Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
28 Август 2010, 21:24

Ҡайғыларҙан уйылып китерлек

Яңыраҡ ҡулыма «Һуғыш балалары – тарих яралары» исемле тетрәндергес китап килеп эләкте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда көн күргән балаларҙың, апай-ағайҙарҙың тере хәтирәләре аша һуғыштың ысын йөҙө сағылыш тапҡан. Һәр иҫтәлек – бер ғибрәтле лә һәм фәһемле лә тарих, аяныслы һәм ҡабатланмаҫ яҙмыш. Китаптың авторын – билдәле шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә ҡотлогилдинаны «Йәшлек»кә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

Ҡайғыларҙан уйылып китерлек
Ҡайғыларҙан уйылып китерлек
Яңыраҡ ҡулыма «Һуғыш балалары – тарих яралары» исемле тетрәндергес китап килеп эләкте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда көн күргән балаларҙың, апай-ағайҙарҙың тере хәтирәләре аша һуғыштың ысын йөҙө сағылыш тапҡан. Һәр иҫтәлек – бер ғибрәтле лә һәм фәһемле лә тарих, аяныслы һәм ҡабатланмаҫ яҙмыш. Китаптың авторын – билдәле шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә ҡотлогилдинаны «Йәшлек»кә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
– Зөһрә апай, китаптың яҙылыу тарихынан һүҙ башлар алдынан тәүҙә ошо һорауҙы биргем килә әле: һуғыш һүҙе, һуғыш мәғәнәһе, һуғыш яраһы һеҙҙең аңығыҙға тәүләп ҡасан килеп инде икән?
– Аң белгәндән алып. Һуғыш һүҙе халыҡ теленән, хәтеренән мәңге төшмәне. Һуғыштың ауырлыҡтарын, михнәттәрен кисеп сыҡҡан атайым ауыр яраларына түҙмәй үлеп ҡалды. Ул саҡта миңә – йәш ярым, апайыма 4,5 йәш кенә булған. Егерме биш йәшендә әсәйем тол ҡалған. Шулай, сабый сағымдан етемлекте белеп, тойоп үҫтем. Етемлек кәмһенеүгә, баҙнатһыҙлыҡҡа, үҙ-үҙеңә йомолоуға килтерә. Тәүәккәллек юғала. Атайһыҙ – арҡаһыҙ, яҡлауһыҙ. Атайһырау тойғоһо мине ғүмер буйы оҙатып килә шулай. Туған Өмөкамал инәйҙең, беҙҙең өйгә ҡарап, ошо тупһа йәтимдәрҙән өҙөлмәне, тип өҙөлөп әйткәне һаман хәтеремдә. Һуғыш урламанымы ни минең атайымды, минең бәхетле, хәсрәтһеҙ бала сағымды? Яҙмышҡа шуныһына рәхмәтлемен, беҙгә ғүмер бирһен өсөн генә лә һуғыштан иҫән сығарып, мәрхәмәтлек күрһәткән атайыма.
Ауыр саҡтарҙа ла, уйланыр мәлдәрҙә лә Ноғман олатайымдарға һыйындыҡ. Ул Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашып, аяғын яралаған, аҡһаҡ ине. Үткәндәрен иҫенә төшөрөп беҙгә һөйләгәндә, һуғыш миңә мажара, ҡыҙыҡлы бер кино кеүек тойола торғайны. Тормоштоң әсе һурпаһын эсә-эсә, үҫә биргәс, ниндәйерәк мажара икәнен аңланым...
– Бала сағығыҙҙа был афәт касафатын үҙегеҙ ҙә кисергәнһегеҙ. Китабығыҙҙы ата-әсәйегеҙ иҫтәлегенә бағышлауығыҙ юҡҡа түгелдер?
– Миңлегөл (билдәле шағирә Миңлегөл Хисамова – авт.) апайымдың республика гәзитендә шиғыры баҫылғас, минең дә ҡәләм тирбәтә башлағаным билдәле булғас, әсәйем бер көн һандыҡ төбөнән атайымдың дәфтәрҙәрен килтереп сығарҙы. «Шиғри осҡон атайығыҙҙандыр. Бына уның һеҙгә ҡалдырған байлығы», – тине. Унда латин графикаһында атайымдың шиғырҙары урын алғайны. Был хәрефтәрҙе белмәгәс, әсәйем үҙе беҙгә уҡыны. Атайҙан ҡалған шиғри тулҡын йөрәктәргә үтеп, йәнебеҙҙе йылытты, йәшәүгә, беҙгә ижадҡа дәрт бирҙе. Нисектер шул көндө тормошҡа ышанысыбыҙ артҡандай тойолғайны.
Әсәйем бигерәк егәрле кеше булды. Шул уңғанлығы менән беҙгә етемлекте белдермәҫкә, етеш тормошта йәшәтергә тырышты. Һуғыш башланғанда уға ун өс йәш булған. Ә ун биш йәшендә тәгәрмәсле тракторҙа эшләгән. Һыуыҡта ла, ямғыр-ҡарында ла ышыҡһыҙ-ҡыйыҡһыҙ тракторҙың руле артында ултырыуы үҙен аҙаҡ ныҡ белдерҙе, ҡырҡ йәшендә әсәйем, быуындары һыҙлап, аяҡһыҙ булды. Егерме ике йыл түшәктә ятты. Ятһа ла, тормоштан зарланманы, замандан артта ҡалманы, гәзит-журналдар уҡып, радио тыңлап, илдәге, донъялағы хәлдәрҙе белеп, һығымталарға килеп, үҙ ҡарашын белдереп ятты.
Әсәйем ошо китабымдың сығыуын бик теләне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, күпме кешеләр менән осрашып, улар менән бергә, уларҙың хәтирәләре менән күпме яҙмыш ауырлыҡтарын «уртаҡлашып» та, әсәйемдең дә, олатай-өләсәйемдәрҙең дә һөйләгәндәрен яҙып-теркәп бармағанмын. Бик ҡыҙғаныс...
Был китапты яҙғанда һәр саҡ бер йылы тойғо йылытты, изге кешеләремә китап аша булһа ла бурысымды ҡайтара, рәхмәтемде еткерә алам, тигән тойғо. Йәшләй генә гүр эйәһе булған, аңлы тормошомда үҙем бер тапҡыр ҙа «атай» тип өндәшә алмаған атайыма, йәшләй генә тол ҡалып, үҙе аяҡһыҙ ҡалһа ла, ике ҡыҙын сирле килеш яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған әсәйемә, бик күп тол ҡатындарға, етем балаларға, ҡаһарман тыл ветерандарына, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухтарына бер йәдкәр булһын ошо йыйынтыҡ, тимен.
– Китаптың яҙылыу тарихы нисегерәк булды?
– Был эшкә тотоноуыма билдәле белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың «Һуғыш йөҙө ҡатын-ҡыҙмы?» һәм «Һуңғы шаһиттар» тигән документаль китаптары этәргес булды. Ул фашистарҙың тәүге һөжүмен ҡабул иткән Белоруссия ерендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың иҫтәлектәрен магнитофон таҫмаһына яҙып алып баҫтырғайны. Һәр кемдең исем-фамилияһы, йәше бирелгән, һәм ул һуғышты нисек итеп иҫендә ҡалдырған – был юлдарҙы тыныс уҡыу мөмкин түгел.
«Ә тылда еңел булғанмы ни?» – китаптарҙы уҡып сыҡҡандан һуң шундай тәүге һорау тыуҙы. Башта үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы инәйҙәренең, апайҙарының иҫтәлектәрен яҙып алдым. Үкенескә күрә, улар­ҙың бөтәһе лә тиерлек хәҙер мәрхүм инде. Тора-бара ошо иҫтәлектәргә Башҡортостандың өс тиҫтәгә яҡын район-ҡалаһынан, хатта сит төбәктәрҙә йәшәүсе инәйҙәрҙең хәтирәләре лә өҫтәлде. Уларҙың бер өлөшөн Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан «Башҡортостан» гәзите лә баҫтырып сығарҙы. Ун дүрт һанда донъя күргән яҙмалар уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостан радиоһынан тапшырыу ойошторолдо. Шуларҙы уҡып, тыңлап, тыл ветерандары үҙҙәре мине эҙләп килә, хаттар ебәрә башланы. «Беҙгә ошоғаса әллә ни иғтибар булманы», – тип, үпкәләрен дә белдерҙеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа уларҙы һуғыш ветерандарына тиңләнеләр. Бындай хөрмәткә күптән лайыҡ ине тыл хеҙмәткәрҙәре. Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреп, аслыҡтан үлеүселәр әҙ булғанмы ни? Станок артына баҫҡан, тракторға ултырған, урман киҫкән, шахтаға төшкән, госпиталдәрҙә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар күпме ауырлыҡ, михнәт, мохтажлыҡ кисергән.

***
[/center]
«... ФЗО-нан килгән ун биш-ун алты йәшлек балалар йәшәгән землянканан иртән тороуға үлгән кешеләрҙе сығарып өйөп ҡуялар. Күмеүсе кеше юҡ. Ситкәрәк, урманға алып барып, ҡар менән генә күмеп ҡуя инек.
Эргәмдәге бер ҡыҙ менән кистән һөйләшеп яттыҡ. Иртән: «Зоя, тор, эшкә барыр ваҡыт етте!» – тим. Ул өндәшмәй. Мин төртәм, ул яуап бирмәй. ҡараһам – үлгән».
(Иҫтәлектәрҙән өҙөк).

***[center]

«...Уңыш йыйғанда тейәп келәткә алып китеп баралар икән. Шул мәлдә бисәләр ҙә бесәнгә юл тотҡан. Өс балалы Зәғифә апай яулығына, ә өләсәйемдең улының улы – Миңлеғәли ағай шапкаһына әҙерәк бойҙай һалып алғандар. Ағайымдың өс ҡыҙы, бер улы бар ине. Шул балаларҙың тамаҡтарын туйҙырырға уйлағандыр инде. Шуның өсөн икеһенә лә һигеҙ йыл бирҙеләр. Өс бала әсәһе тип, Зәғифәне, юллап, төрмәнән алып ҡалдылар. Ә Миңлеғәли ағай срогын тултырып ҡайтты. Әммә Разия еңгәм балаларын ҡарай алманы, үҙе ағайым ҡайтҡансы үлде, әсәһе Ғәйшә инәй ҙә үлде. Бер бөртөк улдары Миңлегәрәй ҙә үлде. Өс ҡыҙын балалар йортона алып киттеләр. Шулай итеп, бер шапка бойҙай хаҡы бик ҡиммәткә төштө. ҡатын да юҡ, балалар ҙа».
(Иҫтәлектәрҙән өҙөк).

***
[/center]
«...Ауылдан ете километр алыҫлыҡта Сытырбаш ауылы янында көлтә бәйләп ятҡан ҡатындар йәш балаларын имеҙергә төндә генә ҡайтып киләләр. Шул саҡта, эстәре китеп, ауылда 35 бала үлде. Ваба сире булған, тинеләр».
(Иҫтәлектәрҙән өҙөк).

***[center]



«Еңеүҙең яртыһы – тыл ҡаһарманлығы», – тигән маршал Жуков. Һуғышта шарттар икенсерәк булды, унда ашарға бар ине, тип әйткән ветерандарҙы ла күргәнем бар. Тылдағылар, ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы һыныҡ икмәген дә фронтҡа ебәргән, ә бер ус бойҙай өсөн төрмәгә ҡыуылған. Уйлаһаң, уйылып китерлек: пулялар осмаған, бомбалар шартламаған, ләкин ауылда көн дә тиерлек аслыҡтан, һыуыҡтан өйҙәрҙән мәйет сыҡҡан. Һуғыш осоронда донъяла 13 миллион бала үлгән, йәғни Өфө кеүек 13 ҡала юҡҡа сыҡҡан. Ә уларҙың тыуасаҡ балаларын да ҡушһаң... уйҙар етмәҫлек, зиһен аңламаҫлыҡ хәл бит.
«Һуғыш йылдарында республика хеҙмәтсәндәре фронтҡа шундай-шундай ярҙам күрһәтте», – тигән һандар, факттар килтерелгән тарихи, документаль хеҙмәттәр яҙылған. Ә бына айырым кешеләрҙең нисек йәшәүе, фиҙакәр хеҙмәте, фронтҡа ярҙам итеүҙәрен һөйләүсе иҫтәлектәр юҡ кимәлендә. Ә уларҙың тәьҫире бөтөнләй башҡаса.
Был йыйынтыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының хәтирәләре индерелде.
– Был китапты тыныс ҡына уҡып булмай. Героиняларығыҙҙы тыңлағанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? Уларҙы ҡайҙан таптығыҙ? Нисек телдәрен астығыҙ?
– Был яҙмаларҙа – күпме күҙ йәше, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре?! Уларҙың һөйләгәндәренән һуғыш осорондағы тыл йылъяҙмаһы күҙ алдына килеп баҫа.
Апайҙар хәтирәләргә бирелһен өсөн, уларҙың һәр береһенә яҡынса өсәр һорау бирҙем: тәүге икәүһе – һуғыш башланған һәм тамамланған көндәрҙе иҫләү, өсөнсөһөндә – дүрт йыл һуғыш барған осорҙа күргән михнәт-ғазаптарын, эшмәкәрлектәрен, донъяға ҡараштарын деталдәр аша асып биреү.
Һөйләүселәр араһында, ысынлап та, төрлөһө бар. ҡайһы берҙәре бик тетрәндергән бер үк ваҡиғаны ҡабатлап илап һөйләй ҙә һөйләй. Һөйләшеү килеп сыҡманы инде, тип ишеккә үрел­һәң, «ә бына шул йылды...» тип тағы бер ҡыҙғаныс хәлде иҫкә төшөрә. Тағы ултыраһың.
ҡайһы берҙәре, датаһына, сәғәтенә тиклем хәтерләп, китаптағыса һөйләп бирә. Ултырып иларлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы йөрәктән сығармай, телгә генә һалыусылар ҙа бар. Юҡ, уларҙың күңеле ҡатмаған, ә кешелектең күңеле ҡатҡандыр тип, донъяны шулай ҡабул итеүҙәрелер, тим. Ғәҙәти көнгә шул тиклем яраҡлашабыҙмы, ҡайһы берҙә ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы ла тейешенсә баһаламайбыҙ шикелле. Хәҙерге замандың енәйәтлектәре, ғәмһеҙлектәренә күңел өйрәнәме, һыҙлана, кисерә белмәгән кеүекбеҙ. Хәҙерге заман кешеһен әйтәм.
– ҡайһы бер эпизодтарҙы яҙғанда илағанһығыҙҙыр ҙа...
– 65 йыллыҡҡа – 65 иҫтәлек, тигән маҡсат алғас, быйыл ҡыш дүрт тапҡыр ҡарттар йортонда булып, иптәшем Нияз Мә­һәҙиев менән бергә һигеҙ яҙ­мышты яҙып ал­дыҡ. Улар менән осрашып ҡайтһам, йоҡлай ал­май бер булам. Тетрәнеүҙәрем йөрәгемә бәрә лә, аңҡы-тиңке булып ҡалам. Шунда һуғыш йылдарында станокта эшләүсе, һирәк белгес булғанға күрә һуғышҡа алынмай ҡалған По­ляков исемле ҡарттың әйткәне уйландырҙы. Ул: «Ғүмеремдә өс тапҡыр күмәк кешеләр менән бергә иланым. Тәүгеһе – һуғыш башланғанда, икенсеһе – һуғыш бөткәндә, ә өсөнсөһө – Сталин үлгәндә... Еңеү көнөндә мин белорус ерендә инем. Шунда ун биш йәшлек үҫмерҙең ҡайғынан аҡылдан яҙғанына шаһит булдым. Ул бер туҡтауһыҙ: «Я горюю, у меня горе», – тип ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Баҡһаң, уның күҙ алдында фашистар тотош ғаиләһен – ата-әсәһен, барса туғандарын атып үлтергән икән. Еңеү көнөндә шатлыҡ менән ҡайғы икеһе бергә йөрәгендә, аҡылында һыйыр урын таба алмағандыр инде. Уны йәлләп тә иланым», – тигәйне. Ошо һүҙҙәрҙе тыныс ҡына яҙып буламы ни?
Ә бер ус ҡалған башаҡтарҙы йыйған өсөн бер етем малайҙың ҡулдарын колхоз рәйесенең сүкеш менән төйгәнен тыныс ҡына яҙып буламы һуң? Ул етәксене, һуғыштан һуң судҡа биреп, төрмәгә ултырталар. Унан ҡайтҡас, ғаиләһе ҡабул итмәй, был ир сит ерҙә үлеп ҡала. Ә малай ғәрлегенән ауылдан сығып китә. Ошоларҙы яҙғанда, репрессия елдәре ул саҡта ла иҫеүенән туҡтамаған, тип ҡуям.
Юҡ, ул осорҙа етәкселәр араһында миһырбанлылары ла әҙ булмаған. Үҙҙәренең ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуйып, ауыр хәлдәге ғаиләләргә шым ғына иген таратып, үлемдән алып ҡалғандары ла булған. Уларҙы халыҡ изге хәтер менән иҫкә ала.
– Һуғыш осоро яраларын асыусылар араһында күбеһе – ауылдаштарығыҙ. Улар, ғөмүмән, уҡыусылар нисек ҡабул итте ауыр тойғолар ҡалдырыусы, ләкин һуғыш ысынбарлығын асыусы был китапты?
– Китап сыҡҡас та, шатлығымды уртаҡлашыр­ға тип, иң тәүҙә ауылыма ашыҡтым. Әсәйемдең вафат булыуына быйыл егерме йыл була. Уның рухына, Еңеү өсөн фиҙакәр хеҙмәт һалған башҡа ауылдаштарым хөрмәтенә Миңлегөл апайым ғаиләһе менән бергә ике һарыҡты ҡорбан итеп салып, һуғыштың әсеһен, туҡмағын татыған өлкән апай-ағайҙарҙы, был китапҡа ингән мәрхүм геройҙарҙың балаларын, йәмғеһе етмештән ашыу ауылдашымды саҡырып, табын ҡорҙоҡ. Матур кисә булды ул. Халыҡ артистары Нурия Ирсаева, Рәмилә Сәлимгәрәева үҙҙәре лә һуғыш йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты, үҙҙәренең йәшлек осорондағы популяр йырҙарҙы ла башҡарҙылар. Яҡташым, эшҡыуар Иршат Аҫылғужин, Өфөләге Көйөргәҙе районының яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Земфира Күсәрбаева ярҙамы менән китаптар алып ҡайтҡайным, шуларҙы тараттым. Геройҙарымдың унлабы иҫән, ҡыуанып ҡабул иттеләр. ҡасандыр уларҙың һөйләгәндәрен магнит таҫмаһына яҙҙырып алғайным, шуны тыңлаттыҡ. Әҫәрләнеп, илап тыңланылар.Оло хеҙмәтегеҙ оло хөрмәткә лайыҡ, изге, сауаплы юлда йөрөйһөгөҙ, тине ауылдаштарым. Таймаҫ ауыл хакимиәте рәйесе Рәйлә Яңыбаева, Байрамғәле Абдрахманов, Рәмилә Вәлитовалар ойоштороу эштәрен башҡарҙы. Уларға һәм бөтә ауылдаштарыма ҙур рәхмәт.
Ошондай уҡ осрашыу изге Рамаҙан айында Өфөләге ҡарттар йортонда ла булды. Ихлас үтте. Әбей-бабайҙарҙың йөҙҙәре нурға тулды. Дәртләнеп китеп, Ғилминур инәй йырлап ишеттерҙе, Поляков ҡарт, сырхау булһа ла, немец аккордеонын һөйрәп килтереп сығарҙы. Кисә аҙағында бөтәбеҙ – артисткалар Нурия Ирсаева, Рәмилә Сәлимгәрәева, композитор Салауат Низаметдинов, шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Әлфиә Әсәҙуллина өлкәндәр менән бергә «Катюша»ны йырлағанда, күҙҙән йәштәрҙе тыйып алып булмаҫ сиктә инек. Үткән аҙнала Шишмәләге ҡараяҡупҡа барып, ике әбейемә китабымды бүләк итеп килдем. 98 йәшлек Әсмә әбей ҙә, 93 йәшлек Бәйзә әбей ҙә иҫән-һау әле, күҙебеҙ күрә, үҙебеҙ уҡыясаҡбыҙ, тип ҡалдылар. Уларҙың һөйөнөсө – минең дә ҡыуанысым. Уларҙың йөҙөндә әсәйемде күргәндәй булам.
– Был эште дауам итергә кәрәк тип уйлай­һығыҙмы?
– Ошо йыйынтыҡты сығарған «Китап» нәшриәтенә рәхмәтем сикһеҙ. Бик ҙур сауап эшләнеләр ветерандар алдында. Тылда эшләүсе өлкән йәштәге инәйҙәрҙең күбеһе мәрхүмә инде. Иҫәндәрҙән иң өлкәненә, Миәкәнән Гөлнәфис Туҡаеваға –101, иң йәшенә – 72 йәш. Һуғыш афәтен иҫләгәндәр иҫән саҡта тере хәтирәләрҙе яҙып алырға кәрәк. Был – беҙҙең изге бурыс.

Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.
Читайте нас в