Ауырғазы – Кәбәс, Яңы Кәлсер, Солтанморат һәм Өршәк ауыл биләмәләре буйлап аҡҡан йылға Өршәк йылғаһына ҡоя. Уның килеп сығышы хаҡында легенда бар. Ҡасандыр йылға бик таҙа, ярҙарына тиклем тулы һыулы, төрлө һәм эре балыҡлы булған. Ҡуйы үләнле болон-яландарында иркенлектә йылҡы өйөрө йөрөгән. Улар йыш ҡына ел-дауылдан, йыртҡыстан ҡасып, ҡалҡыулыҡтар араһында урынлашҡан йылға буйына төшкән. Бында аттарға ашау, һыулау өсөн дә бик уңайлы булған, шуға хужалары уларҙы ошо ерҙә көҙгә тиклем ҡалдыра башлаған.
Көҙгә һимертелгән аттарҙы шул уҡ йылға буйында һуйып, майы менән итенән ҡаҙылыҡ-тултырма яһағандар. Ул бик тәмле килеп сыға, тик майлы булғас, ашҡаҙанға ауыр була. Йылға исемен дә Ауырҡаҙы, тиҙәр, тора-бара Ауырғазыға әйләнә.
Был йылғаның килеп сығыуының икенсе тарихы ла бар. Имеш, кешеләр ҡаҙ өмәһен айырыуса көтөп ала торған булған. Шунан ситтә ҡалмаҫ өсөн, ҡыҙҙар бәпкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк күҙ һалып ҡуйған. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышҡандар. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып, йолҡоп, уларҙы көйәнтәгә аҫып, йылғаға, һыу буйына мәкегә алып төшкәндәр. Шул һыуҙа ҡоштарҙы йыуғанда, ашатыу, ҡарау һәйбәт булған, ҡаҙҙары ауыр, һимеҙ, тип маҡтағандар. Шулай йылғаның исеме лә килеп сыҡҡан, имеш.
Бына шундай әйтеп тә, яҙып та, маҡтап та бөтмәҫлек йылғабыҙ – Ауырғазыбыҙ бар беҙҙең районда.
Диана САЗОНОВА,
Ауырғазы районы
Талбазы лицейының IX класс уҡыусыһы.