Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Май 2023, 16:04

Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ

Азамат йоҡларға иртә ятһа ла, йүнләп ял итә алманы. Берәй ҡайҙа барыр булһа, гел шулай була торған. Башында төрлө уй сыуалып, тауҙар гиҙҙе, тәбиғәтте күҙәтте...
Бөгөн иртән ул дуҫы менән Белорет районының Шығай ауылына туристик походҡа барасаҡ. Бәләкәй саҡта бында күп булғаны бар инде. Атаһының тыуған ауылы бит. Сәйәхәткә барыуына атаһы ла риза ине. Һуңғы ваҡытта малай ауылдар тарихы, уларҙың килеп сығыуы менән ҡыҙыҡһына. Бәлки, буласаҡ һөнәрен дә шуның менән бәйләр. 
Иртәнге сәйҙе ҡабалан ғына эскәс, дуҫы Айҙар менән автобус туҡталышына ҡарай юлланды. Автовокзалда инструктаж үткәс, малайҙар юлға сыҡты. Азамат бәләкәй саҡтан уҡ юлда тирә-яҡты күҙәтеп барырға ярата торғайны. Был юлы ла һоҡланып ҡарап барҙы. Бәүелеп килә торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Төндә йоҡламауҙың сәбәбелер, күрәһең. Иптәшенең бөйөрөнә төртөп уятыуына күҙен асһа, Шығай ауылына килеп еткәндәр икән. Уларҙы бер алсаҡ ҡына ағай ҡаршы алды. Бөгөнгө  сәйәхәттең  гиды икән, Тәлғәт исемле.
Азамат ошо ауылда күпме йәйге каникулын үткәрһә лә, элегерәк әһәмиәт бирмәгән. Олатаһы менән өләсәһе  бер-бер артлы донъя ҡуйғас, хәҙер ауылға онотҡанда бер ҡайталар. 
Туристарҙың барыһы ла сәйә­хәткә  әҙерләнеп бөткәс,  әкрен­ләп Ҡыраҡа тауына менеп кит­теләр. Ҡала тормошонан ялҡҡан туристар  ғорур тауҙарға ҡарап, һоҡлана-һоҡлана юлын дауам итте.  Төрлө йәштәге туристарҙың ҡыҙыҡһыныуы бихисап ине. Тәлғәт ағайҙың  белмәгәне юҡ. Тауҙың аҫҡы ерендә үҫкән үтә зәһәр еҫле әрем береһен дә битараф ҡалдырманы. Бушҡа ғына боронғолар: «Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле», – тимәгән.
Азамат күптән ҡыҙыҡ­һын­дырған Ҡыраҡа тауының леген­даһы тураһында һорамай ҡал­маны. Тәлғәт ағай ихлас итеп һөйләп бирҙе:
– Ҡыраҡа – Урал тауының бер өлөшө. Уның оҙонлоғо – 85 саҡ­рым, йәшерәк тау. Өҫтән ҡараһаң, һырҙары бик күп. Башҡорттар элек күп нәмәне ҡырҡмаһа (ҡырылмаһа) ҡырҡ тип әйткән. Ҡырҡ тигән һүҙ башҡорттарҙа күплекте аңлат­ҡан. Шуға күрә арҡалары күп булғас, Ҡырҡ арҡа тигәндәр һәм аҙаҡ ҡыҫҡартып, Ҡыраҡа тип атағандар. Шығай олатай: «Әйҙә, ошонда өй төҙөйөк, Ҡыраҡа беҙҙе елдәрҙән дә һаҡлай», – тигән.
Ҡыраҡа тауында Вагонташ тигән урыны ла бар. Эре-эре таштар вагон кеүек теҙелеп киткән. Шуға ла халыҡ Вагонташ тип атаған.
Ҡыраҡаның урта еренә еткәс, бер аҙ ялға туҡтанылар. Бынан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй  күренә. Хатта Ямантау ҙа күренә!  Бәхеткә күрә, бөгөн көнө лә матур. Тик аҙым һайын тиерлек русса яҙылған сәйер яҙыуҙар Азаматҡа оҡшаманы. Тауҙы урап, йыл да йүгереү буйынса ярыш үткәрелә икән.  Шуға бәйле күп яҙыуҙар ҡуйылған. 
Барыһын да Ҡыраҡаға ҡаршы торған осло тауҙың атамаһы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Тәл­ғәт ағай туристарға түбән­дәгеләрҙе еткерҙе:
– Мең йылдар самаһы элек Ибн Фаҙлан тигән ғәрәп илсеһе башҡорт иленә йәйәүләп килгән. Бындағы урмандарға, тауҙарға, йылғаларға, күлдәргә хайран ҡалған.  Ошо урындарҙа йәшәгән башҡорттар менән дуҫлашҡан, уларҙың телен өйрәнгән. Урман- тауҙарҙы ҡыҙырған саҡта күккә олғашҡан ҡаялары күренеп торған бер осло тауға иғтибар иткән. Шул урынды барып күргеһе килеп, юлға сыҡҡан. Был тауҙың көньяҡ итәгенән сылтырап ҡына шишмә ағып сыҡҡан. Бара торғас,  ул ҙур йылғаға әйләнеп, бормаланып-бормаланып Ағиҙел йыл­ғаһына ҡойған.  Ғәрәп илсеһе  ошо һыуҙы тәмләп ҡарағас: «Әх, Рәрәз», – тигән. Был уның те­лендә «саф, таҙа» тигәнде аң­латҡан икән. Шул мәлдән ошо йылғаны ла, күккә олғашып торған тауҙы ла Рәз тип йөрөтә баш­лағандар. Рәз ташы диңгеҙ кимәленән 1062 метр күтәрелеп, әллә ҡайҙарға күренеп тора. 
Ҡыраҡа тауының һул яғынан  ослайып күренеп ятҡан тауҙың исемен Азамат Тәлғәт ағайҙан һорамай ҡалманы. Исеме Ҡағы ташы икән... Гид ағайҙың һөй­ләгәндәрен барыһы ла ихлас тыңланы:
– Борон йәйен Шығай халҡы Ҡағы тигән йылға буйында йәй­ләгән. Был йылға тотош таштан торған тауҙың итәгенән ағып китә. Беҙҙең ҡарт олатайҙар был тауҙы ҡарап йөрөгән. Шул тауға менһәң, Шығай күренеп ятҡан. Шығай олатай шунда үҙенең йәйләүен ҡорған. Ошонан алып был йәйләү уныҡы иҫәпләнгән. Тамъяндарҙың йыйыны һәр ваҡыт  шунда үткәрелгән. Аҙаҡ бер-бер хәл булып, ҡурҡыныс килһә, ошо урында һөйләшкәндәр, кәңәш ҡорғандар. Тау башында ут яҡҡандар һәм был ут Шығай ауылына күренеп торған. Уны «Караул гора» тип йөрөткәндәр. Аҙаҡтан халыҡ араһында Ҡағы ташы тип атала башлаған. 
1812 йылда Наполеон беҙгә ябырылғас, бында һалдаттарҙы ат уйнатырға өйрәткәндәр. Ҡағы ташының һәйбәт яланында 14 – 15 полк барлыҡҡа килгән. Унда күпме Шығай һалдатының ҡат­нашҡанын бер кем дә белмәй. Ауылдан өс кенә яугир  кире әйләнеп ҡайтҡан.  Бына улар – Бурансы Амангилдин, Ҡужахмәт Ғәликәев, Ғәбдүлмәзир Ҡотлом­бәтов. 
«Ҡағы ташы» тигән йыр ҙа бар. Уны ауылдашыбыҙ  Мөхәмәт Түлебаев ҡурайҙа бик матур уйнай.
Туристар Тәлғәт ағайҙың һөй­ләгәнен ихлас тыңланы, үҙен әллә күпме һорау менән кү­меп  ташла­ны. Улар Ҡы­раҡа та­уы үҙә­гендә йәйгеһен, йылына ҡа­рап,  ер еләге ҡотороп уңыуын белде. Тау шифалы үләндәргә лә бай икән. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне  бик күп үҫә.
Ҡыраҡаның иң юғары нөк­тә­һенә менеп, кире ҡайтырға сыҡҡанда көн төш мәленә ауышҡайны. Бөгөнгө сәйәхәт Азамат өсөн бик фәһемле булды. Әллә күпме ер-һыу, уларҙың атамаһы менән танышты. Ауыл­дың саф һауаһын һулап, тамаҡ ялғап алғас,  ҡайтырға сыҡты. Юл буйына уны ғорур  бейек тауҙар оҙата барҙы, уларға бәйле тарихи ваҡиғалар тынғы бирмәне. Тыуған ерҙең һауаһы үҙенекен итәлер.  Ҡайтҡас та Азамат үҙенең тәь­ҫораттарын атаһы менән ур­таҡлашты. Атаһы ла улының шундай шәп егет булып үҫеүенә ҡыуанды. Ысынлап та, «тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ», тигән фекергә килде. Атайсалына йышыраҡ ҡайтырға, тыуған йорт нигеҙен һүн­дер­мәҫкә, ер-һыу атамалары тарихын онотмаҫҡа тигән ҡарарға килде.
(Ер-һыу атамалары атаҡлы ҡурайсы, ветеран уҡытыусы Мөхәмәт Түлебаевтан, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә  Сәйфуллинанан яҙып алынды).

Рәсим ЮНЫСОВ,
Шығай мәктәбенең X класс уҡыусыһы.

Белорет районы.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровРИС Интеграция
Читайте нас: