Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март , 14:31

Өр-яңы әҙәби конкурс! Еңеүсегә – 50 мең һум!

“Йәшлек” гәзите редакцияһы яҙыусы, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәлис Ураҙғоловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Ураҙғоловтар ғаиләһе менән берлектә хикәйәләр конкурсы ойоштора. 

Конкурсҡа ирекле темаға күләме 15 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр “Йәшлек” гәзитенә яҙы­лыу кви­танцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзи­тебеҙҙең электрон почтаһы буйынса (ye02@yandex.ru) ҡабул ителә. “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәриф­тәрҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псев­донимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала, интернет селтәрендә донъя күргән әҫәрҙәр ҡаралмай. Ҡатнашыусының Яҙыу­сылар союзы ағзаһы булыу-булмауы иҫәпкә алынмай. Хикәйәләр гәзиттә псев­доним менән баҫыла.
Әҫәрҙәр ағымдағы йылдың 1 апреленән 2027 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы яҙыусының тыуған төйәгендә үтә.
Тәүге этапта хикәйәләрҙең иң яҡшы­лары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит битендә донъя күрә. Күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре улар араһынан еңеүселәрҙе билдәләп, конкурсҡа йомғаҡ 2027 йылдың декабрендә яһала. Башҡа ав­торҙарға жюри ҡарары һәм баһалары етке­релмәй, дәғүәләр ҡабул ителмәй.
Гәзиттә баҫылған хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Кон­курста бер төп бүләк (50 мең һум аҡса) һәм биш дәртләндереү но­минацияһы билдәләнә. Баһалама ағзаларының ҡарары һәм бү­ләкләү фондының мөмкинлегенә ҡарап, номинацияларҙың һаны үҙгәреүе мөмкин. 
Рәлис Ураҙғолов исемендәге хи­кәйәләр конкурсының положениеһы менән “Йәш­лек” гәзитенең рәсми сайтында һәм “Бәйләнештә” сел­тәрендәге төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Мөхәрририәт.

Читайте нас