Ғәзиз тыуған ҡаламдан башҡа күңелемдә йылылыҡ уятҡан тағы бер ер бар. Ул – өләсәйем менән ҡартатайым йәшәгән Мерәҫ ауылы. Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бер яғынан күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙары уратһа, икенсе яғын Граф күле тулҡындары иркәләй. Ә ауыл урамы буйлап Аҡминде шишмәһе аға. Йәй көнө бында килеп, уның әкрен генә аҡҡанын, ҡаҙ-өйрәк сумғанын ҡарап ултырырға яратам. Бала саҡтан таныш ерҙәрҙе күргәндә һәр саҡ тулҡынланыу хисе кисерәм.
Йәйгеһен ҡартатайым менән бесәнгә йөрөйөм. Ул туғайҙа шыжлатып бесән саба, мин сәй ҡайнатам. Тирә-яҡҡа хуш еҫ тарала. Усаҡтан күтәрелгән күкһел төтөнгә, тирә-яҡтың йәшеллегенә, йәменә хайран ҡалам, тәмле үлән еҫе танауымды ҡытыҡлай. Эш һуңынан Граф күлендә ҡолас ташлап йөҙөү көс һәм дәрт өҫтәй. Ниндәй бәхет! Моғайын, һәр бер кешенең йөрәк түрендә генә һаҡлаған шундай урыны барҙыр. Уларҙы оноторға ярамай. Әгәр ҙә кеше өй янында үҫкән ағасҡа битараф икән, йылғаның сылтырап аҡҡаны хисләндермәһә, ата-олатайҙарының ҡәберен белмәһә, ул Ватандың ысын улы, ҡыҙы була алмай.
Үҙ тыуған төйәген яратҡан һәр кеше йәшәгән төбәгенең ер-һыу атамаларын белергә тейеш. Мин дә уларҙы өйрәнергә тырышам. Ауылымдың һәр ташы тарих һөйләй. Ауыл эргәһендәге Илсебикә тауын ғына алайыҡ. Борон был яҡҡа Иҙелбай исемле бай килеп нигеҙләнгән. Уның Илсебикә исемле бик һылыу ҡыҙы була. Атаһы бәләкәй сағында уҡ уны ҡаҙаҡ дуҫының улы менән йәрәштереп, ҡолаҡтарын тешләттерә. Илсебикә үҫеп буй еткәс, Мерәҫ ауылы егете менән осрашып йөрөп, уға ғашиҡ була. Тик атаһы ҡыҙының яҙмышын алдан хәл иткән була бит: уны ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә бирә һәм ул ҡыҙҙы үҙ иленә алып ҡайта. Илсебикә сит ерҙә күңеле тартмаған кеше менән йәшәргә риза булмай. Көндәрҙең береһендә ул иренән ҡасып, ауыл эргәһендәге тауҙа йәшәй башлай. Бында ул оҙаҡ ғүмер һөрә һәм ҡартайып үлә.
Баймаҡ районында йәшәгән балаларҙың яратҡан ял урыны – Граф күленә күҙ һалайыҡ. Ни өсөн был күл шундай серле исем йөрөтә? Мин яуапты «Мерәҫ ауылының тарихы» исемле китаптан таптым. Бик боронғо замандарҙан алып Ирәндек тауҙары алтынға бай булыуы менән билдәле. 1894 йылда Бельгия подданныйы, граф Э.В. Ротермунд рус дворяны А. Кошнин менән берлектә Мерәҫ приискыһында алтын табыу эшен башлай һәм бының өсөн Таналыҡ йылғаһы быуылып, һыуһаҡлағыс төҙөлә. Шунан алып халыҡ уны Граф күле тип атап йөрөтә.
Тыуып үҫкән еремдең тәбиғәте бик бай. Мерәҫ ауылында һирәк осрай торған үҫемлектәр ҙә бар.
Мин ошо ерҙә тыуғанға бәхетлемен. Бөгөнгө көн менән йәшәйем, тарихты ихтирам итәм. Республикамдың бәхетле киләсәгенә ышанам.
Алина УРМАНОВА,
Баймаҡ ҡалаһындағы
3-сө мәктәптең X класс уҡыусыһы.