Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Июнь 2023, 14:05

Ер-һыу атамаһы тарихын киләсәк быуынға еткерәйек

Һәр төбәктең үҙенә генә хас йәме, сере, тарихы бар. Улар, әлбиттә, исемдәрҙә, атамаларҙа тупланған. Ваҡыт үтеү менән халыҡ хәтеренән юғалмаһын өсөн, ер-һыу атамаһына бәйле тарих-легендаларҙы  мәлендә теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуынға еткереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ.

Тыуған ил темаһы һәр кешенең тормошонда бик мөһим урын алып тора. Ә ғәзиз еребеҙгә һөйөү тыуып үҫкән атай йортонан, ауыл һуҡмағынан башлана. 
– Беҙҙең Малай ауылына ҡағылған яҙма сығанаҡтар бик аҙ, ололарҙың һөй­ләгәндәрен яҙып алыусылар ҙа булмаған, ә бит ауылдың 350 йыллап тарихы бар. Заманында ул тирә-йүндәге 18 ауылды берләштергән улустың үҙәге һаналған, –  тип һөйләне бабайым, билдәле журналист Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев.
Исеме малайҙарса ябай ғына булған Малай ауылының тарихы үткәндәргә барып тоташа. Архивтағы XVII быуат башындағы мәғлүмәттәрҙә беҙҙең ауыл тураһында телгә алына. 1680 – 1681 йылдарҙа Күрпәс-Табын волосының Малай Йәнбәхтин Бишауыл ауылында йәшәүсе Таймаҫ Маҡшоғуров һәм шул ауыл кешеләре менән судлашып еңелгәндән һуң, ул Дыуан-Табын волосына күсергә мәжбүр була. Ул Ағиҙел буйында – тирә-яғы урман-яланлы, күлдәргә бай, хозур тәбиғәтле урынға нигеҙ ҡора.  Ауылдың йәше, йәғни ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында төплө дәлилдәр юҡ. 1812 йылда ауылда 27 йорт булыуы, уларҙа 100 ир-егет һәм 89 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәне билдәле.

Нажал күле

Нажал күленең килеп сығышын ауыл ишандары урындағы халыҡҡа һөйләп ҡалдырған. Әле булһа  халыҡ был легенданы белә һәм бала-сағаға һөйләй. Элек район яғынан бик көслө дауыл килгән. Ул бөтә күлдең балыҡтарын алып, һыуҙарын ҡоротҡан. Дауыл беҙҙең ауылға ла килеп еткән. Дауыл эсендә аждаһа булған һәм ул ауыл осонда булған соҡорға ҡунған. «Нажал» тигән һүҙҙе тәржемә иткәндә, аждаһа була. Аждаһа әле лә Нажал күлендә йәшәй, тиҙәр.

Өсөйлө

– Элек, ауылға саҡ нигеҙ һалған ваҡытта, Малайға килеп ингән ерҙә өс өй ултырған. Тарихтан билдәле булыуынса, ул өйҙәр бик бай Сәхәүетдин Ҡоҙаҡаевтыҡы булған. Шуға Өсөйлө тип атағандар ҙа инде. «Сәхәү старшина (Сәхәүетдин Ҡоҙаҡаев) 100 баш умарта, өйөр-өйөр йылҡы тотҡан. Элегерәк Өсөйлө яланынан сыҡҡан ерҙә Сәхәү баҡсаһы тигән урын булған, бай ошо ағаслыҡта умарталарын урынлаштырған, –  тип һөйләне 93 йәшлек күрше инәй.

Ғайса күпере

Ғайса исемле колхоз рәйесе булған, тип һөйләйҙәр. Ҡайҙалыр китеп барғанда ул машинаһы менән батып ултырған. Бик оҙаҡ сығара алмағандар. Ниһайәт, һөйрәтеп сығарғас, асыуланып, ул шул урынға торба килтереп һалған. Әлеге көндә лә унда һаман торба  күпер булып тора. Шул ваҡиғанан һуң ауыл халҡы ул ерҙе Ғайса күпере, тип йөрөтә.

Йомрокүл

Малай ауылынан тура юл менән Ғафури яғына барған яҡта йомро ғына соҡор бар. Яҙ еткәс, Иҙел ташып, уны һыу менән тултырған. Һыу йәй көнө лә кипмәгән, күлгә әйләнгән. Формаһы йомро булғанға, Малай ауылы халҡы уны Йомрокүл тип йөрөтә.

Суфиян ҡыуаҡлығы

Бик борон Суфиян исемле бабай Малай ауылы бесәнлеге яғына ағас ултыртып киткән, тиҙәр. Яйлап был бесәнлек урынын ағас баҫҡан. Шуға ул ерҙе Суфиян ҡыуаҡлығы тип йөрөтәләр.

Аҡһаҙ

Элек ауыл эргәһендә генә һаҙлыҡ булған. Яҙ еткәс, Ағиҙел ташып, бөтә ауылды һыу баҫҡан. Ауыл халҡы кәмәлә йөҙөп йөрөгән. Һаҙға Ағиҙел һыуы ағып инеп, ул таҙарған. Шуға ла Аҡһаҙ тип йөрөтәләр.


Һаҫыҡ күл

Ауыл эргәһендә ағастар менән ҡапланған күл бар. Яҙ көнөндә лә уның һыуы ташмай. Таҙа һыу инмәгәс, балыҡ­тары  булһа ла, улар бик күпләп үлә һәм һаҫый.
Ер-һыу атамаларына бик бай ауылым. Мин әле уларҙың ҡайһы берҙәренең генә килеп сығышын яҙып алдым. Мәғәнәләре асыҡланып бөтмәгәндәре лә бар. Эҙләне­үемде артабан да дауам итәсәкмен. 
Һуңғы ваҡытта беҙҙең Башҡортос­таныбыҙға бик күп турист килә. Уларҙы үҙҙәре ял иткән урындар, ер-һыу атамалары, тарихы ҡыҙыҡһындыра. Йәнтө­йәгебеҙҙең хозур тәбиғәт һәйкәлдәре – республикабыҙҙың йөҙө. Уларҙы һаҡлау – һәр кешенең изге бурысы.
Тыуған төйәккә, уның тәбиғәтенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Ер-һыу атамаларының тарихын, уларҙың килеп сығышын өйрәнәйек, ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһын киләсәк быуынға еткерәйек.
Яҙмамды Рәшиҙә Баязитова (Сәйфул­лина) апайҙың шиғыры менән тамамлағым килә:
«Малай ҡыҙымын мин. Ауылымдың
Һәр һуҡмағын һағына йөрәгем.
Ҡырмыҫҡалар кеүек халҡы эшсән –
Йәшәргә мин һеҙҙән өйрәндем».

Алина ҠОҘАҠАЕВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 
В.И.Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатының IX «Б» класы уҡыусыһы.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: