Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Август 2023, 14:56

Олатайым хикәйәттәре

* * *

Илгизәрҙе үҙен белә-белгәндән бер һорау борсой: ауылдарының атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан? Әсәһе менән атаһынан һорағайны:
– Бар, улым, Ғаяз ҡартатайыңдан һора. Ул – оло кеше, ошо ауылда тыуып үҫкән, – тинеләр.
Илгизәрҙең ҡартатаһы үҙ заманында бик аҡыллы, уҡымышлы, күпте кисергән кеше, бала сағында аслыҡ-яланғаслыҡты күргән. Һуғыштан һуң тыуған бала бит инде.
Малай  ҡартаталарына барып ингәндә ул гаражда тырышып нимәлер эшләп йөрөй ине. Хәл-әхүәлен һорашҡас:
– Бәй, минең яратҡан ейәнем – Илгизәрем килгән икән, арыу ғына әле, улым. Бына ағайың менән икегеҙгә тип уҡ-һаҙаҡ эшләйем, әйҙә уйнағыҙ, малайҙар мәргән булырға тейеш, –  тине.
Илгизәр шатланып, уҡтан атырға кереште. Бик тә мауығып, ни өсөн килгәнен саҡ онотманы.
– Ҡартатай, беҙҙең ауылдың атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан? – тип һораны.
Уныһы яйлап ҡына кәпәсен сисеп, түбәһен тырнап алды ла (етди хәбәр һөйләр алдынан ул һәр саҡ шулай итә) һүҙен башланы:
– Беҙҙең ауылдың тарихы бик борондан башланған. Ул тәүҙә 1800 йылға тиклем Бесәнселәр тип аталған. Йәшәгән халыҡ күпләп мал аҫраған, бесәнлектең иге-сиге булмаған. Кеше үҙҙәренә генә түгел, һатыуға ла мул итеп бесән әҙерләгән. 
Ауылдағы ул ваҡыттағы зыярат Ағиҙел ярында урынлашҡан. Тик йылдар үтеү менән йылғаның яры яҙғы ташҡын ваҡытында уйылып төшөп, бар ҡәберлек һыуға аҡҡан. Шуға ауылдың аҡһаҡалдары, кәңәшләшеп,  XX быуат башында ауылдан сыҡҡан ергә, өҫкәрәк күсергән. Әле беҙ ул зыярат торған ерҙе үҙебеҙсә «арҡабашы» тип йөрөтәбеҙ.
Ә бына «Баҡраҡ» атамаһы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан. Бәлки, архивта икенсе төрлө яҙылғандыр, мин һиңә үҙемдең олатайымдан ишеткәнемде һөйләйем. XIX быуатта Ағиҙел ярынан баҡыр сығарғандар, ә һуңынан уны һал менән Өфөгә оҙатҡандар. Бына шунда һалда ағып китеп барған  кешеләр ярға ҡарап:
– Ҡарағыҙ, ярҙағы баҡыр аҡ, – тип ҡыс­ҡырған. Ярҙа торған кешеләр ишеткән дә:
– Әйҙә ауылды Баҡыраҡ тип атамалайыҡ, – тигән.
Яйлап ҡыҫҡартылып, Баҡраҡ булып киткән.
– Олатай, ә бына ауылдың ситендә, Ағиҙел ярынан йыраҡ түгел ерҙә, әүлиә зыяраты бар, унда кем ерләнгән? 
Олатаһы әҙерәк уйлап торғандан һуң, йәпләп кенә һүҙ башланы:
– Ҡасандыр бик борон заманда бик аҡыллы, уҡымышлы, алдан күрә белгән ете аҡһаҡал йәшәгән. Улар Башҡортостандың төрлө тарафында сәйәхәт итеп, алдан күҙаллап, төрлө бәлә-ҡазанан ҡурсалап, ауырыуҙы ла дауалаған. Ябай кешеләр ололап, хөрмәт итеп әүлиә тип атаған, күбеһенең исемдәре онотолоп бөткән. «Әүлиә» тигән һүҙ «алдан күрә белә» тигәнде аңлата.
Бына бер заман ошо ете әүлиә йыйылышып, кәңәшләшкәндән һуң:
– Беҙ мәңгелек түгел, теге донъяға күскәс тә халыҡҡа ярҙам итер өсөн үҙебеҙгә алдан урын һайларға кәрәк. Кешеләр ҡәберебеҙгә  йөрөр, берәй йомоштары, ҡайғылары булһа, килеп һөйләр, беҙ ярҙам итербеҙ, – тигән.
– Әйҙәгеҙ, уҡ атышайыҡ, ҡайҙа төшә, шунда ҡәҙерләп ерләгеҙ (тик уларҙың уҡтары ябай булмай, ете уҡ Башҡортос­тандың ете районына төшә), ҡәбер өҫтөнә ҡарағай ултыртығыҙ, тип әйтеп ҡалдырайыҡ, – тиешкәндәр.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, шулай эшләгәндәр. Бер әүлиәнең уғы беҙҙең Ағиҙел ярына төшкән дә инде, шуға уны Әүлиә зыяраты тип атайҙар. Элек халыҡ күп йөрөй торғайны, хәҙер һирәк кенә барғылайҙар. Шулай ҙа ул зыярат һәр саҡ ҡараулы, таҙа, йыл да сәскә­ләрҙән баҙлап ултыра. Кем ул сәс­кәләрҙе сәсә, кем ҡарайҙыр... Ололар элек:  «Әүлиә зыяратына Ағиҙелдең яры ишелеп барып етһә, донъя бөтә», – тип әйтә торғайны.
Олатаһы, һөйләп бөттөм, тигәнде аңлатып, кәпәсен кейҙе лә:
– Әйҙә, улым, өйгә инәйек инде, өләсәйең ҡоймаҡ ҡоя ине, тәмләп сәй эсербеҙ, – тине.
Илгизәр әле тыңлаған хикәйәттәрҙән хисләнеп, уйланып, шым ғына олатаһының артынан эйәрҙе.
Әлдә олатаһы иҫән-һау, ул һөйләгәндәрҙе китаптарҙан табып булмай. Был тарих телдән-телгә күсеп килгән ауыҙ-тел ижады бит ул...

Илгизәр  ШӘЙӘХМӘТОВ, 
Стәрлетамаҡ физкультура колледжының II курс студенты.

Читайте нас: