Тыуған яҡ! Ошо һүҙҙе әйтеү, ишетеү менән күңелгә әйтеп бөтмәҫлек хис тула. Был донъяла һәр кешенең яратҡан тыуған ере, иле бар. Ул шул тиклем яҡын, ғәзиз, ҡәҙерле, һәр ваҡыт үҙенә тартып тора.
Тыуған төйәгем Мәләүез районының Иштуған ауылына ингән ерҙә урынлашҡан Ҡыҙылташ тауынан башлана. Ул миңә үҙенсәлекле ҡыҙыл ҡапҡаны хәтерләтә. тап ошонда Иштуған ауыл советы биләмәләре башлана ла инде. Был тауҙың исеме юҡҡа ғына Ҡыҙылташ тип аталмаған. Уның бер яғында күп ҡыҙыл таш плитаны күрергә мөмкин, уларҙы тәбиғәт матур, тигеҙ итеп һалған. Тауҙың ташы ҡыҙғылт, шуға ла тауға Ҡыҙылташ тигән исем бирелгән. Их, әгәр ҙә улар һөйләшә белһә икән... Ҡыҙыл «аҡһаҡалыбыҙ» миңә күп ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға, тарих, ауылымдың кешеләре хаҡында һөйләр ине лә бит...
ата-бабаларыбыҙ йәшәр өсөн был ерҙе бушҡа һайламаған. Ауылым иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: бер яҡтан тауҙар уратып алһа, икенсе яғынан Ағиҙел йылғаһы аға, ауылымдан йыраҡ түгел урман башланып китә. Халыҡҡа тормош көтөү өсөн бөтә уңайлыҡ та бар. Эргәләге икһеҙ-сикһеҙ даланан мул уңыш алғандар, сөнки йылға уны һыу менән тәьмин иткән. Әлеге көндә лә тыуған ерем шифалы шишмәләре, төрлө дарыу үләне, емеш-еләге һәм уңған кешеләре менән дан тота.
Ауылымдың тарихына күҙ һалайыҡ. Иштуған тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1770 йылдың башында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе 9-сы башҡорт кантонының икенсе команда бүлеге старшинаһы Арыҫланбей Баймырҙиндың яҙмаларында иҫкә алына. «Иштуған ауылы. 30 йорт. Ир-ат – 183, ҡатын-ҡыҙҙар – 143. Улар араһында 62 йәшлек Иштуған Байрамғолов та бар». Моғайын, ул ошо ауылға нигеҙ һалыусылыр. «Иш» һәм «туған» һүҙен аңлатып китһәк , ул «туған ағай-эне» тигән төшөнсә бирә, тимәк, ата-бабаларым бер туғандай дуҫ, татыу йәшәгән, тип уйлайым.
Тик күптән түгел ауылыма ҙур ҡурҡыныс янаған булған икән. Беҙҙең яҡтар геологтарға бик оҡшаған, буғай, улар Иштуғанға килеп, ниндәйҙер план, һыҙмалар эшләй башлай. Ҡыҫҡаһы, Ағиҙел йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөргә булалар. Уның быуаһы ошо матур Ҡыҙылташ тауы эргәһендә урынлашырға тейеш була. Ә беҙҙең ауылға, шулай уҡ күрше ауылдарға һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. 1965 йылдан Иштуған ауыл советы биләмәһендә бөтә төҙөлөш эше туҡтатыла, халыҡҡа йәшәү урындары вәғәҙә ителә. 25 йыл буйы халыҡ нимә эшләргә белмәй, билдәһеҙлектә йәшәй.
1985 йылдан һыуһаҡлағысты бик әүҙем төҙөү башлана, бының өсөн бөтә уңайлыҡ булдырыла. ауыл халҡын ҡурҡытып, урамға «Шагай» экскаваторҙары килеп инә. Уны күҙ алдына килтереүе лә ауыр: бәләкәй генә ауыл өйҙәре янында һигеҙ ҡатлы өйгә торошло экскаватор! Бар халыҡ уларҙы ҡәһәрләй... Күпме матур, уңдырышлы ҡара тупраҡты ҡом, ҡырсынташ менән бутап, күпме соҡор ҡаҙа ул. 1986 йылда ауыл эргәһендә завод төҙөлә, унда тәбиғәттән алынған таштарҙы ваҡлап, төҙөлөшкә оҙаталар. Кемдер был күренеште күтәрә алмай, ауылдан күсеп китә, кемдер яңы фатир, йорт көтә. Тик барыбер ауылдан киткән кешеләрҙең йөҙҙәре һытыҡ була.
Был төҙөлөш менән килешмәгән бер төркөм кеше ауылды һаҡлау хаҡында ҡайғырта, төҙөлөштө туҡтатыу өсөн эш башлай. Экскаватор ер соҡой, халыҡ властан яҡлау эҙләй. Тыуған илгә, тәбиғәткә, тыуған йортҡа булған һөйөү уларҙы хөкүмәт етәкселәренә хат яҙырға мәжбүр итә. Замана ул ваҡытта икенсерәк, бындай хаттар өсөн халыҡҡа ныҡ ҡына шелтә алыу, хатта төрмәгә эләгеү хәүефе лә янай. Ләкин ауыл халҡы был турала уйламай...
Тыуған ауылын яратҡан, ошонда ғаилә ҡорған ауылдаштарым ғәзиз ерен, йортон һаҡларға тырыша. Һәм, ниһайәт, етәкселәр халыҡтың аһ-зарын, үтенесен ишетә. Экологтар тағы ла бер тапҡыр барыһын да күҙаллап, иҫәпләп ҡарай. Өсөнсө тапҡыр тикшереү эшләгәндән һуң ғына был һыуһаҡлағысты төҙөү тәбиғәткә, ер-һыуға күпме зыян килтерәсәге хаҡында билдәле була. Район һәм республикала сыҡҡан гәзит биттәре «Кәрәкмәгән диңгеҙ!», «Билдәһеҙлеккә илткән юл», «Көрәштән һуңғы пейзаж», «Ата-бабаларыбыҙ ерендә йәшәгебеҙ килә!» исемле мәҡәләләр менән тула. 1989 йылдың 31 майында экскаваторҙың һоҫҡоһо һуңғы ер киҫәктәрен соҡоп сығара, шулай ҙа 1990 йылдың 16 апрелендә генә БАССР-ҙың Юғары Советы Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөүҙе туҡтатыу тураһында рәсми күрһәтмә сығара. Аҙаҡ был төҙөлөш икенсе яҡҡараҡ күсерелә. Ул хәҙер – Йомағужа һыуһаҡлағысы.
Ҡарар сыға, төҙөлөш туҡтатыла. Ләкин беҙҙең ерҙәр, тәбиғәтебеҙ бөтөнләй танымаҫлыҡ хәлгә килә, хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттар тыуған ерен танымай, ундағы күренештәрҙе ер тетрәү менән сағыштырырға ла мөмкин булғандыр. Бар ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә тотона, йорттарҙы төҙөкләндерә башлай. Ауылды төҙөкләндереү буйынса комитет та төҙөлә. Ҡайһы бер түрәләр был эштән ситкә ҡаса. Сөнки емерек ауылды тергеҙеүе, төрлө яҡтан ҡаҙылып бөткән ерҙәр менән эш итеүе еңелдән түгел. Шулай ҙа кешеләр юғалып ҡалмай, киләсәккә өмөт менән йәшәй. Күп ғаиләгә йорт һалып сығыу өсөн урман бүленә.
Эштәр яйлап көйләнә башлай. 1993 йылда яңы мәктәп асыла, мәсеткә нигеҙ һалына, «Урал» колхозы ла яйлап нығына, үҫә, кешеләргә эш урындары асыла, ауылдаштарымдың киләсәгенә яҡты өмөт уяна.
Мин 2006 йылда донъяға килгәнмен. Тыуыу тураһындағы таныҡлығымда, ағайым, атайым, олатайымдыҡы кеүек, тыуған ерем – Иштуған, тип яҙылған. Ауылымдың икенсе тапҡыр тыуыуын барса ауылдашым һаман да иҫләй, өлкән быуын кешеләре балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйләй. Ул беҙгә һабаҡ, онотолмаҫлыҡ бер ваҡиға булды. Донъялағы һәр кешенең бәләкәй генә тыуған ере, ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә аманат итеп ҡалдырылған изге ере булырға тейеш, тип уйлайым.
Әлеге көндә нурлы илем – Башҡортостаным, тыуған ерем – Иштуғаным гөрләй. Имен, тыныс булһын атыр таңыбыҙ, һуғыш күрмәйек, йәшәр еребеҙ бәхет сәңгелдәгендә тирбәлһен! Тыуған ерем – алтын бишегем тип, һәр кем тыуған илен, ерен яратһын, ҡәҙерләһен ине.
Эльза ҮМӘРҒӘЛИНА,
Мәләүез ҡалаһындағы
3-сө гимназияның
X класс уҡыусыһы.