Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Октябрь 2023, 13:33

Стапан күле

* * *

Хәйбулла районының байтаҡ ауылында һәм күрше-тирә өлкәләрҙә йәшәгән, үҙҙәренең нәҫел ағасын Мәмбәттән башлаған башҡорттарҙың төп тыуған төйәге  – ул Йылайыр урмандарында ятҡан боронғо Һабыр ауылы. Мәмбәт ошо ауылда егет ҡорона еткән. Унан Үҫәргән волосы старшинаһы Һабыр Ҡоломбәтовтың  ғаиләһендә  сынығып,  ир ҡорона ингән. Ул  Бөрйән ырыуынан Йомаш мулланың ҡыҙы Һағындыҡты килен итеп төшөрөп, түл ейгән. Үҙе әйткәнсә, нәҫелем ишле булһын тип, өс ҡатын алып, уларҙан һигеҙ ул, алты ҡыҙ тыуған.  Беҙ бына ошо бай тарихлы, шәжәрәле Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәйбеҙ ҙә инде.

Мәмбәттең икенсе улы – Рәхмәтулла. Мәмбәт вафат булғас, атаһының донъяһына, етем ҡалған  аҫыл балаларына, мал-хайуандарына, ҡымыҙ бейәләренә баш булып ҡалыуы менән Рәхмәтулла бай тип аталып йөрөтөлгән.  Ҡустыларының һәр береһен өйләндереп, өй һалып, мал-тыуар биреп, тәрбиә биреүсе лә  тап ул булған. 
Көҙ көнө  Ҡыуандыҡ менән Иҫәнғол  көтөү  көтөп йөрөгәнендә ҡаҙаҡтар Мәмбәттән ҡалған мең баш йылҡыны ҡыуып алып киткән. Улар мал көткән егеттәрҙе лә үҙҙәре менән алған. Бер ваҡыт,  арттан ҡыуғын килә, тип ҡараһалар, туҙан туҙҙырып ун бишләп ниндәйҙер ҡарасҡы күренгән. Баҡһаң, Рәхмәтулла байҙың көтөүсеһеҙ йөрөгән аттары тау аръяғында ятып ҡалған да, йылҡыларҙың китеп барғанын күреп, сабып килеп ҡушылған. Быға ҡаҙаҡтар бик шатланған. 
Маҡан йылғаһы тамағынан, Таналыҡ йылғаһынан сығарып, Мәмбәт ауылының ҡаршы туғайынан китеп барғанда бер күлдә Степан исемле  урыҫ балыҡ тотоп йөрөгән. Кешеләргә еткерер тип, уны ла үҙҙәре менән алып китәләр. Өсөһөнөң дә аяҡтарын аттың бауыр аҫтынан ныҡ итеп бәйләп, йүгәнһеҙ ҡыуалар. Степан балыҡ тотҡан күлде халыҡ Стапан күле тип атай башлаған. 
Стапан күленең эргәһендә бейек кенә ҡая ла бар. Ошондағы  тау башында Степан тигән урыҫ йәшәгән. Ул бик белемле булған. Мәмбәт, Иҫәнғол улымды уҡытһын, белемле итһен тип, шуға уҡырға йөрөткән. Ысынлап та, ул Иҫәнғолға ныҡлы белем биргән һәм артабан егет  хәрби кеше булып киткән. Хәҙерге Ейәнсура, Йылайыр ерҙәрендә хәрби гарнизоны (Үрге һәм Түбәнге Казармалар шунан ҡалған) булған. Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғол да шул Мәмбәттең Иҫәнғол улынан барлыҡҡа килгән.
Стапан күле атамаһының өсөнсө варианты ла бар. Имеш, Степан  күл буйында балыҡ ҡармаҡлап ултырғанында кемдәрҙер килеп сығып: «Нишләп бында ултыраһың? Нишләп бында балыҡ тотаһың?  Һин кем?»  – тип бәйләнеп, баҫтыралар икән.  Ә Степан:  «Мин Степан, мин Степан»,  –  тип ҡаса икән. Шул ваҡыттан алып ул күлде башҡортсалаштырып Стапан күле тип атайҙар. Хәҙер күлдең эргәһендә ағастар үҫә. Ямғырһыҙ йылдарҙа ул бөтөнләй ҡорой.
Шулай беҙҙең Мәмбәт ауылы тирәһе ер-һыу атамаларына бай, күптәренең легендалары ла бар. Миңә инде бигерәк тә ошо Стапан күленең легендаһы яҡыныраҡ булды. 

Илсиә ҠӘЙЕПОВА,
 Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы  мәктәбенең X класс уҡыусыһы.

Читайте нас: