-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Август 2010, 15:56

Үәт, ҡыҙыҡ!

– Алло! Миңә Ирек кәрәк ине!– Ундай кеше юҡ беҙҙә.– Fәфү итегеҙ, Ирек Ғәлиевич кәрәк ине, тип hорарға уйлағайным.– Ул юҡ.– Ә бүлек мөдире хөрмәтле Ирек Ғәли улын саҡыра алмаҫhығыҙмы?– Тыңлайым hеҙҙе, кем был?!

– Алло! Миңә Ирек кәрәк ине!
– Ундай кеше юҡ беҙҙә.
– Fәфү итегеҙ, Ирек Ғәлиевич кәрәк ине, тип hорарға уйлағайным.
– Ул юҡ.
– Ә бүлек мөдире хөрмәтле Ирек Ғәли улын саҡыра алмаҫhығыҙмы?
– Тыңлайым hеҙҙе, кем был?!

* * *
Ир теш табибы бүлмәhенә инә:
– Табип әфәнде, әйҙәгеҙ, тиҙ генә бер ниндәй наркозhыҙ-ниhеҙ hурығыҙ ҙа алығыҙ!
– Их, бөтөн ауырыуҙар ҙа hеҙҙең кеүек ҡурҡмай торған булhа ине лә бит! Ярар, башланыҡ улайhа.
Ир йүгереп барып бүлмә ишеген аса:
– ҡәйнәм, тиҙ генә ин, табипҡа тешеңде күрhәт!

* * *
– Әйҙә, ял көнөндә ҡала ситенә сығып, күңел асабыҙ, – тип тәҡдим яhай ир ҡатынына.
– Минең бит кейергә бер генә лә йүнле әйберем юҡ.
– Юҡҡа борсолаhың. Бына тигән рюкзак hатып алдым, шуны кейерhең.

* * *
Ир бала табыу йортонда ҡатынын ҡаршылай. Шәфҡәт туташы унан hорай:
– Ниндәй исем ҡушыр­ға уйлайhығыҙ?
ҡатын, шәфҡәт туташын бүлдереп:
– Ә беҙ әле исемен дә, атаhының исемен дә hайларға өлгөрмәнек, – ти.

* * *
Бер ханым – әхирәтенә:
– Беләһеңме, кисә өйҙә үҙемдеке менән ултыра инем, көтмәгәндә ишек асылып китте һәм минеке ҡайтып инде.

* * *
ҡатын – иренә:
– ҡәҙерлем, һин бик күптән миңә өс изге һүҙҙе әйткәнең юҡ.
– Ниндәй?
– «Мин һиңә һатып...»

* * *
– Сәләм, Ғәли! Шунан, хәлдәр нисек?
– Америкалағы һымаҡ.
– Нимә, бөтәһе лә о’кей, файн һәм вери гудмы ни?
– Юҡ та. Кредиттар йонсотто, бик күп йыйыл­ған, һәм, этем белһен, ҡасан түләп бөтөрөрмөн?..

* * *
– Һин беләһеңме – кисә беҙҙең шеф үлгән!
– Беләм, әммә уның менән бергә кем үлгәнен аңлай алманым.
– Нисек инде, уның менән бергә?
– ҡайғы уртаҡлашыуҙа бит: «Уның менән бергә беҙҙең иң яҡшы белгесебеҙ үлде», – тип яҙылғайны.