буйынса һорау­ҙарҙы бер ҡасан да дүшәмбе иртәһендә үткәрмәҫкә!
* * *
Ысын ир-егет үҙ ғүмерендә йорт төҙөргә, ағас ултыртырға, ул тәрбиәләп үҫтерергә һәм үҙ ихтыяры менән теш табибына барырға тейеш.
* * *
– Хәлең нисек?
– Айырылышыуға бер аҙым яһаным.
– ?!
– Өйләндем...
* * *
Бер ҡатын икенсеһенә зарлана:
– Телевизорҙан Тарзан хаҡында кино күрһәтә башлағас, ирем айырыла алмай ҡараны. Һәм бына аҙағы ла бик аяныслы тамамланды. Ниндәйҙер маймыл менән сығып ҡасты.
* * *
Рабинович Луврҙан ҡатынына шылтырата:
– Сара! Шмуликты таланылармы әллә?
– Юҡ. Ә нимә булды?
– Улайһа уның «Джоконда»һы музейҙа нимә эшләй икән?
* * *
– Японияла балаларҙы нисек ашаталар?
– Мә инде, атайың өсөн тағы 10 таяҡ ҡап, тип.