Конкурстар
15 Сентябрь 2022, 14:15

Беҙҙең йыйылма команда Милли чемпионат финалында ҡатнашты

Башҡортостандың йыйылма командаһы «Йәш профессионалдар» Х Милли чемпионатының финалында ҡатнашты.  Юбилей чемпионаты ике форматта үтте: Мордовия Республикаһының Саранск ҡалаһында көндөҙгө һәм субъекттар майҙансығында дистанцион формат.

Беҙҙең йыйылма команда  Милли чемпионат финалында ҡатнаштыБеҙҙең йыйылма команда  Милли чемпионат финалында ҡатнашты
Беҙҙең йыйылма команда Милли чемпионат финалында ҡатнашты

Башҡортостан,  Х Милли чемпионатты ойоштороусы булараҡ, дистанцион форматта 26 ярыш майҙансығында ойошторҙо, шуларҙың 18-е - төп йәш категорияһы өсөн (16-22 йәш) һәм 8-е - үҫмерҙәр категорияһы өсөн (16 йәшкә тиклем).

Һәр компетенция буйынса ярыш майҙансыҡтары республиканың 12 профессиональ белем биреү ойошмаһы нигеҙендә ойошторолдо. Улар - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Бөрө ҡалалары һәм Әлшәй районы колледждары.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса  https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/4 алырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас