“Йәшлек” гәзитенең йөҙ йыллыҡ тарихы биттәренә тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә журналистың исеме яҙылған. Уларҙың араһында Юлай Мәҡсүтовтың исеме айырым урынды алып тора. Төплө фекерле, үткер телле, халыҡсан рухлы мәҡәләләре менән халыҡ һөйөүен яулаған Юлай-Юламан ғүмеренең һуңғы йылдарында гәзитебеҙҙең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләне, тырыш, намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте менән исемен данға күмде. Хеҙмәттәшебеҙҙең яҡты рухы алдында тәрән хөрмәт менән баш эйеп, беҙ быйылдан башлап “Йәшлек” гәзитенең Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияһын булдырыу хаҡында һүҙ башлағас, изге ниәтебеҙҙе талантлы журналистың бер туған һеңлеһе Әлмира Мәҡсүтова күтәреп алды. Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияның тәүге лауреатын гәзит уҡыусылары менән бергә һайлап, тауыш биреүҙә баҫмабыҙҙың үҙ хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманова ышаныслы еңеү яуланы.
– Тауыш биреү исемлегендәге журналистарҙың барыһын да тырыш эше менән ихтирамға, хөрмәткә һәм премияға лайыҡ, тип иҫәпләйем, – ти Баныу Ҡаһарманова. – Минең өсөн тауыш биреп, ҙур ышаныс күрһәткән һәр кемгә рәхмәтем сикһеҙ. Был премия – оло мәртәбә. “Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй башлағанда, ай-һай, Юлай кеүек булдыра алырмы икән, тип миңә һынап ҡаранылар, эшемде энә күҙәүенән үткәрҙеләр. Шөкөр, Юлай Хөрмәт улының юлын, эшен лайыҡлы дауам итер өсөн тырышып эшләнем һәм эшләйем. Мин үҙемде уның вариҫы итеп тоям, “Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе” тигән исемгә тап төшөрмәҫкә, һынатмаҫҡа бар көсөмдө һалам. Премияны тапшырыу тантанаһында ҡатнашҡан Әлмира Хөрмәт ҡыҙы редакцияға килеп инеү менән бүлмә нурға сумғандай булды – Юлай ағайҙың да бар булмышынан шулай яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Һәм Әлмира апай премияны ғына түгел, гүйә, ошо нурҙы миңә тапшырҙы (һүрәттә). Шәйехзада Бабичтың мәңгелек һүҙҙәре иһә беҙҙең девиз – “Ал да нур сәс халҡыңа”.
Т. Аманов.