-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Август 2010, 20:05

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Әйтсе, ҡәҙерлем, – ти ире, – ни өсөн һин кәтлиттәреңде төрлөсә эшләйһең?– Һин үҙең бит, аш-һыуҙы төрләндер, тигәйнең.

– Әйтсе, ҡәҙерлем, – ти ире, – ни өсөн һин кәтлиттәреңде төрлөсә эшләйһең?
– Һин үҙең бит, аш-һыуҙы төрләндер, тигәйнең.

* * *
Бер ханым һатыусыға бышылдап ҡына:
– Ингәндән бирле минән күҙен дә алмаған анауы ирҙең кем икәнен белергә ине, – ти.
– Ул манекен бит.

* * *
Йәш егетте «гаишник» туҡтата. Егет хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған була.
– Мин һеҙгә тиҙлекте арттыр­ғанығыҙ өсөн штраф һалам, – ти «гаишник».
– Ә ҡайыш? – ти егет.
– Ә ҡайышты өйҙә ата-әсәйеңдән алырһың!

* * *
– ҡатыныңдың тыуған көнөнә нимә бүләк итәһең?
– Гәүһәр ташлы балдаҡ.
– Бәй, ул машина теләй ине түгелме һуң?
– Мин уға ялған машинаны ҡайҙан алайым?

* * *
«Яңы урыҫ» ресторанда ултыра. Официант ҡәһүә килтерә лә:
– Рәхим итегеҙ. Иҫ киткес тәмле эсемлек, Бразилиянан, – ти.
«Яңы урыҫ» эсә һәм:
– ҡара һин уны, ниндәй алыҫтан килтергәндәр, ә ул һаман эҫе, – ти.

* * *
Эшҡыуарҙан нисек миллионер булып китеүе хаҡында һорашалар.
– ҡатыным арҡаһында.
– ?!
– Миңә ҡатынымдың ҡасан аҡса етмәүгә зарланмай башлауы ҡыҙыҡ ине.

* * *
Светофор эргәһендә «Ока» джипҡа килеп бәрелә. Унан йоҙроҡтарын төйнәп шкафтай «яңы урыҫ» килеп сыға.
«Ока»ның водителе, яурынын һелкетеп:
– Ә мин һеҙҙең һымаҡтар светофорҙа туҡтап тормайҙыр тип уйлағайным, – тигән.

* * *
– Мәскәүҙә «яңы урыҫ»­тарҙың балалары өсөн махсус мәктәп асҡандар икән, тип ишеткәйнем.
– Эйе, унда өс кенә синыф. Беренсеһе – эшҡыуарлыҡ, ҡалғаны аңралар өсөн.

* * *
– Атай, әсәйем машинаны һиңә ҡарағанда яҡшыраҡ йөрөтә.
– Улай уҡ тимәҫ инем...
– Һин бит, ҡул тормозы күтәрелгән көйөнсә бер метр ҙа бара алманым, тинең. Ә әсәйем ошолай биш саҡрым барған.

* * *
Ир кеше ҡыйын саҡта ҡатын-ҡыҙ эҙләй, ә уға рәхәт саҡта, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ уны эҙләй.