Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Июль 2023, 14:18

Минең сәйәхәтнамәм

* * *

Апрелдә  бөтә класыбыҙ менән башҡорт теленән халыҡ-ара акцияла  ҡатнашып, Рауил Бикбаевтың «Атайсалым – иң ҙур хазинам» тигән текст буйынса  диктант яҙҙыҡ.   Уның йөк­мәткеһе  тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған өсөн күңелдә яҡты тойғолар уятты. Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек, курстар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәте менән тирә-яғыбыҙҙың матурлығына иғтибар ҙа итмәйбеҙ шул, тигән уй мейемде телеп үтте. Тирә-яғыбыҙ тәбиғәте, донъя шундай матур, ә  тарихы – тиңһеҙ хәтер һандығы. 
Диктант яҙғандан һуң, әхирәт ҡыҙҙарым менән тыуған ауылыбыҙҙың тәбиғәт ҡосағына сығып, яҙғы саф һауаны һулап, умырзая сәскәләрен ҡарап ҡайтайыҡ,  тип һөйләшеп,  тәьҫирләнеп ҡайтып киттек.  Етмәһә, икенсе көнөнә ял  да ине.
Иртә таңда ҡоштар тауышына, йылы ҡояш нурҙарына уяндым. Бөгөнгө сәйәхәткә сығыуыбыҙ күңелгә шул тиклем рәхәт тойғолар бирә. Бына ҡыҙҙар менән сөкөрләшә-сөкөрләшә Остотауға мендек. Унан Алмастау, Фәйезтауға үрмәләнек... Бында – тормош ығы-зығыһынан азат бөтөнләй башҡа донъя: берәүҙе берәү ҡыйырһытмай, юҡ-бар өсөн әйтеш­мәйҙәр... Бында донъя хозур.  Ана, тауҙар уратып алған тыуған ауылым  Асҡар. Яҡташ шағирыбыҙ Әсхәл-Әхмәт Хужаның бәләкәй саҡта ятлаған бер шиғырынан өҙөк  иҫкә төшә:
«Алмастауым, алмас кеүек балҡып,
Һағыштарҙы ала аҡтарып.
Алыҫтарҙан үҙенә саҡырып тора
Аҡ баҡсалы гүзәл Асҡарым...»
Эйе, тыуған ауылым Асҡарҙы   Остотау, Алмастау, Фәйезтау, Ҡоръятмаҫ тауҙары уратып алған. Ҡасандыр Таңатар  йылғаһы аҡҡан, ләкин ул хәҙер ҡороған. Ана, теге яҡта – Иҙәш йылғаһы. Рәхәтләнеп ял итеп, тыуған тәбиғәтебеҙгә сәйәхәт ҡылдыҡ.   Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың тарихын ғына белмәйбеҙ,  мотлаҡ өйрәнергә  кәрәк, тигән уй менән ҡайттым. 

Тере тарих – тере тауыш

Яңыраҡ ғына 85 йәшлек ғүмер байрамын туйлаған, 47 йыл мәктәптә балаларға белем биргән Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙы Әғзәмованың Асҡар ауылындағы ер-һыу атамалары тарихын белеүе хаҡында уҡытыусыбыҙ Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова һөйләгәйне. Оҙаҡҡа һуҙмай, дүшәмбе көнө уның янына юлландыҡ.  Өс сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Әлдә замана техникаһы шәп, уның һөйләгәндәрен диктофонға яҙҙырып алдыҡ. Күптәрҙең Асҡар ауылы,  уның урамдары, тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларының тарихын белмәүенә, ҡыҙыҡһынмауына борсолған инәй конкурста ҡатнашыуыбыҙ һәм уның һөйләгәндәрен яҙып ебәрәсәгебеҙҙе әйткәс,  бик ныҡ ҡыуанды. Ошонда тыуып үҫеп ғүмер кисергән оло остазыбыҙ  ауылыбыҙ тирәһендәге  ер-һыу атамалары тураһында бына нимә  бәйән итте:
– Таңатар йылғаһы буйында Асҡар (Әбйәлил) ауылы 1729 йылда барлыҡҡа килгән. Нигеҙ һалыусыһы Асҡар Бейешев булған. Ана шул байҙың өйө нигеҙендә беҙ йәшәнек, хәҙер унда сәнғәт мәктәбе урынлашҡан.  Асҡарбайҙың өс улы була: Алмас, Фәйез, Таңатар. Асҡарҙан көньяҡтағы тауҙарға   ике  улының исемен бирә, ә ағып ятҡан йылғаға – өсөнсөһөнөкөн. Ололар: «Алмастауҙың аҫтында диңгеҙ бар», – тип һөйләй торғайны. 
Икенсе варианты  ла бар. Таңатар ҡыҙ кеше булған. Ул бик һылыу, мәргән уҡсы, һыбай шәп елгән. Асҡарбай ике улы менән йәйләүгә малын ҡыуып алып киткән  мәлдә ҡыҙы Таңатарҙы ауылға күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдыралар.  Борон ҡаҙаҡтар башҡорт еренә һөжүм иткән, ҡыҙҙарҙы ла урлаған.  Ауылға яҡынлашҡан ҡаҙаҡтарға  Таңатар ҡаршы сыға, тереләй  бирелгеһе килмәй. Аҡтыҡ көсөнә тиклем алыша. Тик көстәр тиң булмай.  Дошмандар ҡулынан батырҙарса һәләк була ҡыйыу  ҡыҙ.  Асҡарбай ҡыҙы артынан ҡайтһа,   Таңатарҙың ҡулынан һәләк булған ҡаҙаҡтар тулып ята икән. Асҡарбай ағып ятҡан йылғаға ҡыҙының исемен бирә. Үкенескә күрә, был йылға ҡороно инде. Яҙ көнө шишмә һымаҡ килеп сыға ла,  ҡорой. Хыялым: улдарым менән барып, кәртәләп алырға ине. «Таңатарҙың йәшмә ярҙарында йәшнәп үтте йәшлек саҡтарым...» – тигән  Әсхәл-Әхмәт Хужаның һүҙҙәре лә бар.     
Остайып, һауаға олғашып торған тауҙы халҡыбыҙ Остотау тип атаған.
Көнсығышта Магнит менән Асҡар араһында ятҡан Ҡоръятмаҫ тауының исеме гел ҡоро ятмағандан килеп сыҡҡан.  Ул яҡта Иҙәш йылғаһы аға.  Һыуы тәмле, татлы булғанға боронғолар шулай ти торғайны. Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә «иҙәү» – «ҡул болғау» тигән ҡылым да бар. Атама шул ҡылымдан яһалған исем ҡылым – иҙәш булыуы ла ихтимал, – тип һөйләне Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙы.
Асҡарҙа  46 урам бар. Һәр урамдың үҙ тарихы.  Иң олоһо Партизан исемен йөрөтә. «Партизан урамындағы ҡыҙыл йондоҙло ҡәберлекте күргәнегеҙ бармы? Октябрь революцияһынан һуң аҡтар бер ҡыҙыл партизанды язалап үлтерә. Уны шунда ерләйҙәр.  Шуның хөрмәтенә был урамға шул исем бирелгән. Ә Колхоз урамында тәүге колхоз эшселәре урын­лашҡан...» – тип күп кенә урамдар тарихын да һөйләне оло остаз. Рәшит Шәкүр әйткәнсә,   «һәр атама – үҙе бер хәтер».
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың килеп сығышын белгән ололар һирәгәйә, тарихыбыҙ яйлап онотола бара. «Үҙ халҡының үткән тарихына ғәмһеҙ булған халыҡ – иң ҡырағай халыҡ», – тип әйткән Рәми Ғариповтың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. 

Алһыу РӘХИМОВА,
Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының X класс уҡыусыһы.

Читайте нас: