Салауат районының гүзәл бер ерендә урынлашҡан Ишембай ауылы. Эйе, хәҙер беҙ уны шулай тип йөрөтәбеҙ, элек ул Мусабай ауылы булған. Ә ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был исеме? Ошо хаҡта Мәғәфүр ағай Усманов былай тип һөйләй:
– Элек беҙҙең башҡорт халҡы кәшәүәт (кочевать) итеп йәшәгән бит инде. Беҙҙең яҡ кешеләре ҡайҙа ғына бармаһын, уларға шайтан эйәреп йөрөгән. Бәләкәй йәндәрҙе (бала-сағаны), ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурҡыта икән ул. Исеме лә булған – Дөрмән. Бик ҡурҡыныс икән үҙе. Бик күптәр шөрләгән унан.
Күҙәй исемле егет һунарсы була. «Туҡта әле, мин был шайтанды, булмаһа, үҙем юҡ итәйем», – тигән уй килә уның башына. Бер көн Күҙәй Дөрмән шайтанды осрата. Егет юҡ итмәксе булып, уға ташлана. Улар бик ҡаты алыша. Тик Дөрмән ҡасып ҡотола. Егет уның артынан күҙ яҙҙырмай китә. Серпеевка ауылынан 12 саҡрым юғарыраҡ Эҫем йылғаһы эргәһендәге Игнатьев мәмерйәһендә барып таба. Мәмерйәгә килеп инһә, бик сибәр ике һылыуҡай ултыра икән. Улар икеһе лә шул Дөрмән шайтандың ҡыҙҙары булып сыға.
– Атайығыҙ ҡайҙа? – тип һорай Күҙәй.
– Мунсала, – ти тегеләр.
Күҙәй мунсаға барып, Дөрмән шайтанды үлтереп, уның бер ҡыҙын үҙенә кәләш итеп алып ҡайта. Шунан башлап уны Шайтан-Күҙәй тип йөрөтә башлайҙар. Гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр. Уларҙың алты улы һәм бер ҡыҙы тыуа. Быларҙың балалары үҫеп етә. Шул ваҡыттарҙа халыҡ күсеп йөрөүҙән туҡтай. Һәр кем үҙенә ер һайлай башлай.
Шайтан-Күҙәй иң оло улын – Мусабайҙы: «Ашлыҡ үҫтерерһең», – тип яланыраҡ ергә ултырта. Икенсе улы Миндеш Бирҙәш йылғаһының башындағы шишмә буйын биләй. Өсөнсө улы Яхъя – хәҙерге Яхъя ауылына, дүртенсеһе Юныс – әлеге Юныс ауылына, бишенсе улы Иҙрис – хәҙерге Иҙрис, алтынсы улы Тәҡиулла Юлай улы Салауат батыр тыуған Тәкәй ауылына нигеҙ һала. Ә етенсеһен – ҡыҙы Гөлбикәне Әлкә исемле егеткә кейәүгә бирә (хәҙерге Әлкә ауылы). Ошолай итеп, ете ауылдан Шайтан-Күҙәй ырыуы барлыҡҡа килә лә инде.
Мусабай ауылы, тимәк, шул Шайтан-Күҙәй улының исемен йөрөткән. Олораҡ кешеләр әле булһа Мусабай ауылы, тип һөйләй.
Мусабайҙың өс ҡатыны була. Нишләптер оло һәм уртансы ҡатындарының балалары булмаған. Өсөнсө йәш ҡатыны ғына Мусабайға ул (малай) табып биргән. Балаға Ишем тип исем ҡушҡандар. Был бала үҫә, атаһы ҡартая. Мусабай үлә. Ауылды уның исеме менән Ишембай тип йөрөтә башлайҙар.
Эйе, Ишембай ауылы бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Эргәһенән генә Бирҙәш тигән бәләкәй генә йылға аға. Ул Миндеш ауылынан башланып, Йүрүҙән йылғаһына ҡоя. Йүрүҙән ауылдан 10 – 12 саҡрым алыҫлыҡта аға.
Ауылдың тирә-яғын урман уратып алған. Урмандарҙың исемдәре лә матур: Үтәмәште, Ҡармышаҡ, Соҡорйорт, Ҡарағайлыҡ. Ни өсөн шундай исемдәр? Ҡарағайлыҡ урманында тик ҡарағай ағастары үҫә, шуға ла шулай тип атағандар.
Үтәмәш байҙың урманы – Үтәмәште тип, ә Ҡармыш байҙыҡын Ҡармышаҡ тип йөрөтәләр. Соҡорйорт урманының уртаһында соҡор бар. Соҡорҙан сылтырап ҡына һалҡын шишмә ағып сыға. Ошо соҡор урынында өй ултырған. өйҙө инде әллә нисә ҡат яңыртҡандар. Уның эсендә көтөүселәр, еләккә килгән кешеләр ултырып ял итә. Ә элек был Соҡорйортта йыйындар уҙғарғандар.
Ауылдың бер яҡ осонда Ослотау бар. Ауыл эргәһендәге иң бейек һәм текә тау булғанға шулай атағандар. Бик матур ер, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп тора.
Икенсе яҡ осонда Мәрйәкәй тауы бар. Ниңә шулай аталыуын белеүселәр юҡ.
Ауылдың ҡаршы яғында тағы бик матур бер тау урынлашҡан. Ул тау Мусабай менән Миндеш ауылдары араһында – Ҡыҙҙар тауы тип атала. Был тауҙың да үҙенә күрә тарихы бар: элек йәп–йәш һылыу ҡыҙҙарҙы илата-илата үҙе яратмаған йәш йәки ҡарт кешегә көсләп кейәүгә биргәндәр. Улар үҙенең ҡайғы-хәсрәтен ошо тауҙағы зифа ҡайындарға килеп һөйләр булған, ошонда йыйылышып сеңләгәндәр. Шуға ла Ҡыҙҙар тауы тип исем бирелгән.
Ошо тау башында – Ихсан сауылы. Был урынды элек Миндеш ауылында йәшәүсе Ихсан исемле кешегә сабынлыҡ итеп биргәндәр. Ҡарт ағастар яратҡан. Ул сабынлығына бер нисә ағас ултыртҡан. Ваҡыт үтә. Әкренләп тау башында сауыллыҡ барлыҡҡа килә. Шунан бирле уны Ихсан сауылы тип йөрөтәләр.
Минең йәшәгән ерем шулай ер-һыу атамаларына бай.
Рәсүл ҒАЗАҠОВ,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX «Г» класы уҡыусыһы.