Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Сентябрь 2022, 17:22

Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарыу» округ фестивале үтә

Республикабыҙға 14 төбәктән 400-ҙән ашыу балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре йыйылды. Сара Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә.

Өфөлә  «Бала саҡты ҡайтарыу» округ фестивале үтә
Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарыу» округ фестивале үтә

Быйыл фестиваль программаһы дүрт көнгә иҫәпләнгән һәм «Оҫталыҡ», «Бала саҡ йондоҙҙары», «Аҡыл палатаһы» конкурстарын, спорт ярыштарын ғына түгел, шулай уҡ «Кулинарҙар алышы» кеүек яңы бәйгеләрҙе, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса дәрестәрҙе, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала. Фестивалдең барлыҡ саралары проекттың рәсми сайтында - балалыҡ.рф онлайн режимында күрһәтелә.

Балалар өсөн бай экскурсия һәм күңел асыу программаһы әҙерләнгән. 15 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрамды асыу тантанаһы буласаҡ. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Әйткәндәй, был проект Волга буйы федераль округында 2009 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: