Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Сентябрь 2022, 18:30

«Был егеттәр һәм ҡыҙҙар – беҙҙең киләсәгебеҙ»

Республика Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2022» йәштәр гражданлыҡ форумы үтеүен хәбәр итә.

«Был егеттәр һәм ҡыҙҙар – беҙҙең киләсәгебеҙ»
«Был егеттәр һәм ҡыҙҙар – беҙҙең киләсәгебеҙ»

– Бер олоно, бер кесене тыңла, ти халыҡ. Бына ҡайҙа ул күтәренке рух һәм энергия!  Бөгөн Башҡортостанда - Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2022» йәштәр гражданлыҡ форумы. Беҙҙең йәштәр бик сағыу, ҡыҙыҡлы, улар араһында «ИВолга», «Таврида», «Селигера», Рәсәй «Студент яҙы», олимпиадалар, ижади конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре, төрлө стипендиаттар һәм чемпиондар бар. Беҙгә уларҙы ишетеү, уларҙың аңлау, төрлө һорауҙар буйынса фекерҙәр менән уртаҡлашыу мөһим. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар – беҙҙең киләсәгебеҙ, уларҙың йәшәйешен белеү беҙгә бик мөһим.

Ә улар беҙҙең барыбыҙ кеүек ауыр осорҙа йәшәй. Хәйер, мин уны күберәк геройҙар заманы тип атарға әүәҫмен, сөнки бында һәр кем үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә ала. Тағы ла ниндәй бөйөк илдә йәшәүебеҙҙе һәм ул беҙҙең һәр беребеҙ өсөн нимә аңлатҡанын аңлау. Барлыҡ йәштәргә лә уңыштар теләйем! – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Радий Фәрит улы.

 

 

 

Фото: Т. Аманов. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: