Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Октябрь 2022, 20:30

«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы ҡатнашырға саҡыра!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы.

«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы ҡатнашырға саҡыра!
«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы ҡатнашырға саҡыра!

Уның  төп маҡсаты – уҡыусыларҙы республиканың һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫына ылыҡтырыу, Мостай Кәрим шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫеп килгән быуынға патриотик, әхлаҡи тәрбиә биреү, әҙәби-ижади һәләтле балаларҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау.

Конкурсты Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойоштора.

Эштәр 10 октябрҙән 20 октябргә тиклем ҡабул ителә. 20 октябрҙә  5-8 кластар өсөн интернет-викторина үтәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Мустаевские чтения (vk.com) төркөмөндә алырға була.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: