Айғыросҡантау тураһында ошондай легенда һаҡлана. Был хәл ҡарт ҡартатайымдың бала сағында булған. Йәмле йәйҙең ҡәҙимге бер көнө. Аҡбәкәл исемле айғыр үҙенең бейәләре, ҡолонҡайҙары менән тау битендә үлән ашап йөрөгән. Тирә-яғына күҙ һалып та ала: ҡоштар моңло итеп һайрай, бал ҡорттары сәскәнән сәскәгә ҡунып, бал йыя. Ҡолондар айғырыбыҙға һырпаланып, иркәләнеп китә. Тирә-яҡ тыныс, өйөргә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
Төш етә. Айғыр бейәләрен һәм ҡолонҡайҙарын йылға буйына алып төшөргә йыйына. Шул мәлдә көтмәгәндә, аяҙ күкте ҡара болот ҡаплағанмы ни, ағас араһынан тирә-яҡта уҫаллығы менән дан тотҡан ерән Ҡашҡа үҙенең өйөрө менән килеп сыға. Ул күптән инде Аҡбәкәлдең бейәләренә ымһынып йөрөгән. Сөнки улар аҡыллы һәм матур тоҡомло аттар була.
Аҡбәкәл был осрашыуҙың буласағын күптән һиҙенһә лә, әлеге хәл барыбер көтөлмәгәнерәк килеп сыға. Ҡашҡа йәш, уҫал, яһил айғыр, уға ҡаршы тора алмаҫын Аҡбәкәл аңлай. Шуның өсөн дә оло айғыр үҙенең урынына ҡолон ғына сағынан Йондоҙ исемле айғырҙы өйрәтә башлай. Сөнки ул ышаныслы, ҡыйыу, аҡыллы, Аҡбәкәлгә лайыҡлы алмаш. Аҡбәкәл ян-яғына ҡарап ала ла, бейәләренә ҡолондарын йыйып алып, Йондоҙ артынан китергә ымлай. Йәш айғыр ҙа бәлә килерен һиҙеп ҡалып, өйөрҙө йыйып, йылға буйына ҡыуып алып китә.
Ҡашҡа әкренләп кенә Аҡбәкәлгә яҡынлаша. Уның күҙ ҡарашында шул тиклем яуызлыҡ, күрә алмаусанлыҡ була... Башта ике айғыр бер-береһенә текәлеп ҡарап тора, шунан түңәрәк буйлап йөрөй башлай. Ҡашҡа танау тишектәрен тыржайтып, ауыҙынан күбек сәсрәтеп, Аҡбәкәлгә ташлана. Беҙҙең айғырыбыҙ ҙа бирешергә теләмәй. Үлемесле алыш башлана. Тирә-яҡҡа саң-туҙан оса, бая ғына йәшел ер ҡап-ҡара тупраҡҡа әйләнә. Шул ваҡыт көн боҙола. Ямғыр яуа башлай.
Аҡбәкәл ваҡытты һуҙырға тырыша, сөнки алыш ни тиклем оҙаҡ барһа, Йондоҙ өйөрҙө алыҫҡараҡ алып китеп өлгөрәсәк... аттар тау ситенә яҡынлаша. Тупраҡ батҡаҡҡа әйләнә. Аҡбәкәлдең хәле бөтә башлай, Ҡашҡа ла бирешергә теләмәй. яуыз хайуан бар көсөн йыйып, беҙҙең айғырға ташлана. Аҡбәкәлдең тояҡтары тайып китә лә ул тау аҫтына оса... Был аяныс хәлдән һуң, тауҙы ауыл халҡы Айғыросҡантау тип йөрөтә башлай.
Ауылыбыҙҙағы бер тау Бейектау тип атала. Уның легендаһы бик ҡыҙғаныс. Ауылда Бибинур исемле бик һылыу ҡыҙ йәшәгән. Ул үҙенең матурлығы, моңло тауышы, аҡылы менән күптәрҙе хайран ҡалдырған. Һылыуҡайҙың күңелен яуларға теләп, артынан күп егет йөрөй, улар төрлө ҡыҙыҡ хәлгә лә тарый. Хатта икенсе ауылдағы егеттәрҙең дә күҙҙәре төшә, әммә ҡыҙҙың йөрәгендә тик Әхмәт кенә була. Ул һомғол буйлы, үткер ҡарашлы көрәш батыры. Йәштәр бер-береһе өсөн йән ата, бер күрешеүгә әллә ни бирергә лә риза була. Хыялында улар күптән инде бергә, шунлыҡтан бер ниндәй көс тә йәштәрҙе айыра алмаясаҡ, тип уйлай!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бергә булыуына Бибинурҙың ата-әсәһе ҡаршы төшә, сөнки егет ярлы. Улар ҡыҙҙарын ауылдың бай улы Мөхәммәткә бирергә йыйына. Әхмәт һөйгәнен бер кемгә лә бирергә теләмәй, ул һылыуҙы өҙөлөп ярата. Шуға егет күрше ауыл байы Хәкимгә ялланып, аҡса эшләү өсөн сығып китә.
Был мәл Бибинурҙың ата-әсәләренә бик уңайлы була: яусы килә һәм ҡыҙҙы Мөхәммәткә бирергә ризалыҡ алып ҡайтып китә. Бибинур һығылып бер әсәһенә, бер атаһына ятып илай. Ололарҙы ла аңларға була: улар ҡыҙҙарының мохтажлыҡ күрмәй, рәхәт тормошта йәшәүен күргеһе килә. Тик Бибинур ғына Әхмәттән башҡа йәшәй алмаясағын аңлай.
Төн етә. Бибинур ҡайғыһына сыҙай алмай, Бейектауға йүгереп менеп, ауылына һуңғы ҡараш ташлай ҙа, тауҙың иң бейек нөктәһенән түбәнгә ҡарай атыла...
Ошо ҡурҡыныс хәлде ишетеп, Әхмәт ауылға атылып ҡайта һәм тура Бейектауға йүгерә. Ул да, Бибинурҙан башҡа уға тормош юҡ икәнен аңлап, тауҙан һикерә.
Бына шулай ауылымдың ике тау атамаһы ҡыҙғаныс тарих һаҡлай. Ошондай бай тарихлы ерҙә йәшәүем менән бик ғорурланам!
Гөлдәр ШИҺАПОВА,
Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының X класс уҡыусыһы.
Дыуан районы.