Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Апрель 2023, 13:23

Хозурлығы менән үҙенә тарта

Күгәрсен районы – Башҡортостандың иң матур урындарының береһе. Уның Мораҙым тарлауығы, Йомағужа һыуһаҡлағысы, ҡуйы урмандары, сикһеҙ баҫыуҙары  үҙе ни тора!
Өләсәйемдең тыуған Хоҙайбирҙе ауылы ла хозурлығы менән мине үҙенә тарта. Бында бәләкәй сағым үтте, барыһы ла әлегеләй күҙ алдымда тора. Ҡәҙерле кешемдең  һөйләүе буйынса, элек ул Бесәнсе ауылы тип аталған. Нигеҙ һалыусыһы ла – Бесәнсе тигән кеше. Уның ҡасан барлыҡҡа килеүен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә белмәй. Әммә ул бик боронғо ауыл булыуына шик тыуҙырмай. 
 Революционер, дәүләт эшмәкәре, публицист Шәһит Хоҙайбирҙиндың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 1924 йылдан алып һәм бөгөнгө көнгә тиклем был ауыл Хоҙайбирҙе тигән исемде йөрөтә. Унда йәшәү өсөн бөтә мөмкинлек бар. Урта мәктәпкә һәм ауылдың музейына ла уның исеме бирелгән.
Хоҙайбирҙенең тәбиғәте лә иҫ киткес матур! Көньяҡтан ағып килгән бәләкәй генә Керәүле йылғаһы бар. Ауылыбыҙ Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Төньяҡта, Ағиҙелдең уң яғында,  һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап, мөһабәт Көнгәк тауы баҫып тора. Ул беҙҙең яҡта  бик бейек тау, күп өлөшө төрлө ағас менән ҡапланған. Иҙел (Ағиҙелде халыҡ шулай тип йөрөтә) яр буйындағы ауылдарҙы айырып та тора, берләштерә лә. Иҙелдең яры бейек, ҡайһы бер урындарҙа ун метрҙан да ашып китә.
Миңә бик тә оҡшағаны – ауылдың көнсығыш яғында ҡупшы Бишағас тауы. Уны Ҡыҙҙар тауы тип тә атайҙар. Был тау бик бейек тә,  ҙур ҙа түгел. Эргәһенән генә төп юл үтә. Ауылға ҡараған көнбайыш итәгендә – ағаслыҡ. Ошо бәләкәй генә тауҙа төрлө үҫемлек, ҙур бөҙрә һәм кәкре-бөкрө кәрлә ҡайындар ҙа бар, уҫаҡ, йүкә, саған, имән ағастары, миләш, йәмшегән, сейә, әлморон ҡыуыҡтары үҫә. Иртә яҙҙан төрлө төҫтәге умырзая, иҫ киткес хуш еҫ бөрккән гүзәл сәскәләр кешеләрҙе йәлеп итә. Өләсәйем һөйләүенсә, элек яҙғы сәсеү эштәре башланғанға тиклем күрше ауылдан егеттәр һәм ҡыҙҙар һәр йома көндө ошо тауға йыйылған. Улар төрлө уйын уйнап, күңел асҡан. Хәҙерге ваҡытта күп өлөшө һөрөнтө ергә әйләнгән. Яҙ көнө ошо тау йәшәреп, сәскәләргә күмелә.
Ватан һуғышына китер алдынан  да 1812 йылда ауылдың ир-уҙамандары Бишағас тауы битләүенә йыйылған.  өләсәйҙәребеҙ ошо ерҙә уларҙы һуғышҡа оҙатҡан. «Әгәр ҙә беҙ еңеп ҡайтһаҡ, ошо тауҙы ағасҡа күмербеҙ!» – тигән бер һалдат. Ул ваҡытта Бишағас тауында ағас бик һирәк үҫкән. Һалдаттар еңеп ҡайтҡас, әйткән һүҙҙәренә тоғро ҡалып, күп ағас үҫентеләре ултыртҡан. 
Йылдың төрлө ваҡытында тыуған ауылыбыҙҙың ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән һоҡланабыҙ, уның бай тарихы менән  ҡыҙыҡһынабыҙ, уңған кешеләре менән ғорурланабыҙ. Мин үҙемдең тыуған ауылымды бик ныҡ яратам һәм уның сәскә атыуын теләйем.

Рената АҘНАҒОЛОВА,
Салауат белем биреү һәм һөнәри 
технологиялар колледжының 
I курс студенты.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: