Уның үҙенсәлектәренең береһе булып урман һәм даланың берләшеүе һанала. Бында 40 төрлө һөтимәр, 101 төр ҡош, 6 төр ер-һыу хайуаны бар. Быларҙан тыш, тағы ла «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән бөжәктәр, хайуандар, үҫемлектәр ҙә осрай.
Уның килеп сығышы тураһында оло инәй-олатайҙар ошо тарихты һөйләй:
– Электән Үҫәргән ырыуы Һаҡмар һәм Яйыҡ йылғалары буйында донъя көткән. Ә Һаҡмар йылғаһы тап ошо ҡурсаулыҡтан башланып китә. Бер ваҡыт башҡорт халҡына ҡаҙаҡтар һөжүм итеп, һуғыш башлана, Яутүбәлә ул айырыуса ҡаты була. Башҡорттарҙың үҙ ерҙәре өсөн лайыҡлы һуғышыуына ҡаҙаҡтар ҡаршы тора алмай. Был еңелеүҙән һуң улар башҡорттар менән башҡа яу тотмай. Ейәнсура районында хатта бер-береһе менән күрше, дуҫ булып донъя көтә. Шунан һуң был һыртты Яутүбә тип йөрөтә башлайҙар.
Шайтантау тигән атаманы сәйәхәтселәр биргән, тип фаразлана. ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһында булған һуғышта күп кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың йәндәре әлеге ваҡытта ла Шайтантауға менгән кеше менән шаяра, тиҙәр. Был һыртта ҡайтыу юлын табыуы еңел түгел, сөнки ҡайһы яҡҡа барһаң да, барыбер шул уҡ урынға килеп сығаһың. Шайтантауҙа сәйәхәтселәрҙең ҡорамалдары эшләүҙән туҡтай, бәйләнеш ҡапыл өҙөлә. Хатта көн дә был урында тиҙ үҙгәреүсән: йә көслө ел сыға, йә ҡапыл ҡояшлы, йылы булып китә. Был ғәжәйеп урында, ысынлап та, аңлатып булмаған тойғо кисерәһең, шуның өсөн дә ҡурсаулыҡ Шайтантау тигән атама алған.
Тыуған яғымда үҙ халҡымдың, ырыуымдың тарихын беҙгә һәм килер быуындарға иҫләтеп торған, күҙҙең яуын алырҙай иҫ киткес матур тәбиғәтле һырт булыуына һәм ул тарихты, тәбиғәтте онотмаған изге күңелле яҡташтарым барлығына ихлас күңелдән һөйөнәм, шатланам һәм ғорурланам. Тарихты белгән, йәш быуынға өйрәткән кешеләр булғанға ла халыҡ үҙ рухын юғалтмай, ә, киреһенсә, тик илһамланып, һауала осҡан ҡыйғыр бөркөт һымаҡ ҡанаттарын йәйеп, бейеклеккә ынтыла.
Фатима ХӨСӘЙЕНОВА,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының IX «В» класы уҡыусыһы.