Был ауыл барлыҡҡа килгән мәлдә яҡындағы ҡаялы тау башына йыл да яҙын бер пар ҡыр ҡаҙҙары оя ҡорған. Шуға уны халыҡ Ҡаҙояташ тип атаған. Ул Баймаҡ районы Әптекәй ауылының көньяҡ-көнсығышында һөҙәк тауҙар уртаһында урынлашҡан. Көнбайыш яғы осло таштарҙан тора. Тура менеп булмай, бик текә. Ә көнсығыш яғы бәләкәй тауҙар теҙмәһенә тоташып тигеҙләнә. Текә ҡая таш аҫтында матур бәләкәй туғай бар. Яҙын ул төрлө-төрлө сәскәгә күмелә. Ҡаялы таштар араһынан йыл да сылтыр шишмә урғылып сығып, Һаҡмар йылғаһына табан юл ала. Бындағы ҡаяға ҡыр ҡаҙҙарының оя ҡороп, балалар сығарып, ҡаңғылдашып осоп йөрөүе үҙе бер мөғжизә булған.
Әптекәйгә тау аша ятҡан Иҫке Комсомол ауылы халҡы 1959 йылда Сәйғәфәр ауылына күсерелә. Ошо ауылдың мәктәп уҡыусылары йыл һайын 19 майҙа – Пионерҙар көнөндә Ҡаҙояташҡа походҡа килә. Усаҡ яғып, ярыш, төрлө уйын үткәреп, сәй эсәләр. Ҡаҙояташ башына менәләр. Балалар матур тәбиғәт ҡосағында оҙайлы уҡыу айҙарынан арынып, күңелле ял итеп ҡайта.
2011 йылдың йәмле июль айында Әптекәй ауылы урынында Сәйғәфәр, Ишмырҙа, Йомаш ауылдары берлегендә ҙур йыйын уҙғарылды. Әптекәй ауылының көньяғында урынлашҡан тау башында стела асылды. Ауыл халҡының көн итмеше, данлыҡлы кешеләре хаҡында тарихи китап сығарылды.
Әптекәй ауылы тәбиғәте күпме хәтирә һаҡлай! Ғәмһеҙ бала саҡтың матур мәлен иҫләп, бала саҡ юлын һағынып, ҡайһы ваҡытта өлкәндәр ҙә унда барып әйләнә.
Нәргизә ВӘЛИЕВА,
Сибай ҡала гимназияһының
XI «А» класы уҡыусыһы.