Сығышы менән Әбйәлил районының Әхмәт ауылы уҙаманы булараҡ, ул шул тирәләге тарихи атамаларға айырым баҫым яһаны. «Әхмәт – үҙе бер ауыл бит, уның һәр ҡарыш ере олатайҙарыбыҙ ҡаны менән һуғарылған, һәр ташы тарих һаҡлай», – тип йөрәкһене.
Шулай итеп, башланыҡ:
Һаҡмарбаш – хәҙерге Әхмәт ауылының әүәлге атамаһы.
Иҫке ыҙма (Иҫке йорт) – Һаҡмарбаш ауылының элекке урыны. Баш бирмәгән ауылды 1774 йылда 650 кешелек язалау төркөмө менән батша подполковнигы Тимашев үрт һалып юҡ итә. Ауыл старшинаһы Биксәнтәй бейҙең һиҙгерлеге арҡаһында халыҡ Уралтау төпкөлдәренә ҡасып ҡотола. Бөгөн беҙҙең ара ғорурлыҡ менән уның исемен йөрөтә.
Әхмәт ауылы – Һаҡмарбаш яндырылғандан һуң донъялар тыныслана төшкәс, ауылды икенсе ергә күсереп ултыртырға ҡарар ителә. 1790 йылда ауыл старшинаһы Әхмәтйән олатай (Биксәнтәй бейҙең улы) етәкселегендә яңы урынға нигеҙ ташы һалына. Атамаһы ла уның хөрмәтенә ҡушылған.
Тимәшәү (Тимашев) тауы – Әхмәт ауылына терәлеп ятҡан ҡалҡыулыҡ. Уның янында 1774 йылдың йәйе–көҙөндә, кешеләр йөрәгендә хәүеф тыуҙырыу өсөн йәлләд Тимашев башкиҫәрҙәре менән лагерь ҡороп тора, яуызлыҡтар ҡыла.
Ҡуңыр буға, Ҡәнифә юлы, Ҡәнифә урманы – ауыл тирәһендәге атамаларҙың иң боронғоһо. Киң билдәле риүәйәттәргә бәйле тарихи исемдәр.
Ҡарағайморон – Һаҡмар йылғаһына терәлеп ятҡан тау. Боронғо замандарҙа шау ҡарағайлыҡ менән ҡапланған була. Бер янғын мәлендә ул янып юҡҡа сыға (Әлеге Тимашевтың этлегелер, тигән фараз бар. Ауылды тиҙ генә ҡабат тергеҙә алмаһындар, башҡорт кешеһе күберәк ҡырылһын өсөн).
Ҡаҙаҡҡар түбәһе – төп Уралтау һыртындағы мөһабәт, бейек тау. Унда олатайҙарыбыҙ там (вышка) ҡороп, ҡаҙаҡ барымталарынан һағауылда торған. Атамаһы ла шуға бәйле: Ҡаҙаҡ ҡарауылы.
Биксәнтәй тауы (ауыл араһы исеменән) – Ирәндек һыртына етәрәк матур, күркәм генә түбәләс. Боронғо Һаҡмарбаш ауылы, Түңгәүер ырыуы, Биксәнтәй араһының йәйләү, мал көтөү, ял итеү урыны булған.
Һаңғала (Хан–ҡала) – Татар-монғол яуы мәлендә уның саф йәшмә ташлы түбәһендә баҫҡынсы Сыңғыҙ хан, аҙаҡ халҡына азатлыҡ яулаусы башҡорт батыры Ҡараһаҡал ғәскәр туплап торған. Ханға ышыҡ өсөн яугирҙар йәшмә ҡаяны соҡоп яһаған бәләкәй генә мәмерйәһе бар.
Һәүәнәкташ – тарихи тау, ҡая. Борон уның янында яҡын-тирәләге башҡорт ырыуҙары тупланып, ҡор (йыйын) үткәрер булған. Тарихсы Мөғәлләм Мирхәйҙәров яҙмалары буйынса, легендар «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете лә ошонда тыуған.
Саңды йорт, Сатра йорт – өләсәй–олатайҙарыбыҙҙың төп Уралтау ҡуйынындағы боронғо йәйләү урындары. Бөгөнгө көндә йөҙйәшәр ағас олондарында уларҙың ырыу-ара тамғаларын күрергә була.
