Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Ғинуар 2023, 12:09

Айып – бик боронғо ауыл

Кеше ғүмеренең иң сағыу, хәтирәләргә бай мәле – бала сағылыр. Минең дә 6 – 7 йәшлек сағымда Мәсетле районы Айып ауылында йәшә­гән Тәнзилә өләсәйем янына ҡунаҡҡа барыуҙарым хәтеремдә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Ул шул тиклем һүҙгә оҫта, матур итеп йырлай, үҙен тыңлап ултырыуы рәхәт ине. Һөләймән ауылы ҡыҙы булһа ла, килен булып төшкән Айып ауылының бар­лыҡ урман-ҡырының, ялан-күленең исемен, тарихын яҡшы белә. Иртә яҙҙан дарыу үләндәрен, емеш-еләкте үҙ ваҡытында йыйып, шифалы итеп ҡулла­ныу серҙәрен өйрәтә тор­ғайны.
Айып бик  матур урында ултыра. Әй йылғаһының уң яҡ ярында тигеҙ генә булып ике урам, ауыл эргәһендә терәлеп кенә Мүклеһаҙ исемле утрау һымаҡ урман урынлашҡан. Яҙғыһын Әй йылғаһы ташҡан ваҡытта  ауыл эргәһендәге  күлде һыу баҫып, Мүклеһаҙға ла килеп етә. Шуға уның ҡайһы урындарында йәй көнө лә дым һаҡланып һаҙлыҡ булып ята. Тирә-яғында мүк үҫә. Исеме шунан килеп сыҡҡан да инде.
Мүклеһаҙҙа ниндәй генә емеш ағасы үҫмәй! Бәләкәй генә урмандың шул тиклем төрлө ағасҡа  бай булыуы иҫ китерлек. Ҡарағат, балан, миләш, муйыл, гөлйемеш, энәлек, ҡайын менән уҫаҡтар ҙа бар.
Ауылға ингән саҡта һула­ҡайҙа – Шартау. Уның итәге түңәрәк кенә булып ауыл эргәһенән үк башлана. Бында ҡуйы булып ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ ағастары үҫә. Өләсәйем менән ошо ергә еләккә, бәшмәккә йөрөгәндә: «Абай булырға кәрәк, аҙаштыра торған ерҙәре лә бар», – ти торғайны. 
Ауыл ситендә – Шарлыкүл. Яҙ Шартауҙағы Оло, Кесе Баҙарғулдан ағып төшкән  ҡар һыуынан күл хасил булған. Уның ситтәрендә ҡамыш үҫә, яҙ күлде ҡыр өйрәктәре төйәк итә.
Әй йылғаһы буйлап төньяҡ­ҡараҡ барһаң, Ыйыҡтау ҡар­шы ала. Унда менеүе  еңел түгел – ташлы, текә. Йыланы ла бик күп. Өләсәйем, Ыйыҡтауҙың мәтрүшкәһе үҙенә күрә айырым тәмгә эйә, еләктәре лә шифалы була, ти. Ыйыҡтау – бай  тарихлы тау. Унда күсмә таш бар.
Тарихы ла ҡыҙғаныслы хәлгә ҡоролған. Бик борон заманда бер-береһен яратҡан йәштәр ошо сәхнә һымаҡ ҙур дүрткел таш өҫтөндә осрашыр булған. Ҡыҙҙың атаһы ярлы егет менән осрашып йөрөгәнен белеп ҡалып, егетте һағалап, ошо таш өҫтөндә үлтертә. Ҡыҙ ҡайғыһынан ошонда уҡ йән бирә. Ошо ҡайғылы хәлдән һуң таш күсеп йөрөй, тигән легенда ҡалған.
Ыйыҡтауҙа ҙур, тәрән мәмерйә лә бар. Өләсәйем, аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы ваҡытында ошонда ғәскәрҙәр урынлашҡан булған, ти. Унда әле лә гильзалар, ҡылыстар табылып тора, тип  һөйләне. Өләсәйем ошо урман-тауҙар­ҙың тарихын, уларҙың атамаларына бәйләнгән хәлдәрҙе бәйән иткәндә йырлап, көй­ләп һөйләр ине. Мин үҙемде әкиәт илендә йөрөгән кеүек хис итә инем. Ғәзиз кешем һәр үләндең, емештең үҙ ваҡытын белеп кенә йыя, доғалар уҡып ҡына һаҡсыл тотонорға ҡуша торғайны.
 Айып –  бик боронғо ауыл. Тарих битендә, 1795 йылдар тирәһендә нигеҙ һалынған, тип яҙылған. Ул тәүҙә Айып исемле байҙың уландары, ейәндәренең төйәге була. Һуңынан күрше ауылдарҙан күсенеп килеүселәр арҡа­һында ауыл йылдан-йыл ҙурайған. Илдә  барған тарихи хәл-ваҡиғалар менән айыптарҙың яҙмышы ла үҙ­гәр­гән. Аслыҡ, һуғыш эҙһеҙ үтмәгән. Минең әсә­йем­дәр уйнап үҫкән Әй буйындағы ҙур төбәктә Айып ауылының тәүге йорт нигеҙ­ҙәре урын­лашҡан булған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында кешеләр күпләп үлгән. Һуңы­нан тауға яҡыныраҡ нигеҙ ҡора баш­лағандар. Әй ярында тәүге нигеҙҙәрҙән ҡалған көршәк, һауыт ярсыҡтары, мәрйендәр, тәңкәләр табып, әсәйемдәр уйнатып йөрөгән.
Бала саҡта Тәнзилә өләсә­йемдең Айып ауылы тарихын һөйләгәндәрен әле лә хәте­ремдә йөрөтәм.

Гөлгизә ИШТУҒАНОВА,
Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: