Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Сентябрь 2022, 17:30

Уҡыусылар һәм студенттар өсөн

Тирә-яғыбыҙҙы һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индерәһең, башҡарған эшеңде фотоға төшөрөп бараһың икән, был конкурс – тап һинең өсөн.    

Уҡыусылар һәм студенттар өсөн
Уҡыусылар һәм студенттар өсөн

«Ҡала реновациялары» Бөтә Рәсәй ойошмаһы, «Мин һаҡлайым» проектына ярашлы, экология темаһына фотолар конкурсын ойоштора. Унда уҡыусылар, студенттар ҙа ҡатнаша ала.  Конкурстың төп маҡсаты - тирә-яҡ мөхитте бысратыуға һәм фотолар ярҙамында планетала ресурстарҙы рациональ файҙаланмауға кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Эштәр 19 сентябргә  тиклем яберегу.рф сайтында ҡабул ителә.

 Ғаризаларҙы өс номинацияла бирергә мөмкин:

 - Аңлы лайфстайл. Экологик йәшәү рәүешен һәм көнкүреште сағылдырған кадрҙар;

- Ҡалдыҡтарҙы айырыу ҡыйын түгел. Сүп-сарҙы айырып йыйыуҙың көнүҙәклеген сағылдырған фотоһүрәттәр;

 - Иҫке әйберҙәрҙең яңы тормошо. Иҫке әйберҙәрҙе файҙаланыу алымдарын сағылдырған фотоһүрәттәр.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса яберегу.рф алырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: