Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Май 2023, 16:17

Нурый шишмәһе

Донъя шулай ҡоролған: беҙҙең йәшәйеш быуындан-быуынға байытыла, камиллаша бара. Ошо йылдам уҙып барыусан тормошта тәбиғәт әҙәм затын үҙенең шарттары менән йәшәтә, һиҙҙер­мәҫ­тән биҙәктәре менән уртаҡлаша. Был биҙәктәр йәшәйешебеҙҙең айы­рылғыһыҙ өлөшө булып тора. юҡҡа ғына: «Һыу – йәшәү сы­ға­нағы, ерҙең бер аҫыл биҙәге», – тип әйтмәгән халыҡ. Яҙмамда шишмәләр тураһында бәйән ит­мәксемен. 


Беҙҙең Салауат районы шиш­мәләргә ифрат бай. Һәр ауылда бер-ике генә түгел, хатта бер нисә сығанаҡ бар. 
Мин йәшәгән ауыл Мәсетле тип атала. Уның эргәһендә тирә-яҡҡа билдәле Нурый шишмәһе аға. Уның килеп сығыуын Нурый ола­тайҙың  исеме менән бәйләйҙәр. Шишмә ауыл янындағы Бейектау аҫтынан  сыға. Нурмөхәмәт олатай ошо тау эргәһендә йәшәгән. Бер көн шулай тау итәге буйлап китеп барғанда бәләкәй генә шишмәнең яңы ғына ер ярып, үҙ юлын эҙләп сиртеп аға алмай ят­ҡанын күрә. Бер нисә көндән ул ошо шишмә сыҡҡан урынға килә лә ағас бүрәнәне соҡоп, «ағас ялғаш» эшләп ҡуя. Һәм халыҡ ошо шишмәнән һыу эсә башлай. 
Ҡасандыр уңған, хәстәрлекле Нурмөхәмәт олатай шишмәне тәр­биәләгән, ярын ҡороған ҡыуаҡ-ағастарҙан таҙартып торған. Йылдар уҙған, тотош быуат үткән. Олатайҙың изгелеге онотолмай, ауылдаш­та­рының хәтерендә һаҡланған. Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан шиш­мә Нурый шишмәһе булып китә. Уның шифалы, тәмле һыуын күпме быуын эсеп үҫкән, унан күпме кеше дәрт, көс-ҡеүәт алған. Ә күпме йәш килен тәүге һыу юлын тап шунан башлаған! 
Сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарым шишмәнең тәмле һыуын һағынып ҡайта. Күптәр ауылға ҡайтҡан сағында ошо шишмәгә килеп, матур, яҡты хәтирәләрен  барлайҙыр...
Хәҙерге көндә лә шишмә матурлап буралған, тирә-яғы кәртәләнгән, буялған. Ауыл халҡы тәбиғәт ҡо­мартҡыларын ҡәҙерләй, һаҡлай белә. Башҡа шишмәләр ҙә иғти­барҙан ситтә ҡалмай. 
Көндәр, айҙар, йылдар буйы аға шишмә. Саф гәлсәр тауышы менән күңелле йырын дауам итә... Тирә-йүнгә сафлыҡ, һиллек бөркә Нурый быуай шишмәһе...

Искәндәр ҒАРИПОВ,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX «Г» класы уҡыусыһы.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: