Бөрйәнемдең хозур тәбиғәтенә һөйөүме әллә тәбиғи булмышым шулмы – бала саҡтан ер-һыу атамаһы менән ҡыҙыҡһынам. Уларҙы өйрәнеү өсөн клуб, мәктәп китапханаһы тупһаларын йыш тапарға тура килә.
Бер саҡ ҡулыма Фаяз Бирғәле улы Ғиззәтуллиндың «Яуымбай ауылының хәтер китабы, Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы» тигән китабы килеп эләкте. Бында ошо ауылдың тирә-яғындағы 200-гә яҡын топонимик яҙма ингән. Улар араһында иң ҡыҙыҡһындырғаны Тарбаҡ тауындағы «Бабай үлеге» булды. Ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе география уҡытыусыһы, китап авторының үҙенә бер нисә һорау бирҙем.
– Фаяз Бирғәле улы, ер-һыу атамаларын ҡасан өйрәнә башланығыҙ?
– Тәпәй баҫҡан тупрағының, ғүмер кисергән еренең, һыулаған һыуының исемен белмәгән кеше ул тарихын, киләсәген һанға һуҡмаған әҙәм заты булалыр. Минең дә ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына башлауыма ун һигеҙ йыллап ваҡыт үтте. Уларҙы 2005 йылда туплай башлағайным. Атайым Бирғәле Сәлмән улы менән Дауыт еҙнәйем ер-һыу атамалары исемлеген төҙөргә ярҙам итте, тарихын һөйләне. Киләсәк быуынға еткереү маҡсатында үҙемдең китабымды ла баҫтырырға булдым.
– Тарбаҡ тауындағы «Бабай үлеге» урыны бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра. Уның тарихын һөйләп китегеҙ әле?
– Ундағы ҡәберлек тураһында йәш быуындан һораһаң, фажиғә булып, кеше үлеп ҡалғандыр, тип уйлай. Сөнки уның эргәһенән оло юл трассаһы үтә, шунлыҡтан ул ерҙә фажиғәләр ҙә йыш була. Ҡыш көндәре унда көслө ел, буранлы көндәрҙә юлдан үтеүсе машиналарға үтә лә ауыр. Ә уның тарихы бөтөнләй икенсе. «Бабай үлеге» тип Яуымбай ауылынан Байназар ауылына барған саҡта Тарбаҡ тауында юлдың һул яғындағы ҡәберлекте әйтәләр. Был – Ҡарасура исемле олатайҙың ҡәберлеге. Ул 1736 – 1817 йылдарҙа йәшәгән, 81 йәшендә баҡый донъяға күскән. Яуымбай ауылы шәжәрәһенең төп өлөшөн ошо олатайҙың балалары тәшкил итә. Ҡарасура олатай үҙе бик диндар, яҡшы күңелле кеше булған.
«Тау башындағы Тарбаҡта
Тимер ҡәберлек тора,
Ул ҡәберлектең эсендә
Ҡарағайҙар ултыра.
Ҡарасура олатайҙың
Васыятын йыҡмайынса,
Балалары ҡуйған уны
Бейек тауҙың башына.
«Мин үлгәс тә тау башына
Ҡуйырһығыҙ, уландар.
Ике ауыл мәсетенән
Ишетелһен аҙандар.
Ҡатындарым ике яҡтан
Икеһе урын алырҙар.
Мин әйткәнде теүәл генә
Үтәгеҙсе, балалар».
Шулай итеп, Ҡарасура олатайҙы үҙе әйткән ергә ерләйҙәр. Ул урынды хәҙер «Бабай үлеге» тип йөрөтәләр. Элек бында матур ғына ҡайынлыҡ урманы була, колхозлашыу осоро башланғас, уны һөрәләр. шунан бабайҙың ҡәберлеге кәртәләнмәгән, ташы ғына ятҡанын белеп ҡалалар. 1981 йылда атайым менән Ҡотлоғәләм Назаров уны тәрбиәләп, эргәһенә ҡарағай ағасы ултыртып, тимер рәшәткә менән кәртәләп ҡуя. ике яҡтан ике ҡатыны ерләнгән, әммә уларҙың исемдәре лә, йәшәгән йылдары ла ҡәбер ташында яҙылмаған, йәш ҡатынының исеме – Аҡдәүләт (1754), ә оло ҡатыныныҡы билдәһеҙ.
2016 йылдың йәйендә Ҡарасура олатайҙың туғандары, ауылдаштары менән бергәләшеп аҡса йыйып, Белореттан гранит ҡәбер ташы эшләтеп алдыҡ һәм ҡәберлеген яңырттыҡ. Әруахтың йәне тыныс ятһын өсөн Ҡарайғыр яланында ҡорбан салдырҙыҡ. Шәкир менән Урал мулла доға ҡылды. Ул йылы ҡоролоҡ булғас, сафҡа баҫып ямғыр яуыуын теләнек. Икенсе көнөнә ҡойҙо ғына!
Бөгөн бабайҙың йәйләүен – уның исеме менән Ҡарасура туғайы, ә шишмәһен Ҡарасура шишмәһе тип йөрөтәләр. Ул – Һарғая ауылының түбән яғы менән Балайылға араһындағы Үҙән йылғаһы буйындағы оҙон ҙур туғай. Бында 1760 – 1790 йылдарҙа Ҡарасура йәйләгән һәм бик күп йылҡы малы көткән, ә ҡышлауға Яуымбай ауылына ҡайтҡан.
2019 йылда Вәсилә апай Аҫылбаева ҡурсаулыҡ директоры булып эшләгән саҡта унан рөхсәт һорап (сөнки ул ерҙәр ҡурсаулыҡ биләмәһенә ҡарай) Рөстәм Исмәғилев, Заһир Ҡарасурин менән бергәләп «Ҡарасура бында йәйләгән» тип ташҡа яҙҙырып, өс саҡрым оҙонлоҡтағы яландың ике яҡ башына ҡуйҙыҡ.
Хәҙерге ваҡытта ла Тарбаҡта ул ҡәберлек бар, ҡарағай ағастары үҫеп ултыра һәм ҡәберлеге тимер рәшәткә менән кәртәләнгән. Юлда йөрөгәндәр шунда туҡтап хәйер һала. Юлсыларҙың, юлға сығыусыларҙың теләк теләү урыны тиһәм дә яңылышмаҫмын.
Әйткәндәй, Тарбаҡ тауына «Бабай үлегенә» менһәң, уның, ысынлап та, иң юғары урында булыуы беленә. Сөнки унан тирә-яҡтағы урман-ҡырҙар ус төбөндәгеләй күренә. Тимәк Ҡарасура бабай юҡҡа ғына шул урынды һайламаған.
Ҡарасура олатайҙың бишенсе быуын вәкиле булараҡ, Фаяз Бирғәле улы үҙенең туғандары, ауылдаштары алдында ҙур эш башҡара, китап сығарып ҡына ҡалмай, Яуымбай ауылының шәжәрәһен дә төҙөй.
Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма яуап табыуыма сикһеҙ шатмын. Фаяз Бирғәле улының тыуған еренең һәр һуҡмағы, ташы, тауы тураһында хисләнеп һөйләүе ер-һыуыбыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырҙы. Уның кеүек тыуған төйәген, илен яратҡан ир-уҙамандары бар саҡта тыуған еребеҙ тағы ла йәшәйәсәк, сәскә атасаҡ!
Вәсилә ӘЙҮПОВА,
Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.
Бөрйән районы.