Зәйнәп, Гөлбикә шишмәләре, Үлмәһәк, Сырҙан йылғалары – Һаҡмарҙың уң ҡушылдыҡтары. Әхмәт ауылының һылыу ҡыҙы, Тимашев баҫҡынында фажиғәле һәләк булған Зәйнәп, шул уҡ яуҙа аяныслы яҙмышҡа дусар ителгән килене Гөлбикә хөрмәтенә аталған. Шулай уҡ уғры ҡалмыҡ исеме менән аталған Сырҙан, унан арыраҡ, баҫҡынсыларҙан ҡасып барғанда, Биксәнтәй бейҙең: «Үлмәһәк, Алла бирһә, барып сығырбыҙ», – тигән ҡанатлы һүҙҙәренән исемләнгән Үлмәһәк йылғалары бар. Уларҙы боронғо карталарҙан табырға була.
Абдрахман осҡан ҡаяһы – ғәләмәт бейек ҡая. Уның башында үҫкән яңғыҙ ҡарағайҙы йығам тип Абдрахман исемле бай ҡолап һәләк булған. (Әхмәт – Ҡалмаҡ ауылдары юлында).
Таҙғаҡ урманы, йылғаһы, баҫыуы – Әхмәт ауылы малына тейеп ныҡ маҙаһыҙлаған айыуҙарға таҙғаҡ (тәпе) ҡороп аулаған ерҙәр. Улар элек төйәк иткән урындарҙа әле лә айыу күп.
Көмөш ташы – Зәйнәп шишмәһе башында. Башҡорттар менән барымтасы ҡаҙаҡтар араһындағы ҡанлы алыш мәлендә Көмөшбикә исемле бәләкәс ҡыҙ уның аҫтында боҫоп ята.
Төпһөҙгүл – олатайымдың өләсәһе (1907 йылғы) һөйләгән риүәйәт буйынса, 1912 йылда иҫ китмәле ғәрәсәт-ҡойон мәлендә барлыҡҡа килә. Ныҡ тәрән булғанлыҡтан, (бер–береһенә ялғанған ике дилбегә буйламай) уны Төпһөҙ күл тип атағандар. Бөгөнгө көндә ул, тупраҡ тулып, ер менән тигеҙләнгән.
Әүлиә ҡотоғо (ҡоҙоғо) – ун туғыҙынсы быуат башында Төрөк иленән килгән бер туған әүлиәләр хөрмәтенә бирелгән. Бағры йылғаһы буйында йәшәгәнен – Бағусман (осман), Һаҡмар буйын төйәк иткәнен Һағусман тип атағандар. Ысын исемдәре билдәһеҙ. Бағусмандың ҡәбере Әхмәт ауылынан алыҫ түгел, Һағусмандыҡы – Өмөтбай ауылы янында. Ҡоҙоҡтарҙың һыуы шифалы.
Гәүһәр ҡотоғо – яҙ көндәрен һөт һымаҡ аҡ һыулы була. Йәй кибеп, юҡҡа сыға. Серен берәү ҙә белмәй.
Текәгисеү (Текә кисеү) – Әхмәт ауылы янындағы Һаҡмар аша кисеү. Ҡаршы яҡ яры текә, атамаһы ла шунан.
Йылҡы түбәһе, Бүтәгәле ҡыр, Оло ялан, Ҡөҙрәтҡол – Әхмәт ауылы кешеләренең йылҡы, башҡа мал–тыуар көтөү кәсебе менән бәйле урындар.
Сәүкә ташы, Кәзә ташы, Ҡаҙмаш ташы – яҡын–тирәләге ҡая таштар, боронғо йәйләү урындары.
Ҡаһайыл һырты – Уралтау менән Ирәндек араһында һуҙылған оҙон һырт. Тип-тигеҙ урында «ҡауһайып» ята.
Оло суҡа (Оло сусаҡ) – Ҡаһайылдың бейек урындары.
Олатайым Ринат Нөғәмәнов (Иҙрис Мөҙәрис–Ноғманов) һүҙҙәренән яҙып алдым.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.