Иң күп миҙалды яулап, Мәскәү командаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды Башҡортостан менән Татарстан командалары бүлеште. Өсөнсө урынды Төмән өлкәһе командаһы алды.
Башҡортостан командаһына алтын миҙалды «Веб-дизайн» компетенцияһында Никита Башканков менән һатыусылар ярышында Эмилия Антонова килтерҙе.
Көмөш миҙалды Алина Туракаева («Һынлы сәнғәт»), Регина Ғәбитова («Медицина һәм лаборатор анализ»), Йәмил Фәхретдинов («Робот техникаһы»), Урал Садиҡов («Программалау тәьминәте эшләү»), Элина Хөснөтдинова («Тырнаҡ сервисы») яуланы.
Бронза миҙалына Максим Акимов («Медицина һәм лаборатор анализ»), Иван Кассин («Массаж») һәм Александр Данелюк («Плитка менән көпләү») лайыҡ булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 – 22 октябрҙә барған чемпионатта Башҡортостандан 25 кеше ҡатнашҡайны. Чемпионатта 45 төбәктән барлығы 350-нән ашыу ҡатнашыусы көсөн һынаны.
Фото: Т. АМАНОВ.