Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Июль 2023, 13:00

Ер-һыу атамалары – халҡыбыҙ ҡомартҡыһы

* * *

Һөйөклө әсәйемдең сәңгелдәк йыр­ҙа­рын тыңлап үҫкән, тәпәй баҫҡан тыуған йортом, һыуҙарында сыр-сыу килеп йөҙөп туймаған Ҡыҙылым, йөрәгемә мәңге уйылмаҫлыҡ йылы хәтирәләр һалған белем усағым, һуҡмаҡтарында эҙҙәрем ҡалған урман-ҡырҙарым, ҙур тормошҡа оҙатып ҡалыр ауылым урамдары... Ниндәй ҡәҙерлеһең миңә, тыуған яғым!
Ата-әсәйем табын ҡәбиләһенең Күбә­ләк ырыуына ҡараған, Әбйәлил ра­йонының төньяғында урынлашҡан Ба­йым ауылын төйәк иткән. Ауылыма тәүге нигеҙ ташын Күбәләк улусы старшинаһы Байым тархан Ҡыҙраев XVIII быуат башында һалған. Яҡташыбыҙ, ғалимә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова хеҙмәтендә Яйҡар Байым Ҡыҙ­раевтың тыуған ауылы булыуын асыҡ­лаған. Тыуған йылы тураһында мәғлүмәт юҡ, 1712 йылғы тип фаразлайҙар. Атаһы Ҡыҙрай Дәүләтовтың өс ҡатынынан өс ул тыуа: Байым, Балапан, Әхмәт. Аталары вафат булғас, тархан исеме, мираҫ булып, Байымға күсә.
1738 йылда ырыуҙаштары Байым Ҡыҙраевты старшина итеп һайлай. Ә 1740 йылда Байым яңы ауылға нигеҙ һала. Урынды Яйҡарҙан 9 саҡрым көньяҡта – Кесе Ҡыҙыл йылғаһының һул яҡ яры буйында һайлай.
1740  йылдан алып ауылыбыҙ мәғдән эҙләү белгесе, 1773 – 1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы Пугачев полковнигы, Башҡортостандың баш судьяһы булған арҙаҡлы шәхесебеҙ Байым тархан Ҡыҙраевтың исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.
2007 йылдан Байым ауылының Баҫыу урамында йәшәйем. Шайморатов исе­мен­дәге колхоз тарҡалғас, буш ятҡан баҫыуҙан кешеләргә йорт һалырға урын бирҙеләр. Урамдарға элекке колхоз рәйесе Хәмит Балдашовтың, Салауат Юлаевтың исемдәрен ҡуштылар. Күп ауылда боронғо төп урам Үҙәк, яңы йорттарҙан торғандары Йәштәр урамы тип атала. исем биргәндәй шәхестә­ребеҙ, мәңгеләштерерлек атамала­рыбыҙ юҡмы ни? Йыйылыштар үткәреп, халыҡ фекерен иҫәпкә алһындар ине.
Ә йылғабыҙҙың исеме есеменә тап килә. Ул Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырт­тары араһындағы ерҙән, Белорет ра­йонының Мөхәммәт ауылы эргәһендәге Йәҙгәр тауы аҫтынан, ҡыҙыл таштар араһынан урғылып килеп сыға. Шуға исемен Ҡыҙыл тип ҡушҡандарҙыр. Балсыҡлы урындарҙан аҡҡанда һыуҙың төҫө ҡыҙғылт булып күренгәнгәлер ҙә. Матур булғанғалыр ҙа.     
Ошондай легенда ла бар. Бер ерҙә – Көлсөғаҙы, икенсеһендә – Һалмауырҙы, ә өсөнсө урында Бикәмбәт исемле батырҙар йәшәгән. Ҡаҙаҡ баҫҡын­сылары башҡорт ерҙәренә һөжүм итһә, улар бергәләп ҡаршы һуғышҡан. Бер ваҡыт уларҙың еренә ҡаҙаҡтар баҫып ингән. Һуғыша торғас, былар яғынан берәү ҙә ҡалмаған. Көлсөғаҙы ғына, ике ҡыҙын алып, ҙур таш артына йәшенгән. Шунда торған көйө, уҡ менән атып, ҡырҡ дошманды үлтергән. Улар күп булғас, Көлсөғаҙы еңелгән. Шунан башлап ул йәшеренгән ташты – Көлсөғаҙы ташы, ә аҫта ағып ятҡан йылға, батырҙың ҡаны ҡойолоу сәбәпле, Ҡыҙыл тип аталған.
Кесе Ҡыҙыл, сылтыр-сылтыр йырын һуҙып, 113 саҡрым ара үтеп, һыуын Уралға, ә ул  Каспий диңгеҙенә ҡоя. Йылғабыҙҙың һыуы ана ҡайҙарға тиклем барып етә!     
XIX быуаттың тәүге яртыһында баш­ҡорт­тар ултыраҡ тормошҡа күсеп, игенселек менән шөғөлләнә башлағас, Федот исемле урыҫ йылғаны быуып, тирмән төҙөй. Ул ултыртҡан тирәк­тәрҙән урманлыҡ барлыҡҡа килә. Халыҡ уны Тирәк араһы тип йөрөтә. Элек пионер слеттары, усаҡ эргәһендә ауыл йәштәренең киске уйындары шунда үткән. Әле лә Тирәк араһы – халыҡтың яратҡан урыны.
Күбәләк ырыуының күпме ере булған! Хәҙер Байым ауыл биләмәһенә ингән ун ауылдың етеһе Кесе Ҡыҙыл буйына етәкләшкән кеүек кенә теҙелеп киткән. Аралар яҡын булғас, күршеләрҙең дә ер-һыу атамаларын нисек белмәйһең инде?  Емеш-еләккә, бәшмәккә барһын­мы, бесән сапһынмы, тәбиғәт ҡосағында ял итһенме, һәр береһе йөрөгән еренең атамаһын әйтеп һөйләй. Балалар ҙа өйрәнә. Биләмә эсендәге ер-һыу атамаларына туҡталып китәйем.
Иҫке йорт – хәҙерге Иҫке Балапан ауы­лының элекке урыны. 1776 йылда йорт старшинаһы Балапан Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйына нигеҙ һала. Был ерҙә оҙаҡ йәшәй алмайҙар. Яйыҡ йылғаһы яғынан ҡаҙаҡ баҫҡынсылары ҡы­ҫырыҡлағас, улар көнбайыштағы Ҡыҙҙар тауы итәгенә күсә. Балапан Кесе Ҡыҙыл буйындағы биләмә­ләрен Мәҫкәү исемле кешегә һата. Ул  Ҡабаҡ тауына урынлаша. Ауыл Ярбаш тип йөрөтөлә, аҙаҡ йорт старшинаһы хөрмәтенә Туйыш тип үҙгәртелә. 
Иҫке Балапан ауылының уртаһынан бәләкәй генә Зөбәйлә йылғаһы аға. Исеме ауылға нигеҙ һалыусы Балапан старшина­ның ҡатыны хөрмәтенә би­релгән. Ауыл эсендәге ҡойонан инеш алып, Кесе Үләнде күленә ҡоя. Атайымдың тыуған йорто ошо ҡойоға яҡын ғына булған. Ул шифалы ҡойо һыуын эсеп үҫкән. Килен булып төшкәс, әсәйем ошо ҡойоға һыу юлын башла­ған. 
Емеш-еләк бешһә, бәшмәк сыҡһа, атайым беҙҙе үҙенең Ҡайынгиҙәһенә алып китә. Һәр һуҡмағы, һәр ҡыуағы таныш уға. Һутлы сейәләр, ҡып-ҡыҙыл эре еләктәр, төрлө-төрлө бәшмәк... Рә­хәтләнеп йыябыҙ.
Тауҙың исеме Ҡайын киҫә булған, халыҡ Ҡайынгиҙә тип үҙгәрткән. Шәй­хетдин олатайымдың һөйләүенсә, унда ҡуйы ҡайын урманы үҫкән, ауыл кешеләре утын ҡырҡҡан, заводҡа күмер әҙерләгән, ҡайын туҙынан дегет ҡайнатҡан. 
Ҡыҙыл буйына балан, гөлйемеш йыйырға барһаҡ, ҡурҡыныс текә ярҙы күреп, хайран ҡалабыҙ. Был – Ҡыҙылъяр. Ҡыҙыл балсыҡтан торғанға ярға шундай атама бирелгән.
Бер саҡ Яйыҡ яғынан ҡаҙаҡ баҫ­ҡынсы­лары таң менән һуғыш башлаған. Ҡыҙылъярға тиклем башҡорттар артҡа сигенгән. Улар араһында атта сапҡан, уҡтан оҫта атҡан сая ҡыҙ булған. Еңелә башлағас, ҡыҙ үрмәләп бейек яр башына менгән дә уҡ-һаҙағын алып, юғарынан ҡаҙаҡтарға ата башлаған. Күп дошманды юҡ иткән. Ҡаҙаҡтар ҡыҙҙы тереләй ҡулға алырға теләгән. Бейек ярға ҡыҫырыҡлап ҡамағандар. Ҡыйыу ҡыҙ тереләй бирелер­гә теләмәгән һәм ярҙан аҫҡа һикергән. Ҡыҙылъярҙың ошо ере Ҡыҙосҡан тип атала. 
Һәр атама – тарих, ҡомартҡы. Уларҙы һаҡлау, киләсәк быуынға мираҫ итеп еткереү – ерле халыҡтың төп бурысы.
                     
  Яҙгөл ЙОСОПОВА,
  Байым урта мәктәбенең 
X класс уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.

Читайте нас: